"Ижад ҡомары" сәсмә әҫәрҙәр конкурсына.
Бер йылы һүҙ!
Һалҡынса ҡышҡы көн. Ер йөҙө ап-аҡ төҫкә мансылған. Барыһы ла яңы йыл ҡаршыларға әҙерләнә. Тәҙрәләрҙә уттар йымылдай, өй эсендә шыршы еҫе аңҡып тора. Барыһы ла яҡшы кеүек, тик күңелгә ниҙер етмәй. Йөрәк һаман ярһып тибә, күңелкәйем ниҙер көтә.
Шул саҡ кемдер ишек шаҡыны, мин йүгереп кенә барып ишекте асып ебәрҙем. Ә унда шат йылмайып әхирәтем тора.
– Һаумы, Илзидә! Яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайым! Һиңә оҙон ғүмер,ныҡлы һаулыҡ, саф мөхәббәт, уҡыуыңда уңыштар, яҡшы кәйеф, эштәрең гел ыңғай булыуын, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр теләйем. Сабыр һәм түҙемле бул. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, уй-ниәттәрең үтәлһен! Тормош юлдыңда һәр аҙымыңды ышаныслы итеп атла! Һинең йылмайыуың, тормошҡа ҡыуанып йәшәүең, минең өсөн ҙур бәхет. Һин минең уң ҡулым, ярҙамсым, йыуатыусым, яҡын кешем, иң мөһиме ышаныслы әхирәтем! Беҙҙең дуҫлыҡ һуңғы тын алышҡа тиклем дауам итһен. Бәхетле бул! – тиеп бер тын алыу ҙа йәһәт-йәһәт һөйләне әхирәтем.
Мин бер һүҙ ҙә әйтә алмай урынымда шат йылмайып тороп ҡалдым, ә ул сығып та йүгерҙе. Күңелемә шул тиклем йылы, рәхәт! Күҙҙәремдән шатлыҡ йәштәре атылып килеп сыҡты. Ысын әхирәттән дә ҡәҙерлеһе юҡ кеүек тойолдо миңә шул саҡ!
Булғандың ҡәҙерен белеп, йышыраҡ йылы һүҙҙәр әйтеп йәшәйек, дуҫтар! Бер йылы һүҙ – бәхеткә килтерә, һағышты юҡ итә, күңелде иретә, донъяны тағы ла яҡтыраҡ итә!
Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА,
Бөрйән районының
Байназар мәктәбе уҡыусыһы.