+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
14 Декабрь 2019, 20:10

Азамат Ҡарағоловтан акрошиғыр - БАШҠОРТ ТЕЛЕМ

Башҡорт теле көнөнә акрошиғыр яҙып "Аманат"ҡа ебәрҙе. Шиғыр юлдарындағы баш хәрефтәрен уҡыһаң - БАШҠОРТ ТЕЛЕМ тип яҙған Азамат.

Башҡорт теле - минең телем,
Арғымаҡлы ғәзиз телем!
Шундай моңло, көйлө телем,
Ҡәҙерлеһең миңә үҙең.
Олпат телем - һиңә һөйөү йырым,
Рухым көслө башҡорт телемә.
Туған телем - йомарт телем,
Тоғро ҡалам һиңә мәңгегә.
Егет һүҙе бер була,
Ләкин ҡалмай уйында.
Ерем, илем, күгем,
Мәңге йәшә башҡорт телем!
Азамат Ҡарағолов, Бөрйән районы.
Читайте нас: