+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
11 Март 2020, 11:59

Берҙәмлектә - көсөбөҙ (әкиәт)

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер тамсы ғаиләһе. Әсәһе - Тамсыбикә, атаһы -Тамсыбай, ҡыҙы - Тамсыһылыу, ә улы Тамсығол булған, ти. Улар “Ялсығол” көйөнә бейергә бик яратҡан, ти. Бер ваҡыт улар, йәйғор өҫтөндә бейеп йөрөгән саҡта, осоп төшөп, бер ташты вата.

Шул таштың уртаһынан умырзая сәскәһе үҫеп сыҡҡан, ти. Ул сәскәне Сәлимә тигән ҡыҙ оҡшатҡан. Сәлимә умырзаяны ҡарап үҫтергән. Матур күнәге менән һыу һипкән. Ләкин бер көн ер өҫтөнән ҡара ҡойон үткән, Сәлимәнең һыуға барыр юлын быуған. Ҡапыл ҡояш ҡаты ҡыҙҙыра башлаған. “Минең алтын төҫөмдө алып, ҡалай ҡупшыланып ултыралар!” - тип ярһыған ул.
Ҡояштың йоҡоға талған сағын ғына көтөп торған ысыҡ тамсылары тиҙерәк умырзаяға ярҙамға ашыҡҡан, уның тамырҙарын һут менән һуғарған. Һулый башлаған умырзаяға Сәлимә йүгереп килеп еткән:
- Илама, Сәлимә, миңә тамсы ярҙам итте, яңы яҙҙа, яңы көс йыйып, тағы үҫеп сығырмын, тик ҡояш төҫөндә түгел, ә тамсы төҫөндә ергә тыуырмын, - тигән.
Икенсе яҙҙа ысынлап та шул тирәлә тамсы төҫөндә күм-күк кенә умырзая ҡалҡып сыҡҡан. Шаян тамсылар уларҙы һуғарғас, үҙҙәре башҡа ерҙәрҙәге умырзаяларҙы һуғарырға ашыҡҡан. Кескәй шишмәләр булып, алыҫ араларға тамсылар ғаиләһе йөҙөп китеп тик барған,ти. Йөҙөп-йөҙөп барғанда, Сәсән тамсыны осратҡандар, ти.
- Һаумы, Сәсән бабай! - тигән, ти, ғаилә.
- һаумыһығыҙ, балаларым.Ҡайҙа китеп бараһығыҙ? - тигән ул.
- Беҙ умырзаялар үҫкән ерҙәргә китеп барабыҙ.
- Мине лә алығыҙ әле үҙегеҙ менән! - тигән, Сәсән тамсы.
Биш тамсы бергә йөҙөп киткән. Бара торғас, Тамсығол ботаҡҡа эләккән, ти. Уны Сәсән тамсы көтөп ҡалған. Көткән-көткән, ләкин Тамсығол юҡ та юҡ икән. Шунда Сәлим исемле бер малай ҡағыҙ карабын йөҙҙөргән саҡта, карабы шул уҡ ботаҡҡа барып эләккән. Малай, карабын алған саҡта, Тамсығолдо ысҡындырып ебәргән, ти. Сәсән тамсы шатлығынан:
Тамсығол, Тамсығол,
Батыр икән Тамсығол.
Барған юлын табыр ул,
Тамсы ташты ярыр ул, - тип йырлап ебәргән.
Ә ул, ысынлап та, Тамсыһылыуҙы, Тамсыбикәне, Тамсыбайҙы, Сәсән тамсыны тапҡан, ти. Бергәләшеп, күңелле итеп йөҙөп киткәндәр. Үҙ юлдарында ялан-ялан умырзаяны, йондоҙ сәскәләрҙе һуғарғандар, башҡа тамсылар менән осрашҡандар. Һуңынан Тамсыһылыу Сәсәндән:
- Ҡайҙан диңгеҙ килеп сыға? - тип һораған, ти.
- Бына беҙҙең кеүек тамсылар йыйылғандан диңгеҙ килеп сыға, -тигән, ти, Сәсән тамсы.
- Ә беҙ ниндәй диңгеҙгә китеп барабыҙ? -тип һораған Тамсыһылыу.
- Ҡара диңгеҙгә, - тигән атаһы.
Бергәләп, бер ҙур һыуға барып еткән, ти, былар. Шатлыҡтан тыпыр-тыпыр бейей башлағандар. Улар бейегән һайын зәңгәр күктән тағы-тағы яңы тамсылар ҡойолған. Улар килгәнен күреп, диңгеҙ ярһып тулҡынлана башлаған.
Ниңә диңгеҙ тулҡынланамы? Сөнки тамсылар “Ялсығол” көйөнә бейей:
Кескәй генә тамсы беҙ,
Бар ергә өлгөрәбеҙ.
Беҙ бит шуны беләбеҙ:
Берҙәмлектә - көсөбөҙ.
Альвена ШӘМСЕТДИНОВА, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Читайте нас: