+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
29 Август 2021, 10:20

Ҡоралайға сыҡҡан, ти, “айыусы”…

Был хәл ике-өс йыл элек булды... Бер танышым шылтыратты ла, күрше өлкәнән килергә тейеш һунарсыларҙы ҡунаҡ итеп, урманға ҡоралайҙар булған урынға алып барыуымды үтенде.

Ҡоралайға сыҡҡан, ти, “айыусы”…
Ҡоралайға сыҡҡан, ти, “айыусы”…

Миңә ни, ҡыйын түгел. Килһендәр әйҙә...

Шунан, оҙаҡламай, тегеләр ҙә ауылға килеп етте. Һунарға тип әҙерләнгән текә генә джиптан әзмәүерҙәй өс ир уҙаманы килеп төштө. Ҡулдарында ҡоралайға тигән рөхсәт ҡағыҙы. Былай булғас – яҡшы, егерҙәрҙән ҡасып йөрөргә тура килмәҫ. Тегеләрҙең, Джипларына тейәлдек тә киттек урманға, багажникка һунарға өйрәтелгән лайкам да һикереп менеп алды. Юлда былар  һунарҙа булған тарихтарын һөйләй башланы бит: быныһы – бер өйөр бүре алған, тегенеһе – ҡабандар атырға ярата, өсөнсөһө – айыу кеүек януарҙарҙы ғына һанға һуға икән! “Айыусы”ның ҡулындағы ун яһаулы “Тигр” карабины ла уның һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй. Мин үҙемдең хан заманынан ҡалған ҡуш көбәгем менән улар араһында – бер байғош ҡынамын. Шымдым да юлды күрһәтеп барыуымды беләм.

Тейешле урынға барып еттек. Унда шишмә буйына һунарсылар бер өҫтәл әтмәләп ҡуйған. Мин шуның янында аш-һыу әҙерләп йөрөйөм. Бындай текә һунарсылар менән бергә барып оятҡа ҡалмағайы, йәнәһе... Ярай, үҙҙәре генә ҡоралай алһындар ҙа… Лайкам багажниктан һикереп төшөү менән үк тирә-яҡты еҫкәнә башланы һәм, табыш һиҙеп, яндағы үр башына табан сапты. Бер-ике минут та үтмәне, лауылдап нимәнелер баҫтыра башланы. Тегеләрҙең “айыусы”һы: “О, моғайын ҡоралай баҫтыралыр” – тип, карабинын алды ла эт артынан менеп китте... Арыу ғына ваҡыт үтте, ә теге һаман да юҡ. Эт бер туҡтауһыҙ лауылдай. Бының дуҫтары ла аптырағандан, мылтыҡтарын тотоп үр  башына табан йүнәлде. Улары ла – батты!

Туҡта, бер-бер хәл булып ҡуймағайы тип, мин дә, ҡушкөбәгемде эләктереп тегеләрҙең арттарынан ҡуҙғалдым. Күп булһа, йөҙ илле метр тирәһе алыҫлыҡта ҡыуаҡтар араһынан бер аҡлан һымағыраҡ урынға барым сыҡтым. Аҡлан уртаһында минең лайка уҫлаптай бер айыуҙы абалап йөрөй. Айыу тегеләй һелтәнә, былай һелтәнә, этем ялтанып ҡала ла тегенең арҡаһына бара ла менә. Һунарға өйрәтелгән шул. Табышын бер урындан ебәрмәй, һунарсыға атырға мөмкинлек бирә үҙенсә. Ҡулдарына кәттә мылтыҡ тотҡан теге ике һунарсы бер урында ҡатҡандар ҙа йөҙҙәре көл кеүек ап-аҡ булған. Миңә этем йәл, яңы ғына өйрәтелгән лайкама айыу бер эләктерһә – бөттө бит инде. Тегеләргә ҡысҡырам: “Атығыҙ! Нимәгеҙҙе ҡарап торағыҙ!” Ә улар атыу түгел, һөйләшә лә алмайҙар. Тартып ҡараһам, ҡулдарынан мылтыҡтарын да ебәрә алмайҙар! Ә мин шишмә буйында ҡул йыуғанда патронташты ағасҡа элеп торғайным. Үҙем менән мылтыҡтағы ике яһауҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Ни булһа ла булыр тип, айыуға яҡыныраҡ барып, тегенең осаһына ике тапҡыр аттым да ҡастым. Айыу хәҙер минең яҡҡа саба башланы. Этем дә тегенән ҡалышмай. Йәҙрә тейгән урынынан талап маташа. Айыу, ауыртыуға түҙмәй һәм беҙҙең күмәкләгәнде тойоп, урман яғына ҡасырға ҡарар итте.

Шулай итеп лайкам мине үлемдән ҡотҡарҙы. Ә теге ике һунарсыны ун-ун биш минуттан ғына кире телгә килтерҙем. Тәүгеләре ҡайҙа тип һораһам, белмәйҙәр. Ә уныһы бөтөнләй ағас башына менеп киткән икән. Етмәһә, ыштанына тултырғанса ебәргән... Аҡланға ҡоралай атырға тип барып сығып, ҡапыл өҫтөнә һикерерҙәй булып йөрөгән айыуҙы күргәс, ун яһаулы “Тигр”ын ҡайҙалыр ташлаған да ҡасҡан ҡоштар янына. Уныһын кеше хәленә килтергәнсә бер сәғәттәй ваҡыт үтте. Саҡ-саҡ килеп төштө.

Ярай, бөтәбеҙ ҙә теребеҙ – ҡыуаныс. Тик теге “айыусы”быҙҙың юғалған карабинын табырға кәрәк хәҙер! Юғиһә, полиция хеҙмәткәрҙәрен, егерҙәрҙе саҡыртырға кәрәк тәһә. Ҡорал юғалғаны хаҡында ғаризалар, аңлатмалар һ.б. яҙырға.

Кискә хәтлем аҡландың иңен-буйын ҡыҙырып йөрөп сыҡтыҡ. Бер ерҙә лә мылтыҡ юҡ. Табырға өмөт өҙөлә башланы. Күмәкләп өҫтәл янына ҡуҙғалдыҡ. Шунан ышанһағыҙ – ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ: табылды карабин. Теге беҙ ҡул йыуған шишмә эргәһендәрәк үлән араһынан килеп сыҡты! Нисек ул хәтлем алыҫлыҡҡа ташлағандыр инде мылтығын, бахыр? Күрәһең, ҡото ныҡ осҡан, үҙе лә дәү генә кәүҙәле ине шул. Көсө лә булғандыр...

Ҡайтыу юлына сыҡҡанда ҡунаҡтарым һунар, аулаған йәнлектәре тураһында ләм-мим, бер һүҙ өндәшмәнеләр башҡа. Юл буйы шымышып ҡайттыҡ.

Булған хәлде тәжрибәле һунарсының ауыҙынан Мансур ҠАҘАҠАЕВ яҙып алды.

фото: https://pixabay.com/

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: