Ҡыш бабай
Бөгөн Алтынай
Ҡар бабай яһай,
Мине саҡырмай
Ниңәлер илай.
– Ниңә илайһың,
Ҡыҙым Алтынай?
Әйҙә, уйнайыҡ, –
Тине Ҡар бабай.
– Вилгә Ҡыш бабай
Бүләк яһамай?
– Нишләп яһамай?
Юҡ, улай булмай.
– Ҡар бабай һиңә
Әйтмәйсә булмай:
Вил Ҡыш бабайға
Сәпсим ышанмай.
Наҙгөл ТҮЗБӘКОВА,
Ғафури районының Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы.