Республикабыҙҙың ҡайһы белем усағын алма – һәр береһендә төрлө секциялар, түңәрәктәр гөрләп эшләй. Балаларҙы шәхес булараҡ үҫтереү, уларҙың әүҙемлеген арттырыу, берҙәмлек тойғоһон тәрбиәләү өсөн был кластан тыш сараларҙың әһәмиәте бик ҙур.
Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең “Йәнтөйәк” әҙәби-ижад түңәрәге 2010 йылдан башлап әлеге көндәргәсә һөҙөмтәле эшләп килә. Филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Ғиниәтула Сафиулла улы Ҡунафин әйтеүенсә “Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы балаларҙа дөрөҫ һәм айыҡ ҡараш, ижади һәләт, матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейешле философ та, тарихсы ла, этнограф та, әҙәбиәтсе лә, фольклорсы ла, музыкант та, хореограф та, артист та, оратор ҙа булырға тейеш. Филология уҡытыусыһы – халыҡ аңының, теленең, халыҡ хәтеренең һаҡсыһы”. “Йәнтөйәк”те тап шулай уҡытыусыларҙың береһе, күптәргә өлгө булырлыҡ, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә күп көс һалған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиева етәкләй.
“Йәнтөйәк” районыбыҙ кимәлендә генә түгел, хатта республика кимәлендә лә киң билдәле. Ни өсөн тиһәгеҙ, сөнки унда шөғөлләнгән уҡыусыларҙың ижад емештәре “Йәншишмә”, “Аманат” журналында даими рәүештә баҫылып тора. Улар араһында әүҙем яҙышҡандары өсөн ошо баҫмаларҙың “Йәш хәбәрсе” танытмаһын алыусылар, Ғәбиҙулла Зарипов премияһына лайыҡ булыусылар ҙа бар.
Әйткәндәй, 2014 йылда Динара Ғәлләмова, Лилиә Солтанованың “Осҡон” район типографияһында үҙнәшер юлы менән “Тыуған яҡ биҙәктәре” һәм “Шаян сысҡандар” исемле китаптары донъя күрҙе. Артабан түңәрәккә йөрөгән йәш ижадсыларҙың шиғырҙары “Йәйғорсоҡтар” (Учалы-2014), “Йырҙарыбыҙ һиңә, Әбйәлил!” (Учалы-2015), “Тыуған яҡ биҙәктәре” (Өфө-2015), “Ҡуңыр буға” балҡышы” (Учалы-2015), “Эҙҙәр” (Учалы-2016), “Умырзая” балалар ижады антологияһы (Сибай-2017), “Ҡуңыр буға китабы” (Сибай-2018), “Бабич вариҫтары” (Өфө-2020) йыйынтыҡтарында баҫылып сыҡты.
Уҡыусылар шулай уҡ төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Мәҫәлән, яңыраҡ, башҡорт теле көнө алдынан, “Бабич вариҫтары” республика ижади конкурсында һигеҙ йәш шағир финалға үтте, һәм 9-сы класс уҡыусыһы Анжела Бугрова 2-се урынға лайыҡ булды. Бынан алда Өфөлә үткән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара бәйгеһендә авторлыҡ йүнәлеше буйынса, фәһемле әкиәттәр яҙып, Руслан Юнысбаев өсөнсө урынға сыҡты. Ул шулай уҡ районыбыҙҙа үткән «Йәш ҡәләм оҫталары» конкурсында Гран-при яуланы. Ә инде 7-се синыфтан Резеда Хәсәнова, һигеҙенсенән Иҙел Ғәлиуллин проза өлкәһендә призлы урындар алдылар. “Йәнтөйәк”тә шөғөлләнеүселәр, еңеү артынан еңеү яулап, башҡорт теле йылын лайыҡлы ҡаршыланылар. Әле лә ижад ҡаҙанында ҡайнап йәшәйҙәр.
Был уҡыусыларҙың ижадҡа ынтылышы һүрелмәһен тигән теләктә ҡалам. Уларҙың һәләттәрен ваҡытында күреп, кескәй күңелдәрҙә ижади осҡон ҡабыҙыусы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиеваға ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Уның башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫереүҙә өлөшө ифрат ҙур.