Йәйге оҙон каникул күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Алда - уҡыу.
Айрат икенсе синыфҡа уҡырға килде. Ул уҡыуға һәләтле, уҡытыусы аңлатҡанды тиҙ генә отоп та ала. Әммә тиктормаҫлығы арҡаһында үҙенә лә күп кенә эләгә. Дәрес ваҡытында уҡытыусы бер туҡтауһыҙ иҫкәртеп кенә тора. Ә тәнәфес ваҡытында иһә коридорҙа баштүбән йөрөй. Әйткәнде ҡолағына ла элмәй.
Бер көндө Айрат дәрескә иртәрәк килде. Синыфта иң алғы рәттә бик матур ҡыҙ ултыра. Шундай сибәр ҡыҙҙы күреп, Айрат телһеҙ ҡалды. Үҙенең аҙап ҡалыуынан оялып, ипләп кенә урынына барып ултырҙы ла ҡыҙҙың матурлығына һоҡланыуын дауам итте. Синыфҡа кемдеңдер инеүе генә уны һиҫкәндереп ебәрҙе.
Һиҙеп ҡуймаһындар тип, күҙен икенсе нөктәгә күсерҙе. Әммә унда ла күҙ алдында - теге ҡыҙ.
Ошо көндән тиктормаҫ Айрат дәрестә үҙен үтә тәртипле тота башланы. Ә тәнәфес буйына коридорҙа, бер мөйөштә, теге ҡыҙҙы йәшерен генә күҙәтеп, баҫып торҙо. Уның ҡапыл үҙгәреүе бөтәһен дә аптыратты. Берәй нәмә булдымы, ауырыймы икән тип, әсәһен мәктәпкә саҡырттылар. Улының тәртипләнеп киткәнен ул да һиҙгәйне. Ҡапыл үҙгәреүе уны ла хафаға һалды.
Мәктәптән Айрат менән әсәһе бергәләп ҡайтты. Тәмле итеп төшкө аш ашанылар. Әсәй кеше улының һәр хәрәкәтен күҙәтте, йомаҡты сисергә тырышып:
- Улым, берәй ерең ауыртмаймы? Бигерәк шымып ҡалдың һуңғы ваҡытта?... - тип ипләп кенә һораны.
- Юҡ, әсәй, беҙҙең синыфҡа матууууур ҡыҙ килде уҡырға, - тине бик етди генә.
Ә Айраттың күҙ алдында һаман теге матур ҡыҙ ине.
Альбина ХӘЛИТОВА, Өфө ҡалаһының 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.