+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
1 Август 2019, 15:04

«Аманат»һыҙ донъя һанһыҙ

Руслан ХИСМӘТУЛЛИН, Баймаҡ районының 1-се Этҡол урта мәктәбе уҡыусыһы шиғыры

Өйөбөҙҙөң йәме бит һин,
Эй, “ Аманат” журналы!
Һиндәй тоғро, һиндәй яҡын
Ысын дуҫтар бармы?
Һәр бер һаның серле донъя,
Һәр битеңдә мөғжизә.
Уҡый-уҡый күҙҙәр тала.
Айырылып булмай бер ҙә.
Атай һорай: – “Хикәйәләр
баҫылғанмы был юлы?”
Әсәй әйтә: – “ Кроссвордтарын
сисәйемсе һис юғы”.
Миңә ҡалһа, спорт бүлеге,
Иң ҡыҙыҡлы бителер.
Егет кеше спорт һөймәһә,
Бик тә яҙыҡ булалыр.
Төшмәйенсә, ҡулдан-ҡулға,
Күсеп йөрөй “Аманат”.
«Аманат»һыҙ донъя һанһыҙ
Итмәм уға хыянат.
Руслан ХИСМӘТУЛЛИН, Баймаҡ районының 1-се Этҡол урта мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: