+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
21 Февраль 2020, 10:50

Шыршыбикә ниңә иламай башлаған?

Бер көндө урманда Шыршыбикә илап тора икән. Быны күреп ҡалған хайуандар, бер нәмә лә аңламай, аптырашта ҡалған, ти.

Эргәһендә үҫкән һомғол Тирәк, уның хәлен белергә теләп:

- Шыршыбикә апай, ни булды? Ниңә инде шулай оҙаҡ илайһың? - тигән. Ә Шыршыбикә, туҡтай алмай, һаман илай ҙа илай икән. Шунан, һыҡтай-һыҡтай, һөйләп биргән, ти:

- Эх, Тирәккәйем, һин минең хәлемде аңла­майһың шул. Күрәһеңме, һин шундай һылыу, ҡупшы, япраҡтарың да матур. Ә бына мин... Ҡара әле, ҡайһылай йәмһеҙмен, энәле, етмәһә. Ми­нең дә бит һинең кеүек күлдәктәремде йыш ал­маштырғым килә.

Тирәкбикә Шыршыбикәне тынысландырыр­ға тотонған. Әммә бер сара ла таба алмаған. Шыршыбикәнең шулай ныҡ илағанын, имеш, күрше урманда йәшәгән Имән ағай ҙа ишетеп ҡалған, хатта. Шыршыбикәнең хәлен белешергә тип, тейенде ебәргән. Тейен, барып-күреп, Имән ағайға хәлде, түкмәй-сәсмәй, аңлатып биргән, ти. Күп йәшәгән, күпте күргән аҡыл эйәһе Имән ағай Шыршыбикәгә бик йылы хат яҙған да те­йенде тағы ла йомошҡа ебәргән, ти. Шыршыбикә хатты асып уҡығас та илауынан шып туҡтаған. Тирәк хатта аптырап киткән. Ҡыҙыҡһынып, һо­раша башлаған. Баҡтиһәң, мәңге йәшел, хуш еҫле Шыршыбикәгә ни бары һоҡланыуын ғына белдергән икән Имән ағай.

Шыршыбикәгә Имән ағайҙың хаты ныҡ тәьҫир иткән. Ул уйлана башлаған. Тора-бара Шыршыбикә тағы ла матурыраҡ, йәшелерәк булып ҡупшыланып киткән. Урманда уға тиң ағас булмаған, ти. Уның матурлығына һоҡланып, ботаҡтарында төнөн йондоҙҙар емелдәшкән, көндөҙ ҡоштар һайрашҡан.

Шул ваҡыттан башлап, шыршынан күрмәксе, урмандағы бөтөн ағастар ҙа үҙҙәрен нисек бар, шулай ярата башлаған. Урман йәмләнеп, тағы ла матурайып киткән, ти. Ағастарға ҡу­нып, ҡоштар ҙа моңлораҡ һайраша башлаған.

Бына шулай, боронғолар ҙа юҡҡа ғына “Йылы һүҙ - йән аҙығы” тимә­гән бит! Кешеләр генә түгел, хатта ағастар ҙа йылы һүҙгә мохтаж.

Зилиә ТАҺИРОВА, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Читайте нас: