Борон-боронда йәшәгән, ти, бер ҡарт менән ҡарсыҡ.Уның Күкбатыр, Аҡбатыр һәм Йәшелбатыр тигән өс улы булған. Ай үҫәһен көн үҫеп, ун дүрт йәшендә үк был егеттәрҙең мәргән уҡсы, һунарсы, ҡурайсы, көслө һәм батыр яугир булыуҙары тураһында бөтә донъяға таралған.
Берҙән-бер көндө батырҙар йәшәгән төйәккә алтын эҙләп, ниндәйҙер бик көслө яуыз хан килә. Ул юлында осратҡан һәр бер ир-егетте үлтереп, уның яҡындарының ерҙәрен тартып ала һәм ҡол итә,ти.Тирә-яҡҡа: ”Яуыз дошман килә!” – тигән шомло хәбәр таралған. Быны ишеткән халыҡ, ни эшләргә белмәй, был өс батырға килгән.“Яуыз ханға тыуып үҫкән ғәзиз еребеҙҙе биреп, халҡыбыҙҙы юҡҡа сығарып булмаҫ! Беҙ – көрәшәбеҙ!” – тигәндәр батырҙар.Хан, һаҡсыларынан был һүҙҙәрҙе ишетеп, шаҡ ҡатҡан, ти.
- Башҡа халыҡтарға ҡурҡыу һалып, быларҙан еңелеү ҡайҙа ул?! Үҙҙәрен башҡаларҙан көслөрәк тип уйлаһалар - бик ныҡ хаталаналар!- тигән ул ярһыу тауыш менән.
Ҡаты һуғыш башланған. Башҡорттар ханға бирешмәгән. Бөтөн донъяға дан тотҡан мәргән уҡсыларҙы күреп хандың яугирҙары ҡурҡыуға ҡалған. Хан быға ныҡ асыуланған һәм мәкерле Мәскәй әбейҙән ярҙам һораған. Шунда уҡ башҡорт ерен ҡараңғылыҡ ҡаплаған. Хандың яуыз эшенән батырҙарҙың хәле бөткән. Хан уларҙы ҡоллоҡҡа алған һәм быға ныҡ шатланған, ти. Ул башҡорт батырҙарын саҡыртып:
- Илегеҙҙә алтын күп икәнен беләм. Урынын күрһәтһәгеҙ - үлемдән ҡотолорһоғоҙ, әйтмәһәгеҙ - бөтәгеҙҙе лә утта яндырам!- тигән.
Аҡбатыр ханға:
– Беҙҙең алтын – ул берҙәмлек, туғанлыҡ. Шуға, хан, һин беҙҙең тәнебеҙҙе үлтерһәң дә, рухыбыҙ үлмәйәсәк, беҙҙең бай телебеҙ, тәрәнгә тамырланған тарихыбыҙ бар, ә иң мөһиме – беҙ берҙәм! – тигән.
Хандың йөҙө ҡара янған. Батырҙарҙың баш эйеүен көткән хан, быны ишетеп, асыулынан, уларҙы утта яндырырға ҡушҡан, ти. Шул ваҡытта батырҙарға ярҙамға Ҡурай килгән. Улар ҡурайҙа үҙҙәренең моңло көйҙәрен көйләй башлайҙар. Оҙағыраҡ уйнаған һайын батырҙарға көс-хәл инә бара икән һәм улар ханды бөтөнләй еңә.
Беҙҙең илебеҙҙә тыныслыҡ, дуҫлыҡ булһын өсөн, батырҙар күккә олғашҡан, ти. Ошо көнгәсә Күкбатыр – күк йөҙөн, Аҡбатыр – һауабыҙҙы, Йәшелбатыр – еребеҙҙе һаҡлай, ти.
Бына бөгөн дә был өс батырҙың батырлығы Башҡорт илендә өс төҫ булып балҡып тора ,ти. Ә Ҡурай тыныслыҡ моңо яңғырата икән.
Айгүзәл МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.