+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
25 Сентябрь 2021, 06:30

Нәсихәт

Үҫкән ерҙән төшкән ер ҡәҙерле,Төшкән ерҙә таштай бат, балам,

Нәсихәт
Нәсихәт
Үҫкән ерҙән төшкән ер ҡәҙерле,
Төшкән ерҙә таштай бат, балам,
Ҡәйнә тупрағынан тыуа килен,
Тупрағыңды һаҡла, баҡ, балам.
Яңы ҡыйығыңды һөйөү кәрәк,
Аҡыл кәрәк ғүмер иткәндә.
Һылыулығың менән һыу буйлама,
Ир йортонда донъя көткәндә.
Көтмә бәхет ҡыйғас ҡаштарыңдан,
Зифа буйың, нескә билеңдән.
Уйҙар уйлап буйла һыуҙарыңды,
Гәүһәрҙәр тап күңел төбөңдән.
Ахмаҡҡа тик диңгеҙ тубыҡтандыр,
Баштан ашырлыҡтыр күләүек.
Төптөр-төптөр үҫкән төп йортоңа
Ишеттермә йәнең сеңләүен.
Таянырлыҡ ҡатын бул иреңә,
Йыйырылмаҫ ҡашлы, алсаҡ бул.
Ғаиләңә сыраҡ, һүнмәҫ ҡояш,
Йылынырлыҡ яҡты усаҡ бул.
Һин тәүге лә һәм һуңғы ла түгел,
Яҙмыш алыр һинән алаһын:
Әсә иткән ата балаһына
Үҫтереп бир халыҡ балаһын!
Төшкән ерҙә ултыраҡлы килен,
Бүҙәнәләй түлле - көслө бул!
Ҡайҙа төшһәң, шунда имен ҡартай:
Ап-аҡ сәсле, һары тешле бул.
 
Таңһылыу Ҡарамышева.
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: