Халыҡтың 70 проценты 1 апрель
көнө кемде булһа ла шаяртып, ирмәк ҡыла икән. Беҙ ҙә халыҡтан айырылмаҫҡа була көлөү, шаярыу, дуҫтарса алдашыу көнөн КОНКУРС иғлан итеп, күңелле генә билдәләп алырға ниәт ҡылдыҡ. Конкурсыбыҙҙың төп шарты – видеокамера алдына баҫып (ултырып торорға, китеп ятырға ла, барып ултырырға ла мөмкин), бер-беребеҙҙе шаяртыу, һыныбыҙҙы ҡатырғансы көлдөрөү өсөн, ҡыҙыҡлы көләмәстәрҙе, мажаралы хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлап һөйләү, видеоролик эшләп #Беренсеапрель_Аманат хештегы аҫтында үҙеңдең сәхифәһендә урынлаштырыу. Шулай уҡ һәр бер ҡатнашыусы үҙенең дуҫтарын да, дуҫтарының дуҫтарын да
https://vk.com/amanatrb төркөмөндә тороуын һорарға тейеш. Видеороликтың сифаты, көләмәстең мәғәнәһе (иң мөһиме ҡыҙыҡ булыуы) һәм ошо видеоролигын мөмкин тиклем күберәк дуҫтарына репост эшләүе лә мөһим.