+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
18 Август 2020, 14:49

Ике "дүртле" тигән

Айҙарҙың мәктәпкә уҡырға барырға теләге бик ҙур. Ҡасан мәктәпкә барам тип, ата­-әсәһенең теңкәһенә тейеп бөттө. Алты йәше тулғас, үҙен ысын уҡыусы итеп хис итте. Көн һайын, формаһын кейеп, портфелен аҫып, урамға сығып йөрөп килә. Уның уҡыусы икәнен күрһендәр, йәнәһе!

Уҡырға барған тәүге көн Айҙарға иң иҫтәлекле көн булды. Дәрестә уҡытыусы аңлатҡанды тиҙ генә үҙләштерә, өйгә эште лә бик тиҙ эшләй. Көндәлегендә – “дүрт”ле, “биш”ле билдәләре
генә. Яҡшы баһалар алыу бик оҡшай. Бигерәк тә ата-­әсәһенең маҡтауҙары күңеленә май булып ята.
Бер көндө Айҙар математика фәненән өйгә эш өсөн көтмәгәндә “ике”ле алды. Уҡытыусы һорамаҫ әле тип, эшләмәгәйне шул. Компьютер артында оҙағыраҡ ултырып ташлағайны, өйгә
эш эшләргә ваҡыт ҡалмаған да ҡуйған. Эх, ошо компьютер, кем уны уйлап та­пҡан икән?!
Дәрестә ҡатнашып, “дүрт”ле билдәһе лә алды ла ул. Тик көндәлеккә “ике”һе лә, “дүрт”е лә ҡуйылды шул.
Нимә генә эшләргә? Өйҙәгеләргә ни­сек кенә аңлатырға? Насар билдәһен белмәһендәр ине. Бик оҙаҡ баш ватҡас, уҡытыусы булып эшләгән әсәһенә:
– Әсәй, мин бөгөн математиканан ике “дүрт”ле алдым. Бына хәҙер ике “дүрт”лене нисек ҡуялар, ҡара әле, – тине күҙҙәрен йәшереп кенә.
Картинка: Рixabay.com
Читайте нас: