+12 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Ижад ҡомары
2 Августа 2021, 05:43

Бесәндән ҡайтыу

– Иң беренсе йылға менән һаулыҡ һорашырға кәрәк. Һыуға килгәс, битте-ҡулды йыумай ҡайтырға ярамай. Уны эскәс, йылғаға рәхмәт әйтергә кәрәк, – тине.– Ниңә икән? – Миңә бөтөн нәмә ҡыҙыҡ ине....

Бесәндән ҡайтыуБесәндән ҡайтыу
Бесәндән ҡайтыу

Бесәндән ҡайтыу

(Земфира Аҡбутинаның "Иҙел ҡыҙы" повесынан өҙөк)


Бер көндө әсәйем беҙ өсәүҙе сабынлыҡҡа ебәрҙе.
– Бакуйҙа ятҡан бесән бар. Бер-ике күбә булһа ла күбәләп ҡайтығыҙ, – тине. Был һүҙҙәр, әлбиттә, Әлфиә апайыма әйтелде. Әлиә апайым менән мин уға иптәш булып барабыҙ.
Аҙыҡ-түлекте сепрәк моҡсай¬ға һалдыҡ та сығып киттек. Башта үҙәктән ҡаршылағы тау¬ға мендек. Унан юл буйлап киттек. Иртә булғас, һалҡынса. Бы¬на бойҙай баҫыуына ла еттек. Әҙерәк барғас, Олоҡман соҡоро ята.
– Ниңә Олоҡман соҡоро тигәндәр икән? – тип һорайым.
– Олоҡман тигән кеше төшөп үлгән, шуға ҡушҡандар, – ти Әлфиә апайым. Миңә шомло булып китә. Соҡор үҙе күренмәй, тирәләп өйкөм-өйкөм булып үҫкән ағастар ғына япраҡтарын елгә шыбырлатып, беҙҙе сәләмләгәндәй тойола.
– Олоҡман соҡоро менән Кәмәше мәмерйәһе бик элекке замандарҙа ҡушылған булған, – тип һүҙгә Әлиә апайым ҡушыла. – Кешеләр ауылға яҡын мәмерйәнән төшөп, ошо соҡор¬ға килеп сыҡҡан. Бигерәк тә яу ваҡытында был йәшерен юл иҫәпләнгән.
Иҫем китә. Апайымдар ҡай¬һылай күпте белә!
– Хәҙер уңға боролабыҙ, – ти Әлфиә апайым, – Яҙҙауар ҡаяһының башына етәбеҙ.
Иген баҫыуы араһынан һуҙыл¬ған һуҡмаҡ беҙҙе ағаслыҡ ҡырына алып килде.
– Инде тауҙан төшәбеҙ, – алдан барған Әлфиә апайым фармандарын бирә генә. – Аяҡ аҫтығыҙҙы ҡарап атлағыҙ. Юлда арҡыры ағастар ята, эләгеп йы¬ғылмағыҙ. Һуҡмаҡ буйында шы¬ма үләндәр үҫә, тайып китһәгеҙ, уларға тотонмағыҙ, ҡулы¬ғыҙҙы ҡырҡыуы бар, ағас ботаҡтарына йәбешергә тырышығыҙ. Юлыбыҙ үҙәк эргәһенән үтҡәндә, абай булығыҙ. Ипләберәк атламаһағыҙ, тайып китеп, аҫҡа тәгәрәп төшөп китәсәкһегеҙ. Аяҡ аҫтымды ҡарап ҡына барам. Арҡыры ятҡан ағастар, шыма үләндәр, тәрән үҙәк, тай-ғаҡ һуҡмаҡ – бөтәһе лә булды, юл ситендәге ағас ботаҡтарына тотона-тотона төшөп еттек был тауҙы. Ултырып ял итеп алдыҡ. Әлфиә апайым йәшерелгән урындан баҡырсаны алды ла беҙҙе һыуға ебәрҙе. Үҙе кибә башла¬ған бакуйҙарҙы әйләндерергә ҡалды. Беҙҙең сабынлыҡ Яҙҙауарҙа. Һыу юлы менән дә килергә була бында. Тик әлегә йылға ташҡан, ҡойма ямғыр¬ҙар¬ҙан һуң ҡайтмаған. Шуға әсәйем беҙҙе тау юлы буйлап ебәр¬ҙе лә инде. Киттек Әлиә апайым менән Ағиҙелгә. Машина юлына төшөп алғас, тиҙ барып еттек. Апайым йылғаға төшкәс, уны сәләмләп алды, битен-ҡулын сайҙы, унан төпкәрәк барып, баҡырсаға һыу тултырҙы. Үҙе миңә ҡарап:
– Иң беренсе йылға менән һаулыҡ һорашырға кәрәк. Һыу¬ға килгәс, битте-ҡулды йыумай ҡайтырға ярамай. Уны эскәс, йылғаға рәхмәт әйтергә кәрәк, – тине.
– Ниңә икән? – Миңә бөтә нәмә ҡыҙыҡ ине.
– Юҡһа Һыу эйәһе асыулана.
Һыу эйәһенән ҡурҡыпмы, апайымды тыңлапмы, мин дә тиҙ генә йылғаға төшәм. Һыуы¬быҙҙы алып, кирегә атланыҡ. Бер аҙ шөрләтә. Шым ғына барабыҙ. Уң яҡтағы ағаслыҡ шомло тойола. Ә һулда – һоло баҫыуы. Мин инде бойҙай менән һолоно танырға өйрәндем. Беҙ килеп етеүгә, Әлфиә апайым усаҡ тоҡандырғайны. Баҡырсаны аҫҡаҡҡа эләктереп, ҡайнатырға ҡуйғас, ҡыуышҡа индек. Унда рәхәт – күләгә һәм һалҡынса. Ҡыуышты ағас эргәһенә йәтешләп эшләгән атайым. Үҙе шофёр булғас, бушамай, рейстан төндә генә ҡайта.
– Барыбер эҫелә эшләп булмай. Әйҙә, Иҙелгә барып, һыу инеп киләйек! – тине Әлфиә апайым, сәй эсеп бөткәс. Беҙ шатланып риза булдыҡ.
Иҙелдә һыу инеү бер-ике сәғәткә һуҙылғандыр. Унан эш ҡоралдарыбыҙҙы күтәреп, бесән күбәләргә киттек. Әлиә апайым менән мин тырматабыҙ. Бер юлы яҫмар ҙа яһап китәбеҙ. Әлфиә апайымда ағас һәнәк. Ул күтәремдәрҙән күбә һала, шунан менеп тапай йә беҙгә ҡуша. Өс-дүрт күбәне эшләп бөтөүгә, Ҡалҡаман мәмерйәһенең тапҡырына еттек. Абайламаған да булыр инем әле, Әлфиә апайым төртөп күр¬һәтмәһә. Ысынлап та, ҡаршыла ғына бейек тау уртаһында ауыҙы өңөрәйеп бер мәмерйә күренә. Уның тура¬һында легендаларҙы ишетеп үҫкәнгә, бик мөғжизәле һымаҡ күренде.
— Әйҙәгеҙ, менәйек! – тине Әлфиә апайым. – Һин бармай¬һың, унда бейек, тәгәрәп китер¬һең, – тип өҫтәне миңә ҡарап.
— Юҡ, менәм, – тинем.
Иң беренсе Әлфиә апайым китте, уның артынан Әлиә апайым, аҙаҡ – мин. Таштары ҙур, тау бейек. Шуға өс-дүрт метр¬ҙан өҫкә күтәрелә алманым, Әлфиә апайым был саҡта мәмерйә ауыҙында ине. Әлиә апайым юлдың яртыһына еткән, ул минән ике йәшкә оло шул. Әлфиә апайым инде кирегә төшә башланы, артынан Әлиә апайым да аҫҡа ыңғайланы. Минең тәңгәлемә еткәс, Әлфиә апайым шым ғына:
— Йылға буйында туристар күренә. Мәмерйә ҡарарға туҡтағандарҙыр, тиҙерәк эште бөтөрәйек тә ҡасайыҡ, йә тотоп алырҙар, – тине һәм баҫыу араһынан һуҙылған һуҡмаҡҡа күрһәтте. Был һуҡмаҡ йылға яғынан килә. Туристар туранан мәмерйәгә юл һалған.
Нисек бер-ике күбәне яһағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Әлфиә апайымдың ҡулдары уйнап торҙо, беҙ ҙә тырыштыҡ. Туристар әле күренмәне. Беҙ йәһәтләп ҡыуыш яғына киттек. Шым ғына барабыҙ. Баҡырсала ҡалған һыуыҡ сәйгә ҡушып ҡал¬ған аҙыҡты ашаныҡ. Көн дә кисләгәйне. Ҡояш офоҡтоң өҫтөндә тора. Тауҙы артыла башланыҡ. Бер аҙ өҫкә күтәрелгәс, Әлфиә апайым:
— Әйҙәгеҙ, теге туристарҙы ҡарайыҡ, ни эшләп йөрөйҙәр икән? – тине. Беҙ һуҡмаҡтан ситкә – һул яҡҡа боролоп, ағас¬тар араһынан киттек. Юл ситендәге еләктәрҙе ашай-ашай бара торғас, асыҡ ҡына тау моронона килеп сыҡтыҡ. Тирә-яҡ ҡараңғылана башланы. Аҫҡа ҡараһаҡ та, мин бер ни күрмәнем. Әлфиә апайым:
— Әйҙәгеҙ, туристарҙы ҡур¬ҡытайыҡ! – тине. Быға тиклем шөрләп кенә йөрөгән апайым батырланып киткәйне. Ул:
— Оһо-һой, эй, туристы! – тип урыҫсалап һөрәнләне. Мин әле уҡымағас, уның нимә әйткәнен аңламаным. Шулай ҙа ҡурҡып киттем, апайыма:
— Ҡуй, ҡысҡырма, йә бында килеп менерҙәр, ҡасып ҡотола алмаҫбыҙ, – тим.
— Юҡ, улар бында менә алмай, юлды белмәйҙәр, – тип тынысландыра Әлфиә апайым. Әлиә апайым уның еңенән тартып:
— Тауҙы менә һалайыҡ, ҡараңғы төшә башланы бит! – тип ҡабаландырҙы.
— Туҡта, тағы берҙе ҡысҡырайым да!
Кире боролоп һуҡмаҡҡа еткәндә, урман эсендә ҡараңғы төшкәйне инде. Шым ғына барабыҙ. Бер саҡ Әлиә апайым:
— Ана, алда айыу ултыра, – тине. Ысынлап та, һуҡмаҡ ситендә генә бер ҡарасҡы күренә. Әлфиә апайым:
— Ниңә тик кенә ултыра икән? Әйҙә, ҡысҡырайыҡ әле. Айыу-ҙар кешенән ҡурҡа ул, – тине лә һөрәнләп, яулығын болғай-болғай алға йүгерҙе. Беҙ ҙә ҡысҡырырға тотондоҡ. Бына Әлфиә апайым «айыу» янына барып етте, тик тегеһе ҡыбырларға уйламаны ла.
— Түңгәк булған бит! – тип ҡысҡырҙы апайым һәм уны тибеп ебәрҙе. Серек түңгәк аҫҡа табан тәгәрәне. Уң яҡтағы шомло үҙәккә ҡарап, Әлиә апайым:
— Ошонда айыуҙар йәшәй, ти әсәйем, – тине.
— Ысынмы? – Мин ҡалтырана башлайым. Әлфиә апайым:
— Әйтеп торам бит, айыуҙар кешенән ҡурҡа. Шуға ҡараңғы урманда шым ғына йөрөргә ярамай, йә ҡысҡырып һөйләшергә, йә йырларға кәрәк, – ти. – Әйҙәгеҙ, ҡысҡырайыҡ! Оһо-һой, айыуҙар, беҙ һеҙҙән ҡурҡмайбыҙ!
Беҙ ҙә уның артынан шул һүҙ¬ҙәрҙе ҡабатлайбыҙ. Бер кем дә айыу килеп сығыуын теләмәй. Уф, тауҙы саҡ менеп еттек! Урманды имен-аман сығыуыбыҙға ҡыуаныстан көлөп ебәр¬ҙек. Оло юлға тиклем баҫыуҙы йүгереп үттек. Бына юл, йылы тупраҡ борҡоп ята.Тирә-яҡ байтаҡ ҡараңғыланғайны. Тик ҡай¬ҙандыр яҡтылыҡ төшә. Алға ғы¬на ҡарап килә инек, ҡапыл күккә баҡтыҡ. Ә унда алтын табаҡ кеүек йомро ай балҡый! Бөтәбеҙ бер юлы:
– Ай! – тип шатланып ҡысҡырыштыҡ.
– Ай беҙгә иптәш! – тине Әлиә апайым.
– Әйҙәгеҙ, йырлайыҡ! – тине Әлфиә апайым. Үҙе башлап та ебәрҙе:
Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап
Дивизия атланы.
Алыр өсөн Приморьены,
Ҡыуыр өсөн аҡтарҙы...
Уға Әлиә апайым ҡушылды. Һүҙҙәрен белмәһәм дә, мин дә көйләгән булам. Ул йыр бөтөүгә, Әлфиә апайым икенсене башланы:
Дан приказ: ему на запад,
Ей в другую сторону...
— Олоҡман соҡорона яҡынлайбыҙ, – ти Әлиә апайым.
— Ҡайтып етергә лә күп ҡалмай, – ти Әлфиә апайым.
Йырлап барыу күңелле икән. Апайымдар һалдаттар һымаҡ маршҡа баҫып атлай. Мин дә дәртләнеп киләм, йүгереп тә китәм. Тирә-яҡта ҡараңғы бул¬һа ла, ҡаршыбыҙҙа ғына торған айға ҡарап барыуы күңелле. Тау башына етеүгә Әлфиә апайымдың ҡысҡырып йырлауҙан тауышы бөтә башлағайны. Ул туҡтаны. Көндөҙ үҙәктән төшөр инек, хәҙер шөрләтә. Тауҙы, текә булһа ла, юл буйлап төшә-беҙ. Ҡайһы саҡ мин ултырам да артым менән этенеп шыуам. Тауҙан төшөүебеҙгә, тыҡрыҡ осонда беҙҙе әсәйем көтөп то¬ра ине. Борсолоуы йөҙөнә сыҡ¬ҡайны. Ул шым ғына, ләкин асыулы итеп:
— Сәғәт төнгө беренсе китте, ҡайҙа йөрөйһөгөҙ донъяғыҙҙы онотоп? – тип ҡаршыланы. Мин тәьҫораттарымды бүлешеп, әсәйемә:
— Беҙ туристарҙы ҡурҡыттыҡ! – тим.
— Айыу ашағандыр быларҙы, тип әллә нәмәләр уйлап бөттөм, нисә тапҡыр ошо тыҡрыҡ осона килдем, төшкән бер кешенән һеҙҙе һорашам, – ти әсәйем. Мин:
— Ә беҙ айыуҙың үҙен ҡур¬ҡыттыҡ! – тигән булам.
— Нисек ҡурҡыттығыҙ? – ти әсәйем.
— Ҡысҡырып ҡурҡыттыҡ. Әсәй, беҙ ҡурҡманыҡ, юл буйы йырлап ҡайттыҡ.
— Ярай, һеҙҙең төнгә хәтлем йөрөгәнегеҙҙе атайығыҙ белмәй ҡалды, рейстан арып ҡайтты ла ятты, – тип әсәйем үҙ хәбәрен теҙҙе.
Уның борсоулы йөҙө беҙҙе имен-аман күреүҙән яҡтырып китте. Шул саҡта әсәйҙең нисә сәсен ағарттыҡ икән?!

Бесәндән ҡайтыу
Бесәндән ҡайтыу
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас