Татыу ғаиләлә ике бала тәрбиәләп үҫтерәбеҙ. Улыбыҙ Линар беренсе синыфта уҡый. Ул бик тырыш, аҡыллы уҡыусы. Ул бейеү, футбол, компьютер түңәрәктәренә йөрөй.
Ҡыҙыбыҙ Лилиә балалар баҡсаһында йөрөй. Ул бала саҡтан уҡ йырларға, шиғыр һөйләргә, бейергә, һүрәт төшөрөргә бик ярата.
Беҙҙең ғаилә район кимәлендә уҙғарылған “Йәш ғаилә” бәйгеһендә ҡатнашып, гран-при яуланы, ә һуңынан республика күләмендә уҙғарылған бәйгелә лә гран-приға лайыҡ булды.
8 июлдә Рәсәй Федерацияһында уҙғарыласаҡ бәйгелә беҙҙең ғаилә Башҡортостан республикаһынан сығыш яһаясаҡ.
Беҙҙең ғаилә тырыш, уңған, етеҙ. Конкурс артынан конкурстар үтеп торһалар ҙа уларҙа ҡатнашырға ваҡыт табырға тырышабыҙ. Ошо март айында уҙғарылған конкурстарҙа ла ҡатнашып призлы урындар яуланыҡ.
1 март “Башҡорт ғаилә” бәйгеһендә сығыш яһап, Салауат районының администрацияһының рәхмәт хаты менән бүләкләндек. Һуңынан ошо айҙа уҙғарылған “Йөрәк һүҙе” конкурсында ҡатнашып, Рәми Ғариповтың “Тыуған тел” шиғырын тасуири һөйләп 1 урын алдыҡ.