-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Июль 2020, 13:58

Ҡумыҙ моңо

Борон бер бәләкәй генә ауылда Гөлбикә исемле ҡыҙ йәшәгән. Бик матур ҡыҙ булған. Ләкин уның бер насар яғы бар икән: иртән йоҡоһонан ваҡытында уянырға яратмаған, һис тә йылы урынынан айырыла алмаған, ти.

Гөлбикәнең бүлмәһендә бер музыка ҡоралы – Ҡумыҙ йәшәгән. Ул тылсым көсөнә эйә икән. Ҡумыҙ һәр иртә, йөрәге әрнеп, Гөлбикәнең йоҡонан уяныуын күҙәткән.
Шулай Ҡумыҙ, күп уйлана торғас, бер сараһын уйлап таба. Гөлбикәне әсәһе иртәнсәк уятҡан саҡта, моңло, матур һәм тылсымлы көй уйнарға кәрәк тигән фекергә килә, сөнки аҡыллы Ҡумыҙ белә – уның моңо мөғжизәгә эйә.
Алһыуланып таң атҡас, йылы ҡояш нурҙары Гөлбикәнең бүлмәһенә лә төшә. Әсәһе лә инеп, Гөлбикәне иркәләп, йоҡонан уята башлай, ләкин ҡыҙ әсәһен ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә, ти. Йоҡлап ятыуын дауам итә икән.
Шул саҡ Гөлбикә моңло, дәртле көй ишетә…
“Ниндәй тауыш, ниндәй моң”, – тип, күҙен асып ебәрә. Һәм ни күрә, Гөлбикәгә уның күптән онотҡан дуҫы Ҡумыҙ ярҙамға килгән икән.
Матур, яғымлы көй ишетеп, ҡыҙ әсәһен ҡосаҡлап ала, урынын йыя, бит-ҡулын йыуып, әсәһе янына, аш-һыу бүлмәһенә сыға. Һәм әсә менән ҡыҙ икәүләп, ҡыуана-ҡыуана серләшеп, сәй эсәләр.
Шулай итеп тылсымлы Ҡумыҙ, әсә менән ҡыҙҙы бәхетле итә, сөнки ул белә: моң кешене илһамландыра, дәртләндерә, күңеленә ҡанат ҡуя, сәләмәтлеккә ыңғай тәҫьир итә. Шуның өсөн кешенең яратҡан йырын тыңлағанда, йөҙө балҡып, күҙ ҡараштары нурланып китә икән.

Алина РӘХИМҠОЛОВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының
4-се гимназияһы уҡыусыһы.
Читайте нас: