+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
13 Ноябрь 2021, 17:25

Бер алдаһаң. (Уймаҡ хикәйәләр)

Фәғилә 9-сы синыфта күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡый. Көн һайын өс саҡрым юл тәпәйләргә тура килә. Күмәкләшеп һабаҡташтар менән шаяра- көлә атлағас ни, саҡрымдар һиҙелмәй ҙә ҡала. Бөгөн Фәғиләнең йәйәү йөрөгөһө килмәне. Ул, хәйләләшергә уйлап, бер саҡрымдай юл үткәс, ҡапыл юлға ултырҙы ла, илап ебәрҙе:

Бер алдаһаң. (Уймаҡ хикәйәләр)
Бер алдаһаң. (Уймаҡ хикәйәләр)

Бер алдаһаң

 

Фәғилә 9-сы синыфта күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡый. Көн һайын өс саҡрым юл тәпәйләргә тура килә. Күмәкләшеп һабаҡташтар менән шаяра- көлә атлағас ни, саҡрымдар һиҙелмәй ҙә ҡала.

Бөгөн Фәғиләнең йәйәү йөрөгөһө килмәне. Ул, хәйләләшергә уйлап, бер саҡрымдай юл үткәс, ҡапыл юлға ултырҙы ла, илап ебәрҙе:

– Аяғым һынды!

– Ысынмы? – тип иптәштәре уны уратып алды.

– Ысын, – тип яуапланы Фәғилә.

Ике синыфташ егет, ҡулдарын тоташтырып, Фәғиләне ултыртып алды.

Мәктәпкә еткәс, ул һикереп төштө лә:

– Минең аяғым һынманы! – тип йүгереп мәктәп эсенә инеп китте. Ике саҡрымдай уны алмашлап күтәреп килгән һабаҡташтары бер талай һүҙһеҙ торҙо.

Был ваҡиға онотолоп та бара ине. Бер ваҡыт әлегә лә баяғы таныш урынға еткәс, Фәғилә йәнә ултыра төштө.

—Нимә булды? – тип һоранылар.

– Аяғым һынды, – тине Фәғилә, иламһырап.

– Алдашма! – тине һабаҡташтары, туҡтап та тормайынса.

Фәғилә ултырып ҡалды.

Бер нисә дәрес үтеүгә, тәнәфескә сыҡҡас, уҡыусылар ни күрә: Фәғиләнең атаһы ҡыҙын атҡа ултыртып алған. Был юлы уның аяғы ысынлап һынған икән. Атаһы уны больницаға гипс һалдырырға алып китеп барған булған.

 

Земфира АҠБУТИНА.

 

 

“Текә” телефон

 

Нурсиләнең телефоны ябай ғына. Синыфташтары, башҡа балаларҙың матур-матур телефондарын күреп, уның эсе боша, йәне көйә. Шундай “текә” телефон тотоп йөрөгөһө килә… Көн һайын ҡайта ла, ата-әсәһенә ошо хаҡта мыжый:

– Мин генә шундай “отстой” телефон тотоп йөрөйөм…

Ҡыҙ үҙе бик әүҙем: яҡшы уҡый, спортта ла һынатмай, волейбол, саңғы ярыштарында ҡатнаша, йыр, бейеү буйынса үткәрелгән бәйгеләргә лә йөрөй. Тик шуныһы бар: йөрөгән ерендә нимәһен булһа ла онотоп ҡалдыра. Үҙе йыйнаҡ булмағас. Эрерәк әйберҙәре – кроссовки, свитер кешеләр аша “хужаһын эҙләп таба”, килеп етә.

Тик был юлы волейбол ярышына барған саҡта Нурсилә телефонын онотоп ҡалдырҙы. Телефон, ябай ғына булһа ла, “хужаһын эҙләп”, кире ҡайтманы.

“Текә” телефон таптырып, көн дә әсәләренең башын ҡатырған Нурсилә ярты йыл буйы шым ғына телефонһыҙ йөрөнө.

 

Земфира АҠБУТИНА.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: