+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
28 Ноябрь 2021, 05:05

Әсәкәйем-бергенәм!

Әсәй, әсәйем, әсәкәйем! Шун­дай мәғәнәле, наҙлы, һоҡлан­дырғыс, уй­лан­дырғыс һүҙҙәр.

Әсәкәйем-бергенәм!
Әсәкәйем-бергенәм!

“Әсәй” тигән оло һүҙҙе

Тәү баш­лап әйтә бала.

Әсәләрҙәй изге йән­дәр,

Юҡтыр ул был донъяла!

Төн­дәр буйы йоҡламайса,

Әкиәт һөй­ләгән – әсә.

– Үҫ, балам, үҫ тиҙерәк, – тип,

Көйҙәр көй­ләгән әсә. (Т.Мул­лағәлиева)

 

Әсәй, әсәйем, әсәкәйем! Шун­дай мәғәнәле, наҙлы, һоҡлан­дырғыс, уй­лан­дырғыс һүҙҙәр. Әсә, бары тик әсәй генә иң яҡшы серҙәш тә ул, һине ел-да­уыл­дарҙан ҡурсалар, һәр ерҙә ярҙам ҡулын һуҙыр, ә иң мөһиме бар күңеле менән һине яратыр.

Минең иң яҡын кешем, аҡ фәреш­тәм, берҙән-берем, әсәйем – Дәүләтшина Гөлнара Әхмәт ҡыҙы. Эйе, минең аҡ фәреш­тәм, сөнки бары тик әсәйем генә мине бер ҡараш­тан аңлап тора.

Әсәйем Бөрйән районы Әбдел­мәмбәт мәктәптә тыры­шып уҡыған. Ул апайҙарынан үрнәк алған һәм һеңлеләренә, ҡустыларына терәк таяныс, үрнәк булған. Минең әсәйем эш­кә бик әүәҫ. Уның ҡулынан кил­мәгән эше юҡ. Үҙе телеңде йотор­лоҡ тәмле-тәмле ризыҡтар бешерә. Шулай уҡ ул ҡышҡылыҡҡа йөн ойоҡтар, күҙҙең яуын алыр­лыҡ матур-матур түшәктәр бәй­ләй. Әсәйем беҙҙе лә бәй­ләргә, тәмле ризыҡтар бешерергә өй­рәтә. Әсәйем атайым менән биш балаға яҡшы тәрбиә бирәләр. Бөгөн­гө көн­дә атайым менән әсәйем олатай һәм өләсәй ҙә. Әсәйем Бай­назар балалар баҡсаһын­да тәрбиәсе ярҙам­сыһы булып эш­ләй, үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып башҡара.

Әсәйем һәр баланы ихлас күңел­дән ярата. Шуға күрә лә балалар менән бик тиҙ ур­таҡ тел таба һәм балалар ҙа уға тар­тылып тора. Әсәйемә матур бай­рам уңайынан йылы һүҙҙәрем­де ет­керәм. Был һүҙҙәр донъялағы бар­лыҡ әсәйҙәр өсөн дә яңғыраһын ине. Рәхмәт, әсәй, һиңә барыһы өсөн!!! Һинһеҙ, һинең йылы ҡараш­тарһыҙ, аҡыл­лы кәңәш­тәрһеҙ мин был донъям­ды күҙ ал­дына ла кил­терә ал­майым. Хоҙайға меңдән-мең шөкөр, минең шун­дай яғымлы, көләс, егәр­ле, һөйкөмлө әсәйем булғанға!!! Һинең һәр һүҙең миңә ҡәҙер­ле. Кәңәш­тәрең һәр ваҡыт ярҙам­сы тор­мош юлым­да. Тик һинең тәрбиәң генә беҙҙе аҡыл­лы, ихлас күңел­ле, ғәҙел итеп ярал­тҡан­дыр. Ҡайһы саҡта үҙем дә уй­ламай әйт­кән һүҙҙәрем өсөн ғәфү ит!!! Кис йоҡларға ятҡан­да һәр саҡ иң беренсе һинең һаулығыңды, ҡыу­анып йәшәүеңде теләйем. Һин ҙур бәхет­кә лайыҡ кеше. Һинең ҡыу­аныстан йыл­майы­уыңды, шат­лыҡ осҡон­дары сәсеп торған күҙҙәреңде күреү, шат та­уы­шыңды ишетеү – минең өсөн оло бәхет!!! Һәр саҡ йыл­майып, ҡыу­анып йәшә, әсәкәйем, берҙән-берем!!! Мин һине ныҡ итеп яратам!!!

Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА,

Бөрйән районының Бай­назар мәктәбе уҡыусыһы.

Әсәкәйем-бергенәм!
Әсәкәйем-бергенәм!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: