-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
12 Декабрь 2021, 05:25

Наҙлы телем!

Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыларының 14 декабрь – Башҡорт теле көнөнә арналған бер шәлкем шиғырҙары.

Наҙлы телем!
Наҙлы телем!

Туған телем

Телдәр бик күп был донъяла,
Тик туған тел бер генә.
Әсәм теле – туған телем,
Бик ҡәҙерле ул миңә.

Туған телемдә һөйләшәм,
Серләшәм дуҫтар менән.
Туған телем –  иркә гөлөм,
Гел генә минең менән.

Айлина ҒӘБИТОВА.

 

Сәскә атһын туған телем!

 

Туған телем – башҡорт теле,

Нурлы уның һәр бер өнө.

Күңел ҡылдарымды сирткән

Һәр бер һүҙе моңло, көйлө.

 

Бишек йырҙарын көйләгән,

Әсәкәйем бала саҡтан.

Һәр күҙәнәгемә һеңгән,

Башҡорт рухы бар тарафтан.

 

Туған телем, һин тылсымсы,

Беҙҙе бай һәм бар итеүсе!

Рухи көс, дәрт, ҡеүәт биреп,

Ҙур киңлектәргә илтеүсе.

 

Туған телебеҙҙе яҡлау,

Быуаттарға уны һаҡлау –

Беҙҙең изге бурыстыр,

Аңлайыҡ, дуҫтар, шуны!

 

Илем тигән Салауатым,

Телем тигән үлмәҫ Рәми.

Яҡлап илде, һаҡлап телде,

Типкән улар йөрәге.

 

Башҡорт телем сәскә атһын,

Нурланһын һәм йәшәһен!

Ҡояш кеүек балҡыһын,

Йәшен кеүек йәшнәһен!

 

Гөлсинә ЙОМАҒУЖИНА,

 

Юҡ, һөйләшеү генә етмәй,
Белер кәрәк тамырыңды.
Мәҙәниәт, әҙәбиәт тә
Күтәрер һинең рухыңды.

Һөйөү кәрәк әсә телен
Бөгөн бөтөн кешегә.
Кем үҙ телен ныҡ яманлай,
Ожмахта урын алмай.

 

Телен һөйгән кешегә
Асыҡ баҡса ҡапҡалары.
Һәм яратһаң үҙ телеңде,
Өйрәт һин балаларыңды.

 

Шулай ғына телем бөтмәҫ,
Башҡорт теле мәңге йәшәр.
Бер кем дә уны бөтөрә алмаҫ,
Әгәр халыҡ телен һөйһә.

 

Вилдан МӘЖИТОВ.

Наҙлы телем!
Наҙлы телем!
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас