-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
5 Март 2020, 14:12

Төн нисек килеп сыҡҡан?

(әкиәт)Борон-борон заманда, ерҙә әле әҙәм балаһы булмаған саҡта, Ҡояш менән Ай әхирәттәр булып бергә йәшәгән, ти.

Ул саҡтарҙа тәбиғәт төндөң нимә икәнен дә белмәгән, сөнки Ҡояш менән Ай һауала тәүлек буйына яҡтыртып, тирә-яҡты нурға күмеп торған. Ә йондоҙҙар иһә диңгеҙ төбөндә көн күргән, тулҡындарға ултырып сәйәхәт иткән. Әхирәттәр етәкләшеп ала ла көндәр буйы, тирә-яҡты ҡарап, донъя гиҙә
икән. Бик ныҡ арып китһәләр, болоттарға ятып, серем итеп алалар. Ә ерҙәгеләр өсөн уларҙың ял ваҡыты ҡыҙғаныс хәлгә әйләнә: Ҡояш менән Айҙың бер ерҙә оҙағыраҡ тороуҙарынан аҫтағылар көйрәй, яна, ҡорой башлай икән. Бигерәк тә ваҡ йылғалар, бәләкәй күлдәр юҡҡа сыға, ти. Урмандар ҙа, ҡороп-янып, көлгә әйләнә икән.
Был хәлгә түҙә алмай, йылғалар һәм күлдәр Диңгеҙ батшаһынан ярҙам һораған. Диңгеҙ батшаһы тәрән уйға батҡан. Йылғалар дингеҙҙең ҙур ярҙамсылары, улар уның һыуын байытып тора. Нисек ярҙам итергә? Шул ваҡыт батшаның күҙе, диңгеҙ төбөн яҡтыртып, балыҡтар менән һикерешеп уйнаған йондоҙҙарға төшә. Уларға ҡарап торғас, батша көрһөнөп ҡуйҙы – бигерәк ярата шул йондоҙҙарҙы! Улар кеүек матур нимә бар тағы!
– Бына ошо матурҡайҙар Ҡояш менән Айҙы айырырға, әхирәттәр араһына ҡая булып баҫырға тейеш, – тине, ҡаштарын йыйырып, Дингеҙ батшаһы. Шунан иң көслө тулҡынды саҡырып алып, йондоҙҙарҙы һауаға һибеп ебәрергә бойорҙо.
Ҡояш менән Ай, бейек тауҙарҙы үтеп, диңгеҙ өҫтөнә килеп етте. Шул саҡ үҙҙәренә табан атылған йондоҙҙарҙы күреп, аптырап киттеләр.
– Әхирәттәр, һеҙҙең сибәрлелегеҙгә хайранмын мин! Был йондоҙҙар һеҙҙе тағы ла матурыраҡ итһен, – тип сәләмләне уларҙы Дингеҙ батшаһы. Бындай көтөлмәгән бүләккә ҡыҙҙар бик шатланды. Рәхмәт әйтергә лә онотоп, улар йондоҙҙар менән уйнай ҙа башланы. Ҡояш йондоҙҙарҙы сәстәренә-нурҙарына элеп сыҡты. Ул йондоҙҙарһыҙ ҙа әхирәтенә ҡарағанда күпкә сағыуыраҡ, матурырак ине. Ай йыш ҡына, уның сибәрлегенә ҡарап, көнләшеп тә ҡуя торғайны. Әле, әхирәтен күргәс, йығылып китә яҙҙы һәм түҙмәй:
– Бөтә йондоҙҙарҙы үҙеңә генә алғанһың. Миңә лә бир,– тине. Ләкин Ҡояштың тиҙ генә бүлешәһе килмәне һәм ҡыҙҙар араһында бәхәс китте. Былай ҙа ҡыҙыулығы менән айырылып торған Ҡояш түҙмәне:
– Мә, бөтәһе лә һиңә булһын!– тине лә, йондоҙҙарҙы услап Айға һирпеп, үпкәләп бейек тау артына йүгереп төшөп китте. Шул саҡ бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сумды. Күпмелер ваҡыт аптырап торғандан һуң Ай, тирә-яҡҡа әҙ булһа ла яҡтылыҡ булһын, тип, йондоҙҙарҙы һауаға һибеп ебәрҙе.
Төнө буйы яңғыҙ булыуҙан ялҡҡан Ҡояш тау артынан, оялыуынан ҡыҙарып ҡына, күтәрелә башланы. Уны күргәс, Ай ҙа, үпкәһен онота алмай, йондоҙҙарын эйәртеп, Төн менән бергә юғала. Шул көндән башлап әхирәттәр бер нисек тә осраша алмайҙар икән. Ҡояш бик тә ғәфү үтенер ине, тик Ай менән осрашырға өлгөрә алмай, ти.
Ерҙәгеләр был хәлгә бик шатланған. Шул саҡтан алып, улар Ҡояш балҡып торғанда үҙ эштәре менән мәж килә, ә Ай ҡалҡһа, уны үҙенең уйҙары һәм йондоҙҙары менән яңғыҙ ҡалдырып, йоҡоға сума, ти. Тик ғашиҡтар ғына, ҡараңғыла серле уттарҙың мөғжизәле уйынын күҙәтеп, хыялдарға бирелер булып киткән.
Фиҙәлиә САДИҠОВА,
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: