Резеда Хәсәнова Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең 6-сы класында тик “5”-ле билдәләренә генә уҡый. Һәр яҡтан да килгән: тырыш, уңған, һәләтле ҡыҙ. Мәктәптә үткән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.Матур итеп йырлай, бейей, тасуири шиғыр һөйләй- концерттарҙа сәхнәнең йәме ул. «Һаумы, һаумы әкиәт” район конкурсында башланғыс класта уҡығанында призлы урын яуланы. Урта синыфҡа күскәс тә, география фәне буйынса, уҡытыусыһы Мәхмүтова Фариза Нәжип ҡыҙы менән тыуған ауылындағы Бәләғаҙа тауын тикшереү буйынса ғилми эш башҡарып, бәләкәй фәндәр академияһында ике йыл рәттән призер булды. Резеда өйҙә әсәһе һәм өләсәһенә ярҙам итә, бәләкәй Сафия һеңлеһен дә ҡараша. Дәрестән һуң ошо мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән әсәһе Аҡсәскә Фәиз ҡыҙы етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөй. Шулай уҡ “Йәнтөйәк”әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөп, шиғыр һәм әкиәттәр ижад итергә лә ваҡыт таба. Бөгөн мин һеҙгә Резеда Хәсәнованың шиғырҙарынан бер шәлкем тәҡдим итергә булдым.
Гүзәл Әхмәҙиева, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Йәнтөйәк” түңәрәге етәксеһе
Ләкин нур һибә алмай. (Яуап: Көн йылытҡыс бөжәк)
Үҙем ҡыҙыл, түңәрәк. (Яуап: алма)
Резеда Хәсәнова, Әбйәлил районы, Рауил мәктәбе, 6-сы класс уҡыусыһы.