Илаҡ тал
Әкиәт
Бик борон заманда ҙур булып аҡҡан бер йылға буйында, булған, ти, бик матур ағаслыҡ. Унда муйыл, тал ағастары, үрмәләк ҡомалаҡ, ҡара ҡарағат, балан, миләш һәм бик күп ҡыуаҡлыҡтар үҫкән. Улар яҙ һайын күпереп сәскәгә күмелгәндәр, ә көҙ мул емеш биргәндәр, ти. Ә шулай ҙа араларында ғорур ғына булып йәш тал ағасы үҫкән икән. Ул шул тиклем һомғол, нәзәкәтле булған. Уға бөтәһе лә һоҡланып ҡараған, сөнки тал ағасы иртә яҙ менән хуш еҫе бөркөп торған эре ҡып-ҡыҙыл сәскәләре менән күҙҙең яуын алып ултырған. Ә көҙ тәмле емештәре менән ҡоштарҙы һыйлаған. Бына бер көндө тубы менән ҡара ҡарғалар осоп килгән дә сем ҡыҙыл сәскәле ағасты күреп ҡалып, талға килеп ҡунғандар һәм бөтә сәскәләрен дә суҡып ашап бөткәндәр, ти. Шуның арҡаһында көҙ етә килә ағастың емештәре булмаған да ҡуйған. Инде хәҙер ағасҡа матур итеп һайраған ҡоштар ҙа ҡунмаҫ, тәмле емештәре менән дә һыйлай алмаҫ. Тал ағасы ныҡ ҡайғырып, күп илаған. Шунлыҡтан уның ботаҡтарынан күҙ йәштәре тама башлаған. Ҡыш үтеп кире яҙ килгәс, ағас ҡабат матур сәскәгә күмелмәгән. Уның сәскәләре бик ваҡ һәм һары булған, ә емештәре бөтөнләй булмаған, ти. Шул замандарҙан бирле, талдар илай икән. Иғтибар менән ҡараһаң, ботаҡтарынан әле лә тамсылар тамып тора.
Зарема ТАҺИРОВА,
Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.