+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
12 Август 2021, 10:56

Яҡшы һүҙ – йән аҙығы

- Минең бит әсәйем юҡ, улай матур һөйләшергә өйрәтергә, исмаһам, бер дуҫым да юҡ, - тип, моңһоуланып киткән, ти,Төлкөбай. 

Яҡшы һүҙ – йән аҙығы
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы

Яҡшы һүҙ – йән аҙығы
Әкиәт
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Тейенбай. Ул бик тә аҡыллы, уңған, тырыш булған. Бер көндө урманға бәшмәк йыйырға сығып киткән, ти. Йөрөй торғас, ҡаршыһына Төлкөбай осраған. Тейенбай: 
- Һаумы, Төлкөбай, хәлдәрең нисек? - тип сәләм биргән. Төлкөнөң әллә кәйефе булмаған, әллә үҙе шулай әҙәпһеҙ булған, уға яуап бирмәгән. Тейен ҡабатлап өндәшкән: 
- Нишләп минең менән һөйләшмәйһең? Төлкөбай йәне көйөп: 
- Минең һаулыҡта һинең ни эшең бар? - тигән. 
- Һаулыҡ һорашҡанға яуап бирергә кәрәк. Был тәрбиәлелекте аңлата, - тигән Тейенбай, - мине әсәйем шулай өйрәтә. 
- Минең бит әсәйем юҡ, улай матур һөйләшергә өйрәтергә, исмаһам, бер дуҫым да юҡ, - тип, моңһоуланып киткән, ти,Төлкөбай. 
- Әйҙә, дуҫлашайыҡ! Яғымлы һөйләшергә лә өйрәнерһең, һине башҡалар ҙа яратыр. 
Шул көндән башлап улар дуҫлашҡан, ти. Төлкөбай ипле һөйләшергә өйрәнгән. Шул замандан башлап, уның дуҫтары ла күбәйгән, имеш,ти. 

Әлиә ХИСАМОВА, 
Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, 
“Өмөтлө ҡәләм” район бәйгеһендә "Борон-борон заманда..." номинацияһында “Аманат” журналының бүләгенә лайыҡ булды. 

Яҡшы һүҙ – йән аҙығы
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: