Тыуған телем - моңло көйөм
Инша
Әсәйҙәрҙең бишек йырҙары, атай-олатайҙарҙың ҡобайырҙары, өләсәйҙәребеҙҙең һөйләгән әкиәттәре, халғымдың таҡмаҡтары, әйтемдәре, мәҡәлдәре, һанашмаҡтары, йомаҡтары туған телебеҙҙә - башҡорт телендә сикһеҙ матур яңғырай, моңло бер йыр кеүек күңелдәргә үтеп инә. Шундай яғымлы, йомшаҡ телде нисек яратмаҡ кәрәк? Бүтән телдәрҙе өйрәнергә кәрәк, әлбиттә, әммә һин башҡорт икәнһең - башҡорт телендә, үҙ телеңдә һөйләш.
Башҡорт телендә йәнгә ятыш аҫыл һүҙҙәребеҙ бар. Матур итеп ошо аҫыл һүҙҙәр менән һөйләшәйек, аралашайыҡ, иртәнсәк бер-беребеҙҙе башҡорт телендә генә сәләмләйек.
Тыуған телебеҙ, башҡорт теле - иң боронғо замандарҙан килгән, бай, наҙлы тел, ипле, йомшаҡ тел, көслө, яғымлы тел.
Ҡурай, тел кеүек, халҡыбыҙҙың милли хазинаһы. Ете тажлы был уйын ҡоралын борондан белгәндәр. Ҡурай менән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бигерәк оҫта уйнағандар. Уға ҡушылып йырлағандар, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр әйткәндәр, бейегәндәр.
"Тел асҡысы бирһен Хоҙай", - тип әйтергә ярата өләсәйем, беҙҙе мәктәпкә йәки берәй ярышҡа оҙатһа. "Башҡортса һөйләшегеҙ телегеҙҙең ҡотон, бәҫен юғалтмағыҙ", - тип әйтә ул беҙгә. Үҙе беҙгә әкиәттәр һөйләй, шиғырҙар уҡый. Мин дә башҡорт телен - үҙ телемде бик яратам.
Нәркәс АЙЫТБАЕВА,
Бөрйән районының Ҡолғана мәктәбе уҡыусыһы.