-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
2 Май 2020, 14:38

Резеда Хәсәнова ижады

Резеда Хәсәнова Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең 6-сы класында тик “5”-ле билдәләренә генә уҡый.

Резеда Хәсәнова Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең 6-сы класында тик “5”-ле билдәләренә генә уҡый. Һәр яҡтан да килгән: тырыш, уңған, һәләтле ҡыҙ. Мәктәптә үткән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.Матур итеп йырлай, бейей, тасуири шиғыр һөйләй- концерттарҙа сәхнәнең йәме ул. «Һаумы,һаумы әкиәт” район конкурсында башланғыс класта уҡығанында призлы урын яуланы. Урта синыфҡа күскәс тә, геграфия фәне буйынса , уҡытыусыһы Мәхмүтова Фариза Нәжип ҡыҙы менән тыуған ауылындағы Бәләғаҙа тауын тикшереү буйынса ғиллми эш башҡарып, бәләкәй фәндәр академияһында ике йыл рәттән призер булды. Резеда өйҙә әсәһе һәм өләсәһенә ярҙам итә, бәләкәй Сафия һеңлеһен дә ҡараша. Дәрестән һуң ошо мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән әсәһе Аҡсәскә Фәиз ҡыҙы етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөй. Шулай уҡ “Йәнтөйәк”әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөп, шиғыр һәм әкиәттәр ижад итергә лә ваҡыт таба. Бөгөн мин һеҙгә Резеда Хәсәнованың шиғырҙарынан бер шәлкем тәҡдим итергә булдым.
Гүзәл Әхмәҙиева,
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
“Йәнтөйәк” түңәрәге етәксеһе
Йома
Яратҡан көнөм йома
Аҙнаға берҙе була.
Ял көндәре еткәнгә
Күңел шатлыҡҡа тула.

Яратам
Олатай һәм өләсәй-
Минең иң-иң яҡындар.
Мин уларҙы яратам,
Гел янымда булһындар!

Әсәй
Бө гөн өйҙә күңелһеҙ...
Ни өсөн улай һуң ул?
Донъяның ҡото – һин бит,
Әсәй, эргәлә гел бул!

Атай
Атай минең ныҡ оҫта,
Ул эше менән матур.
Атай-ғаилә башлығы,
Һүҙен тыңлау бик зарур.
Ул өйрәтә яҡшыға:
Изге эштәр эшләргә,
Насар кеше булмаҫҡа
,Дөрөҫ итеп йәшәргә.
Мәңге йәшә!
Ҡояш күктә йылмая,
8 Март етә!
Әсәйҙәр булһа өйҙә,
Донъя йәмләнеп китә.
Әсәйемде яратам,
Бүләк итәмен сәскә,
Был донъяға йәм булып,
Әсәй, һин мәңге йәшә!
Сөй
Велосипед тәгәрмәсе
Килеп эләкте сөйгә.
Малай этеп транспортын,
Саҡ ҡайтып инде өйгә.

Икмәк
Өҫтәлдә һәр саҡ була,
Икмәкһеҙ эсмәйбеҙ сәй.
Тәмле икмәкте беҙгә
Бешереп ҡуя әсәй.
Беҙҙең ғаилә
Татыу ғаилә булғанға
Беҙ йәшәйбеҙ күңелле.
Атай, әсәй,һеңлем, мин-
Бөтәбеҙ ҙә бәхетле!
Беләҙек
Матур ғына беләҙек
Эшләне минең атай.
Һеңлемә оҡшап ҡалды,
Уны яратып уйнай.
Ҡулыма кейәм тиһәм,
Миңә хатта кейҙермәй.
Уйынсыҡ итеп алды,
Берәүгә лә тейҙермәй.
Йомаҡтар
Бөжәк, бөжәк, бөжәккәй,
Матур,үҙе бәләкәй.
Әйтерһең ҡояш апай,
Ләкин нур һибә алмай.(Яуап: Көн йылытҡыс бөжәк)
Өйөм була ҙур ағас..
Мин тәмле генә булғас,
Яраталар бигерәк.
Үҙем ҡыҙыл, түңәрәк.(Яуап: алма)
Резеда Хәсәнова,
Әбйәлил районы, Рауил мәктәбе,
6-сы класс
Читайте нас: