Үлмәҫбай ҡарт иртә менән урманға сығып киткән, кис етһә генә ҡайтҡан. Һунарға йөрөгән, балыҡ тотҡан. Үлмәҫбикә ҡарсыҡ өйҙә ашарға бешергән, балаларын ҡараған.
Урал менән Умырзая ла биш ҡышты, биш яҙҙы, биш йәйҙе, биш көҙҙө күргән. Теремек, сос булып үҫкәндәр. Көндән-көн һөнәрҙәрен арттырып, ата-әсәһен ҡыуандырып торғандар. Ете йәше тулһа, улымды һунарға алып йөрөр инем, тип әйтеп һалған бер көн Үлмәҫбай ҡарт. Тик ул көн килмәгән.
Урал менән Умырзая алтынсы яҙҙарын ҡаршылағанда була был хәл. Аталары урманға китеп, әсәләре өй эштәре менән булышҡан мәлдә, ике бала, урамға сығып, ҡаршылағы бейек тауға менергә уйлай. Тау битләүендә ҙур бер йырынды Урал һикереп сыға, ә Умырзая сыға алмай. Урал, уға ярҙам итергә уйлап, туғанының ҡаршыһына килә. Тик аяғы тайып, ҡар һыуҙары уны ағыҙып ала ла китә.
Уралды бик оҙаҡ эҙләйҙәр, әммә таба алмайҙар. Ата-әсәһе лә оло ҡайғынан бик ныҡ ҡартая. Улдарын һағыныуға түҙә алмаған саҡтарҙа шул тауға килеп, ҡайғылы йыр һуҙғандар, ти. Умырзая ла йыл һайын ҡар ирей башлау менән ошо тау битләүенә килеп, моңайып ултыра икән.
Шунан алып, халыҡ был бейек тауҙы Урал тип йөрөтә башлай. Тау битләүе ҡарҙан әрселә башлар-башламаҫтан яҙҙың тәүге сәскәләре – умырзаялар баш ҡалҡыта, ти.
Бөрйән районы Килдеғол мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы.