+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
2 Апрель 2021, 15:17

Тылсымлы ҡумыҙ

Әкиәт

Борон заманда, бер бәләкәй генә ауылда, Гөлбикә исемле ҡыҙ йәшәгән. Уның һылыулығына күҙҙәр ҡамашҡан. Ләкин уның бер насар яғы ла булған. Иртән йоҡоһонан уянырға яратмаған, һис тә йылы урынан айырыла алмаған, ти.
Гөлбикәнең бүлмәһендә бер музыка ҡоралы – Ҡумыҙ йәшәгән. Ул ифрат та тылсым көсөнә эйә икән. Ҡумыҙ һәр иртә, йөрәге әрнеп, Гөлбикәнең йоҡонан уяныуын күҙәткән.
Бер ваҡыт Ҡумыҙ, күп уйлана торғас, бер сараһын уйлап таба. Иртән Гөлбикәне әсәһе иртәнсәк уятҡан саҡта, моңло, матур һәм тылсымлы көй сығара башлай. Аҡыллы Ҡумыҙ белә, моң – ул мөғжизәгә эйә.
Алһыуланып таң атҡас, йылы ҡояш нурҙары Гөлбикәнең бүлмәһенә төшә. Бүлмәгә ҡыҙҙың әсәһе инеп, Гөлбикәне иркәләп, йоҡонан уята башлай. Ләкин ҡыҙ әсәһен ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә, ти. Йоҡлап ятыуын дауам итә икән. Әсәһе “ни эшләргә инде, нисек уятырға был баланы” тип, аптырап ултырғанда, моңло, дәртле көй ишетелә...
Ниндәй нәзәкәтле тауыш, ниндәй илаһи моң, – тип ҡыҙ, йоҡонан айнып китә.
Бәй! Ни күрә?.. Гөлбикәнең күптән онотҡан дуҫы Ҡумыҙ бит был!
Матур, яғымлы көй ишетеп, ҡыҙ әсәһен ҡосаҡлап ала. Тиҙ генә урындарын йыйыштыра һалып, бит-ҡулдарын йыуып, әсәһе янына, аш бүлмәһенә сыға. Өҫтәлдә әсәһенең бешергән тәмле ҡоймаҡтарын күреп, ҡыҙ, ошоға тиклем үҙенең йоҡосо булыуына эсе бошоп китә. Бынан ары мин йоҡосо булмам, тип үҙенә-үҙе һүҙ бирә.
Әсә менән ҡыҙ сөкөрҙәшеп, ҡыуана–ҡыуана, сәй эсә.
Шулай итеп, тылсымлы Ҡумыҙ, әсәй менән ҡыҙҙы бәхетле итә. Моң кешене елкендерә, илһамландыра, дәртләндерә, күңелгә ҡанат ҡуя, сәләмәтлеккә ыңғай тәҫьир иткәнлеген хәҙер барыһы ла белә. Ошо көндән алып, яратҡан йырын тыңлаған һәр кешенең йөҙө балҡып, күҙ ҡараштары нурланып китә икән.

Алина РӘХИМҠОЛОВА,

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се гимназия уҡыусыһы.

Читайте нас: