+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
17 Август 2021, 15:55

Бәхеткә илткән юлым

...Тик, йәйге каникулдан мәктәпкә барғас... тәнәфестәрҙә Уның икенсе ҡыҙ менән һөйләшеп тороуҙарын, кисәләрҙә етәкләшеп йөрөүҙәрен күреп, тамам, ергә төштөм.

Бәхеткә илткән юлым
Бәхеткә илткән юлым

Бәхеткә илткән юлым

 

Әхирәтем һөйләгәненән

 

Мәктәп осорондағы фотоһүрәттәрҙе ҡарап ултырғанда Уның – тәүге мөхәббәтем менән төшкән фотоға юлыҡтым. Хәйер, мөхәббәт үк тип атап та булмаҫ ул хистәрҙе. Тәүге мауығыу, оҡшатыу тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Шул тиклем баҫалҡы, оялсан, бер ҡатлы булғанмын шул ул саҡта. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына камераға ҡарағанмын да, бер аҙ ғына йылмайып, ҡатып ҡалғанмын. Ә ул, киреһенсә, сая, үткер ҡарашы менән хәҙер өтөп алырҙай. Аяҡтарын кирә баҫып, ғорур тора. Етмәһә, мине билемдән ҡымтып ҡосаҡлап та алған булған.

...Тәүге мөхәббәт, тәүге һөйөү тип, хистәремдән башым әйләнеп йөрөгән саҡтар ине ул. Был мөхәббәт мәңгелектер, мәктәп тамамлағас, бергәләп уҡыу йортона кереп, уның кеүек матур балалар үҫтерербеҙ, тип хыяллана инем мин. Мәктәпкә тик уны күрер өсөн барам; остоҡ ҡына хат-записка (ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ ине әле) яҙыуын көтөп бер булам.. Ә ҡайһы саҡ, мәктәп кисәләренән һуң өйгә тиклем оҙата килһә... шатлығымдан таң һыҙылғансы йоҡламай төн үткәрә торғайным.

Әхирәттәрем, минең көндән-көн Уға нығыраҡ өйрәнә барыуымды күреп, Уның хаҡында төрлө хәбәрҙәр еткереп, күҙҙәремде асырға тырыша ине. Имеш, ул бер мине оҙата килмәй, тик миңә арнап хаттар яҙмай. Имеш, бер беҙҙен синыфтан ғына әллә нисә ҡыҙ менән шулай “шаяра”. Тик минең уларға ышанғым килмәй ине. Үҙем ҡорған хыялдарым шул тиклем татлы ине шул. Дискотекаларҙа бер ваҡытта ла яныма килмәҫ, дуҫ егеттәре менән генә йөрөр ине. Әммә башҡа ҡыҙҙарҙы ла бейеүгә саҡырмай бит, тип тынысландым һәр саҡ. Оҙата килһә лә, кеше күҙенән йырағыраҡ йөрөргә тырышты, “минең менән булғанды берәүгә лә һөйләмә, хатта әхирәттәреңә лә. Күҙ тигеҙеп ҡуйһалар беҙҙең һөйөүгә”, – тиер ине. Эх, шул саҡтағы һантыйлығым, бер ҡатлы булыуым! Ярай әле, тәрбиәм яҡшы: сикәнән генә үптерәм дә, шәп-шәп кенә атлап, өйгә инеп китә торғайным.

Бер-ике йыл дауам итте беҙҙең был “дуҫлыҡ”. Шул ике йыл эсендә Уға арнап байтаҡ шиғырҙар яҙҙым, хыялланып, һанһыҙ төндәремде йоҡламай үткәрҙем... Тик, йәйге каникулдан мәктәпкә барғас... тәнәфестәрҙә Уның икенсе ҡыҙ менән һөйләшеп тороуҙарын, кисәләрҙә етәкләшеп йөрөүҙәрен күреп, тамам, ергә төштөм. Юҡ, иламаным да, ҡайғырманым да. Эстә ниҙер генә шартлап өҙөлгәндәй булды ла, ҡапыл Уға ҡарата хатта йәлләү хисе кисергәндәй булдым.

Китап уҡырға яратам мин. Ни өсөн Ул минең менән улай ҡыланды, ҡайһы ерем менән теге ҡыҙҙан кәммен тип, төрлө мәғлүмәттәр эҙләй башланым. Психология китаптарын башынан аҙағынаса ентекләп аҡтарҙым. Һәм... был шөғөлөм оҡшап ҡалды. Шәхес булараҡ үҫешеү, ҡатын-ҡыҙҙарға хас матур сифаттар үҙләштереү кеүек материалдар эҙләп, үҙем өсөн яңы донъя астым. Ғаилә тәрбиәһендә лә, мәктәп программаһында ла замана ҡыҙҙары өсөн был йүнәлештә иғтибар юҡ, йә юҡ кимәлендә бит. Оксана Дуплякина, Ольга Валяева, Джон Грей, Диля Еникеева, Снежана Тихонова-Айыына һәм башҡа авторҙар китабы миңә ҙур ярҙамға килде.

Тәүге мөхәббәтем менән булған хәлде хәҙер иҫләйем дә, әгәр бөгөнгө белемем ул саҡта булһа, улай һуҡырҙарса алданып йөрөмәҫ инем, тип уйлайым.

Әйткәндәй, байтаҡ йылдар үткәс, килде Ул миңә. Ҙур гөлләмә тотҡан, ҡупшы кейенгән. “Иҫәр булғанмын, йөҙәр ҡыҙҙар араһынан һин иң тыйнағы, иң нескә күңеллеһе булғанһың. Кеше күңелен дә тик һин аңлай беләһең. Хаталарымды төҙәтеп, үҙемде яҡшы яҡтан күрһәтергә һүҙ бирәм”, – тине. Тик мин инде элекке һантый ҡыҙ түгелмен.

Һәм... тиҙҙән минең туй: мине ҡәҙерләгән, ҡурсалаған, минең өсөн өҙөлөп торған ысын Мөхәббәтемә кейәүгә сығырға йыйынамын...

 

Рита ХӘСӘНОВА.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: