+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
23 Июль 2020, 17:24

Тейен балаһы (әкиәт)

Был әкиәтте Нургиз Көмөшбаев ебәрҙе. Ул Бөрйән районы Килдеғол мәктәбе уҡыусыһы.

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әсәһе менән тейен балаһы. Улар ботаҡтан-ботаҡҡа һикерә белмәгән. Уларҙың оялары аҫта, ерҙә булған. Бер көндө тейен балаһы рәхәтләнеп уйнап йөрөһә, ә артынан бүре етеп килә, ти. Тейен балаһы, ҡапыл әйләнеп, артҡа ҡараһа, бүрене күреп, ҡото осҡан, ти. Ул ҡурҡышынан ағасҡа шәп кенә менеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Ағас башында бик матур күренешкә тап булған да, шулай тирә-яҡты бик оҙаҡ күҙәтеп ултырған. Шунан олон буйлап аҫҡа төшөп барған икән, ағас ҡыуышын күреп ҡалған һәм, шунда инеп, донъяһын онотоп, йоҡлап киткән, ти. Бик оҙаҡ ҡайтмағас, әсәһе балаһын эҙләй башлаған. Эй, эҙләгән, эй, эҙләгән, ти. Ә балаһы, ботаҡтан-ботаҡҡа һикереп, уйнап тик йөрөй икән. Саҡ эҙләп тапҡан. “Уй, ҡолап ҡына төшмә, балаҡайым!” – тип, үрһәләнеп әсәһе, үҙе лә ағасҡа менгәнен һиҙмәй ҙә ҡалған.
Тейен балаһы: ”Әсәй, әйҙә һин дә минең һымаҡ ботаҡтан-ботаҡҡа һикереп ҡара, эй, күңелле,” – ти икән. Әсәһенә лә ағас башындағы оя бик ныҡ оҡшаған. Бында йәшәүе лә әүефһеҙ буласағына сикһеҙ ҡыуанған. Шул ваҡыттан алып тейе дәр ағас башында йәшәй башлаған. Улар хәҙер бер нәмәнән дә ҡурҡмай, ти.
Нургиз КӨМӨШБАЕВ, Бөрйән районының Килдеғол мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: