+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
31 Май 2019, 19:38

Һыйыр ҡолоно

Әсәһенең йәше бите буйлап тама, үҙе тауышһыҙ ғына илай ине. Шул ваҡытта атаһы һарай артынан килеп сыҡты. Күҙҙәре ҡыҙарған, кәйефе юҡ. Аҡйондоҙ бер ни ҙә аңламаны, йөрәге йыш-йыш тибә башланы, ә үҙенең ата-әсәһенән һорарға батырсылығы етмәне.

Аҡйондоҙ илау тауышына тертләп уянып китте. Башын ҡалҡытмай ғына, өй эсенә күҙ йөрөтөп сыҡты. Бүлмә эсе яҡтырған, ә ҡорған ситенән генә ҡояш нуры тап уның ятҡан урынына төшә.

– Кем илай, нимә булды икән? – тип, урынынан ҡыбырларға ла ҡурҡып, тыңлап ятты.

– Ниңә генә тик беҙгә ебәрәһең бәлә ҡазаңды, Хоҙай Тәғәләм, – тип һөйләнә-һөйләнә илау әсәһенеке икәнен таныны Аҡйондоҙ.

Бәй, нимә булды икән, әсәһе ниңә илай? Ул урынынан торорға ҡыймайыраҡ ятты. Ә әсәһе, илай-илай, күнәген ҡулына алып, һыйыр һауырға тышҡа сыҡты.

Шуны ғына көтөп ятҡан кеүек, Аҡйондоҙ ҙа урынынан һикереп килеп тороп тәҙрәнән тышҡа ҡараны. Бер нәмә лә үҙгәрмәгән, бөтәһе лә урынында.

Ашыҡ-бошоҡ сәй һемерҙе лә, йәһәт кенә кейенеп, ул тышҡа атлыҡты. Аҡйондоҙҙоң сыҡҡанын әтәс көтөп торған инде әллә, донъя яңғыратып, “Ки-ки-ри-кү-ү-үк” – тип һөрәнләп ебәрҙе.

– Сәләм, сәләм, хәйерле иртә, – тип яуап бирҙе лә әтәскә, Аҡйондоҙ аяҡ аҫтында өйөрөлөп йөрөгән ҡаҙҙарға, тауыҡтарға ем һипте, һыу ултыртты. Ә үҙе һыйыр һауып ултырған әсәһен ситтән генә күҙәтте.

Әсәһенең йәше бите буйлап тама, үҙе тауышһыҙ ғына илай ине. Шул ваҡытта атаһы һарай артынан килеп сыҡты. Күҙҙәре ҡыҙарған, кәйефе юҡ. Аҡйондоҙ бер ни ҙә аңламаны, йөрәге йыш-йыш тибә башланы, ә үҙенең ата-әсәһенән һорарға батырсылығы етмәне.

Әсәһе, һөт тулы күнәген тотоп, өнһөҙ генә өйгә ыңғайланы. Атаһы, һыйыр, һарыҡтарҙы, ялан кәртәнән ҡыуып сығарып, көтөүгә алып китте. Аҡйондоҙ, нимә уйларға ла белмәй, ихата эсендә тора бирҙе.

Ҡапыл уның иҫенә кисә кис кенә ҡолонлаған бейәләре килеп төштө. Кисә бит, һуң булғас, бәләкәсте күрмәне. Атаһы, иртәнсәк күрерһең, тигәйне. Ҡайҙа йәһәтерәк күрәйем, ялын һыйпап, иркәләтәйем үҙен тип, шатлығы эсенә һыймай, һарай артындағы аҙбарға йүгереп сыҡты.

Хәрәкәтһеҙ ятҡан бейә эргәһендә бәләкәс кенә ҡолондоң еҫкәнеп торғанын күреп, ул шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы.

Атаһы менән әсәһенең ни өсөн кәйефтәре юҡлығын шунда уҡ аңланы. Ә бахыр ҡолонсаҡ, әсәһенең кәүҙәһен мороно менән төртөп, имсәк эҙләй ине. Аҡйондоҙҙоң күҙҙәренән атылған йәше ергә тамды.

Ул етем ҡалған ҡолонсаҡты шул тиклем йәлләне, ҡосағына алып, йыуатҡыһы килде.

Шул ваҡытта атаһы, эргәһенә килеп:

– Илама ҡыҙым, килер бәлә шуның менән бөтһөн инде. Кисә бейәбеҙ ауыр ҡолонланы шул, укол сәнсһәм дә ярҙамы теймәне. Бахыр малҡай бәләкәсен беҙгә ҡалдырып китте, – тине.

Етем ҡалған ҡолон, әсәһенең үлеменә ышанмағандай, ниндәйҙер өндәр сығарып, уны һаман мороно менән төрткөләне. Үҙ телендә, “әсәй тор, тор инде, мин асыҡтым, ашағым килә”, – тигән кеүек булды Аҡйондоҙға.

– Бар, ҡыҙым, әсәйеңә әйт, шәкәр һалып һөт әҙерләһен бәләкәскә, асыҡҡандыр, имгеһе килә бит, – тине атаһы ҡыҙына. Ҡыҙ, шуны ғына көткәндәй, өйгә ҡарай йүгерҙе.

Ҡолонға әленән әле әҙләп кенә һөт эсереп торҙолар. Исемде лә иркәләтеп кенә “Бәләкәс” тип ҡуштылар.

Етемлекте тоймаһын өсөн уға һыйыр һөтөн йәлләмәне әсәһе. Ялынан һыйпап, арҡаһынан һөйөп алырға ла онотманылар. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡолонсаҡ һыйыр һөтөнә генә түгел, һыйырҙың үҙенә лә ныҡ эҫенде лә ҡуйҙы. Уны көтөүҙән, кешнәп, ҡыуанып

ҡаршы алды, ә аттарҙы күрҙе ниһә – ҡурҡып ҡасты.

Шулай итеп, Бәләкәс, етемлекте тоймайынса, һыйырҙы үҙ әсәһеләй күреп, әкиәттәге Толпар кеүек, көндән-көн үҫеп, матур атҡа әйләнде.


Сөмбөл ЙОСОПОВА,

“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе,

Учалы районының

Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: