+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
20 Сентябрь 2021, 12:42

Шай бэй!

Теге ҡунаҡ урыҫ малайына, эре генә: "эй, бэй! " -тим. Аңламай, нәмәлер һорай. Мин дә аңламаһам да, яңынан ҡабатлайым: "Бэй!" - тигән булам. Бер заман теге малай таяҡ алып тороп... (дауамы - сайтта)

Шай бэй!
Шай бэй!

КӨЛӨРҺӨҢ ДӘ, ИЛАРҺЫҢ ДА...
Хәҙер башҡорт ауылдарында ауыҙ тултырып, башҡортса һөйләшеүҙән бигерәк, ваҡ ҡына бала-сағаның да тик урыҫса һөйләшкәнен күреп үҙем менән булған бер хәл иҫкә төштө. Күршеләргә урыҫ малайы ҡунаҡҡа килде. Мин әле мәктәпкә бармағайным, 6 - 7 йәштәр тирәһе булғандыр. Тегенең урыҫса белгәненә күҙ ҡыҙа. Минең дә ошо ят телдә һөйләшәһе килә бит! Нәнәй беҙҙең урыҫса шәп белә бит инде. Как никак Тирләндәге знакумдары йыш килә. Етмәһә беҙҙең ишек алдындағы бәләкәй өйҙә быйма баҫып, айҙар буйы шунда йәшәйҙәр.

Нәнәйҙән урыҫса бер нисә һүҙ өйрәндем дә, теге урыҫ малай янына сыҡтым. Теге ҡунаҡҡа эре генә "эй, бэй!"-тим. Теге нәмәлер һорай, аңламаһам да яңынан ҡабатлайым : бэй! тип. Бер заман теге малай таяҡ алып
тороп эләктермәһенме!
Илап, өйгә йүгерҙем. "Чай пей!"- тигәнде нәнәй, үҙе знакумдарына әйткәнсә, "шай бэй!" тип, теге малайҙы сәйгә саҡырырға өйрәткән миңә!???? Был минең тәүге урыҫса (сөйҙәшеү) һөйләшеү мәктәбе булды!!!
(Һүрәттә: "ӘБЙӘЛИЛДӘГЕ КӨҘ!"  ИҪ КИТМӘЛЕ МАТУРЛЫҠ, ЯҠТЫЛЫҠ! БАЛА САҠТЫҢ ҠОЯШЛЫ САҒЫН ХӘТЕРЛӘТТЕ. АЙҺЫЛЫУ ХАСАНОВА ТӨШӨРГӘН.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: