Көҙ еткәс.
Көҙ еткәс алтын ҡояш,
Боҫто болот артына.
Урамдар ҙа тынып ҡалды,
Балалар киткәс уҡырға.
Тик урамда бары ҡаҙҙар
Ҡаңғылдашалар ғына.
Әйтерһең дә көҙ етеүгә,
Шатлана улар ғына.
Вәлитова Алина,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы
Көҙ килде
Көҙ килде, көҙ килде
Ағастар, ҡыуаҡтар
Алтынға төрөндө.
Балалар шатланып .
Ашҡынып, талпынып,
Мәктәптәргә килде.
Рафиҡов Айназ,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы
Күңелле мәктәп йылдары
Яңы ғына баҫҡан инек,
Гимназия тупһаһына
Бына инде күтәрелдек
Дүртенселәр сафына.
Күңелле мәктәп йылдары
Ҡалыр һағынып һөйләргә.
Уҡытыусым кәңәштәре
Сыңлар мәңге күңелдә.
Брагина Снежанна,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы