-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
25 Сентябрь 2021, 11:30

Ҡорот

Өләсәйем эркет ҡайнатҡандаӘйтеп торор ине һамағын...

Ҡорот
Ҡорот

Өләсәйем эркет ҡайнатҡанда
Әйтеп торор ине һамағын.
Ҡоротоноң тәме үҙсәнлекле-
Һалғанғамы сейә һабағын.
Ҡайнап сыҡҡан эркет һыуынғас та,
Тоҡҡа ҡойоп уны һарҡыта.
Тоҡ мөйөшөн имдек ярышып беҙ,
Ҡорот һыуы- йөҙҙө балҡыта.
Ыҫлы ҡоротоның тәме телдә,
Ыҫлар ине һалып ылашҡа.
Ҡоротло ла һурпа һонор ине,
Ҡунаҡ йыйыр ине гел ашҡа.
Ҡоротло ла һурпа аш һеңдерә,
Майлы ҡалъяларҙы һоғонһа.
Оҙон юлға сыҡҡан юлаусының,
Ҡорот,ҡаҙы булған тоғонда.
Мосолмандың хәләл ризығы ул,
Әселеге ҡырмай наһырҙы.
Ҡоротло ла һурпа эскәндәрҙең
Беләктәре көслө,таһыллы.
Башҡортома борон -борондан уҡ
Танһыҡ ризыҡ булған ҡорото.
Һыйыр ағы менән еңгән халҡым,
Аслыҡтарҙы,килгән һәр йотто.
Әҙәм әсеһе ул-ҡорот,тиҙәр,
Күңел баҫыла ,тей, ашаһа.
Йыбанмайса ,ихлас,
эшләп алһаң,
Дауа булыр затлы аш таһа.
Аш көһәгән саҡта,ҡатын-ҡыҙҙың,
Әсе ҡорот баҫа йөрәген.
Камил аҡыл,ағзалары теүәл,
Сабыйҙары йүгереп йөрөһөн.
Урман-ҡырҙың сәскә-гөлдәренең
Шифалары тәмле ҡоротта.
Уны белмәгәндәр бер тәмләһә,
Барлыҡ сырхауҙарҙы онота.
Ҡорот яратҡандар көслө була,
Ҡапҡан һайын-дауа ҡабалыр.
Өләсәйҙең әсе ҡороттары-
Мең ауырыуҙы еңер дауалыр.
Айһылыу Хәсәнова.

Ҡорот
Ҡорот
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: