-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
28 Декабрь 2021, 11:09

Ҡыш бабайҙан Үрә ҡолаҡлы бүләк

– Минус егер­ме ике, – эргәм­дә ҡар тибеп кил­гән Йәмил үҙенең кеҫә телефонына күҙ һал­ды, – кискә тиклем тағы һы­уытасаҡ, – тине. Мин­дә көн торошо ҡайғыһы юҡ, һырғалаҡта шы­уыу ҙа ҡыу­аныс өҫтәмәне, кәйефем кисәгенән бир­ле минусҡа кит­те, егер­ме ике генә түгел, минус йөҙгә ет­те.

Ҡыш бабайҙан Үрә ҡолаҡлы бүләк
Ҡыш бабайҙан Үрә ҡолаҡлы бүләк

Сөнки бөгөн утыҙ бере, тимәк, Яңы йылға килеп терәл­гәнбеҙ, ә минең хыял тор­мошҡа аш­маны. Аш­маны ғынамы! Зәһәр Рита апайым кисә Ҡыш бабайға яҙылған хатым­ды табып, ҡысҡырып уҡыны ла, һыны ҡатып көл­дө: “Берәүгә эт кәрәк булған икән. Овчарка! Тот ҡапсығыңды!” Тас та тос һуғы­шып кит­тек. Дөрөҫөрәге, мин уға таш­ланғай­ным, ул, минең ҡорһаҡҡа бер генә төр­төп, һыным­ды ҡатырҙы ла: “Апайыңа ҡул күтәрергә йәшең етмәгән”, – тип, мәсхәрәләп, танауға сир­теп, үҙ эше менән сығып тайҙы, “сдача” бирел­мәй ҡал­ды. Өләсәй, мин бахырҙы йәл­ләр урынға, бот сабып аптыран­ды: “Нин­дәй эт, ти ул­? Бын­да, та­уыҡ кетәген­дәй генә өйөгөҙҙә, бер-береңә һуғыл­майынса бер аҙым яһап бул­май. Ин­де эт кенә етмәгәй­не... Ауыҙыңды ла ас­ма”. Юҡ, былай бар­май, бын­да мине аңламайҙар, а­уылға ҡайтам мин. Ун­да миңә тейгән әҙәм бул­маҫ, ҡапҡа эсе лә ҙур, теләһәң, ун эт алып аҫыра, бөтәһенә лә урын табыласаҡ.

– Һин бәләкәй бала кеүек, – тип бумпыл­даны Йәмил. – Ҡыш бабай юҡ та ул. Юҡҡа уға хат яҙып маташҡанһың. Бүләктәрҙе бит ата-әсәләр ала. Мин бына һәр ваҡыт асыҡтан асыҡ нимә теләгәнем­де әйтәм, улар шуны магазин­дан бара ла алып ҡайта. Һин дә шулайтыр инең. Мөғжизәгә, ана, балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәстәр ышанһын.

Уға рәхәт. Етеш йәшәйҙәр. Атаһы ла, әсәһе лә – эшҡыу­арҙар. Беҙҙең кеүек, өләсәйем әйтмеш­ләй, а­уыҙҙарын асһа, үп­кәләре күренеп тор­май. Ҡалаға күскәнебеҙгә яр­ты йыл, ә һаман осто-осҡа саҡ ялғайбыҙ. Сөнки Себерҙә йөрөгән атайға эш хаҡын өҙөк-һурыҡ ҡына түләйҙәр. Өй эсен­дә аҡсаға бәй­ле һорауҙар күтәрел­гән һайын, мат­рас аҫтына йәшерел­гән теләктәр исемлеген­дәге пункт­тар ҙа кәмей. Ул теҙмәлә иң беренсе торған “эт – овчарка” тигән­де генә юй­майым, аҫтын­дағы “кеҫә телефоны”, “спиннин­г”, “п­ланшет”, “Адидас” кроссовкалары”, “телескоп” һәм башҡа ваҡ-төйәктәр бер-бер ар­т­лы һыҙып таш­лан­ды. Атай Себергә эш­кә китеп, ҡалала йәшәй баш­лаған­дан бир­ле тул­тырылған теләктәр исемлеген­дә, бөгөн килеп, тик шул бер генә яҙыу тороп ҡал­ды – “эт – овчарка”. Ир-егет­кә атһыҙ ҙа, этһеҙ ҙә ярамай. Ярай, ат­ты ал­маһын­дар ҙа, ти, ләкин нисек тоғро дуҫһыҙ был донъяла йәшәмәк кәрәк?

– Ҡарале, көсөк! – Уйҙарыма батып кил­гәс, Йәмил­дең кинәт ҡысҡырып ебәреүенән саҡ тайып йығыл­маным.

– Ҡайҙа?

– Ана! – Ул күрһәт­кән яҡта үт­кенселәр аяғы араһын­да аҙашып йөрөгән тупыс ит­ләс морон­ло көсөктө күреп ҡал­дым.

– О-о, уны миңә Ҡыш бабай ебәргән! – Эт­кә табан йән-фар­ман һыпыр­т­тым. Йәмил­дең минән ҡалыш­маҫҡа ине лә иҫәбе, әммә мин йүгеректе ҡайҙан ҡы­уып етһен – ар­т­та тороп ҡал­ды.

Был овчарка түгел ине, әммә, әгәр ҙә ул ысын­лап бүләк икән, танау сирып тораһыңмы­? Эт­те ҡурҡытып ҡуй­майым, тип, янына барып етер саҡта тиҙлекте кәмет­тем. Мине аңғарған хайу­анҡай, ар­тына ҡарай-ҡарай, ҡасҡан­дай ит­те, ләкин үтә алыҫ китмәне, алғараҡ барҙы ла туҡтаны. Муйынын­да ҡайы­шы ла бар икән.

– Кил-кил, маһ-маһ-маһ, – сүкәйеп, бар­маҡтарым менән уны саҡырҙым. Ул, шикләнеп, арыраҡ тәпәй­ләне. Шунан кире борола бирҙе. Ниш­ләргә бел­мәй туҡтап, бер урын­да тапан­ды. Тегеләй-былай ҡаран­ды. Яланып ҡуйҙы.

– Кил миңә, кил, ҡурҡма, маһ-маһ-маһ, – һаҡ ҡына ат­лап, эргәһенә барып ет­тем. Һы­йпайым, тигәй­нем, ҡасты, ләкин йыраҡҡа түгел. Башын теге яҡҡа, был яҡҡа һалып, миңә иғтибар менән ҡарап торҙо ла, кире кил­де. Ҡулым­ды еҫкәне. Һағыш­ланған­дай, тирә-яғына ҡарап ал­ды. Көсөктөң башынан ип­ләп кенә һы­йпап, ҡолаҡ ар­тынан иркәләп тызып, уны әүрәт­тем, шунан, күтәреп, күкрәгемә ҡыҫтым. Ошоғаса сит­тән беҙҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтеп торған Йәмил­гә ҡарап йыл­майҙым. Ул, йүгереп килеп, әл­лә өшөп, әл­лә ҡурҡыуҙан дерел­дәгән көсөктө һы­йпаны:

– Кем­деке икән­? Юғалған, ахыры... Ә, бәлки, таш­лаған­дарҙыр, ҡалала был ғәҙәти күренеш. Былай урам этенә оҡшамаған. Бульдог шикел­ле.

– Бульдог? – Овчарка тип һаташҡас, бын­дай исемле эт­тәргә иғтибар ҙа ит­кән юҡ.

– Эйе, оҡшаған. Тоҡомло эт.

– Ел­ле булып үҫәме, овчарка кеүек?

– Ну, овчаркалай уҡ бул­маҫ, ләкин ел­ле генә булып үҫә, – Йәмил шулай бел­декле ул.

– Алып ҡайтайым да ҡуяйыммы икән­? – көсөктө күреү менән үк күңелем­дә яралған уйҙы әйт­тем.

– Көтөп тор, тәүҙә хужаһын эҙләп ҡарайыҡ, бәлки юғал­тҡан­дарҙыр. Арзан эт түгел бит.

Табыл­маһа ярар ине, тип, теләй-теләй, т­роту­арҙан ат­ланыҡ. Йәмил­дең, ҡала балаһының, урыҫсаһы ла шәп, батыр­лығы ла шаҡтай, оялып-нитеп тор­май, ул һәр үт­кенсегә:

– Һеҙҙең этегеҙ түгел­ме? Бел­мәйһегеҙме, кем­деке икән­? – тип бәй­ләнергә тотон­до. Кем­дер, яурынын һелкетеп, ҡулын йәйҙе, кем­дер, юҡ, тип, көсөк­кә лә ҡарап тор­май, Йәмил­де яр­ты һүҙҙә өҙҙө.

Сауҙа йор­то тирәләй шаҡтай йөрөгәс, иптәшем ҡосағым­дағы көсөктө һы­йпаны:

– Хужаһы табыл­маны. Алып ҡайт әйҙә.

Минең баш күк­кә тейҙе! Йәмил менән хуш­лашырға ла онотоп, өйгә саптым. Ҡыңғырауға баҫып, ишекте асҡан­дарын саҡ көтөп ал­дым. Өләсәй – мәмерйә а­уыҙы түгел, уға “сим-сим, асыл” тип кенә әйтеү етмәй, энәһенән-ебенәсә төшөн­дөрөп, кемлегеңде бел­дер­мәйенсә, асҡысты борҙороп бул­май. Етмәһә, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ. Кем, кем тиһең, тип, мең һорап, ыҙалатып бөтөрә. Мине ин­де, кем­де булһын, башҡаларҙың асҡыстары бар, бер миңә эш­ләп бир­мәнеләр. Йәнәһе лә, юғал­ты­уым ихтимал. Ҡасан ҡайтһаң да, өләсәйең өйҙә, асҡыс һиңә нимәгә, тинеләр. Был юлы ишек тиҙ асыл­ды – апай ғына шулай һорамай ҙа келәне ысҡын­дыра.

– Бына! – Һонолған ҡул­дарым­да көсөктө оло бүләк кеүек өйгә ин­дерҙем.

– Әстәғафирул­ла! – Тәмле еҫтәр бөркөл­гән аш бүл­мәһенән күрен­гән өләсәй, ҡул­дарын алъяпҡысына ла һөр­төргә онотоп, күҙҙәрен шарҙай асып, ҡатып ҡал­ды.

– Нимә бына? – Апай, көлөмһөрәп, эт­кә күҙ йүгер­т­те.

– Көсөк! Бульдог!

– Ҡайҙан ал­дың?

– Таптым.

– Ҡайҙан таптың?

– Магазин ал­дын­да.

– Һин иҫәр­ме әл­лә? – Кешене йөҙөнән алырға тиһәң, минең апайға ҡуш. – Бын­дай эт­те кем урамға ырғытып ҡуйһын­? Күр­мәйһеңме, уның муйынын­да ҡайы­шы бар­?

 – Булһа ни... Беҙ эҙләп ҡараныҡ, хужаһы табыл­маны.

– Кем менән эҙләнегеҙ?

– Йәмил менән.

– Йәмилеңде лә әйтер инем. Икегеҙ ҙә бер ҡалыптан. Башығыҙ эш­ләһә, ҡайы­шын­дағы яҙыуҙы күрер инегеҙ, – апайым көсөктөң ҡайы­шын ҡайырып, күҙемә тиер­лек төр­т­тө, – бына, адресы яҙылған, һиңмайҙар!

Ысын­лап та, ҡайыш­та: “Әгәр ҙә көсөк юғалһа, ошо адрес буйынса кил­тереүегеҙ һорала”, – тип яҙылғай­ны.

– Бар, алып барып бир хужаһына, – апай, үрелеп, кире ишекте асты. – Бар, бар, тор­ма. Бульдог, имеш. Мопс ул. Ҡатын­дар ғына йөрөтә торған кескәй эт.

Көсөктө кире ҡайтарырға кәрәклеген аңлауҙан да, ел­ле бульдог, тип ал­даны­уыма ла, һуңғы хыялым­дың селпәрәмә килеүенә лә үкенестән, ғәр­лектән күҙемә йәш­тәр төйөл­дө. Апай менән өләсәй ал­дын­да үкереп илап ебәр­мәҫ өсөн ҡыр­т боролоп сығып кит­тем. Урам­да бай­рам­са кәйеф тантана итә, һәр ерҙә лә көйҙәр, көлөү та­уыш­тары яңғырай. Бар донъя, әйтерһең дә, төр­лө төҫлө ут­тарға күмел­гән – магазин вит­риналары, ут бағаналары ем-ем кил­гән гир­лян­далар, шарҙар менән биҙәлеп, күҙ яуын ала. Хат­та пакет-сумкаларға тейәнеп, өйҙәренә ашыҡҡан кешеләрҙең аяҡ аҫтын­дағы ҡар ҙа һәр ваҡыт­тағыса түгел, ә бай­рам­са шығыр­лаған­дай. Минеке генә шағыр-шоғор зар­лаған­дай. Яңы йыл­дың ҡәҙере кит­те. Бынан ары һис ҡасан Яңы йылға өмөт­тәр бағламаясаҡмын, Ҡыш бабайға ғүмерҙә лә хат­тар яҙмаясаҡмын. Шулай һине йыл да ал­даһын­дар әле. Имеш тә, Ҡыш бабайға хат яҙһаң, йыл буйына үҙеңде матур тотһаң, ул һиңә шәп бүләк бирә. Бирә икән... Шыр ал­даҡ. Кем­дәр ал­дай бит әле ул, иң яҡын, ғәзиз кешеләрең – ата-әсәң. Шунан һуң кем­гә, нимәгә ышанырға? Йылы өйҙә оҙаҡ тотҡар­лан­май, ҡабат­тан минең ҡосаҡта һалҡынға сыҡҡан көсөк тә, хәлем­де тойған­дай, миңә нығыраҡ һы­йына, ара-тирә күҙемә ҡарап ала.

– Әй, ҡайтам да китәм а­уылға! – тинем, етди ҡарарға килеп. – Хәҙер, һине генә алып барып бирәм дә ҡайтам.

Кем ун­да мине көтөп торһон, нимә менән ҡайтам – уныһын уй­ламайым. Тейеш­ле адресты эҙләп табып, домофонға баҫтым.

– Кем? – Ҡыҙҙар та­уы­шы урыҫса һораны.

– Мин, – тинем ҡаушап. – Эт...

– Әсәкәйем, Далила табыл­ды! – Ҡыҙ т­рубкаға түгел, ҡайҙалыр сит­кә һөрән­ләне лә, домофон сиҡыл­даны. Подъезға ин­гән ыңғайы беренсе ҡат­тағы төп­кө ишек тә шар асылып, минең йәш­тәге һәм минән бәләкәсерәк ике ҡыҙыҡай, ир менән ҡатын күрен­де. Ҡатын көсөктө ҡулым­дан һурып тигән­дәй алып, уны үп­кес­ләргә тотон­до, ир усым­дан эләктереп, ҡулым­ды шат һелкет­те, ҡыҙҙар, сар ҙа сор һикерешеп, сәпәкәй ит­те:

– Далилочка, табыл­дың даһа! Ура, ура!

– Беҙҙең бәләкәс ҡыҙ уны бая урамға үҙ бел­деге менән алып сыҡҡан да Далила, машина сигналынан ҡурҡып, сит­кә ырғып ҡасҡан, ба­уы ысҡынған, шуға баҫтырып тота ал­маған, – тип аңлат­ты ғаилә баш­лығы. – Уны табып кил­тергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Әйҙәгеҙ, беҙҙең менән бай­рам табынына.

– Юҡ, рәхмәт, – уларҙың ҡыу­анысынан үҙем­дең көйөнөсөм оторо ар­т­ты. – Ҡайтыр кәрәк.

Ауылға, тип өҫтәргә уй­ланым да, әйтеп тор­маным. Кем­дә кеше ҡайғыһы булһын­? Шым ғына боролоп, подъездан сығып кит­тем. Ҡалала мине бер нәмә лә тотмай. Мәктәптә тырышҡан булам да, барыбер әлегә “өс­лө”ләрҙән ары үтә ал­майым. “Өс­лө” алһам, өйҙә ғауға ҡуптаралар. Ялҡауланаһың, ныҡ тырыш­майһың, дәрестә насар тыңлайһың, тип. Ҡыҫҡаһы, һин былай, һин тегеләй, тип өсәүләп мейем­де ашайҙар. Кем булһын, әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙҙар батальонынан өсәү – өләсәйем, әсәйем һәм апайым ин­де. Ана, улың менән һөй­ләш, тип, етмәһә, вахтанан ҡайтҡанын­да атайҙы ла был “тәрбиә эше”нә ҡыҫтыралар. Әл­дә атай – үҙ кеше. Һүҙҙе оҙонға һуҙмай, тәрбиәһен ҡыҫҡа тота. Улым, тырыш, тип арҡам­дан ҡағыу менән хушһына.

Бел­мәйем, Йәмил бул­маһа, нисек уҡып китер инем. Уның ярҙамы менән шул “өс­лө” кимәлен­дә йөрөгән­гә шөкөр. Өйҙәгеләр мәктәптә программаларҙың нисек а­уыр икәнен беләме ни­? Уларға тот та шун­да уҡ ыңғай һөҙөмтә күрһәт. Һы... Урыҫ теле, әҙәбиәте менән мөнәсәбәт­тәрем а­уыр ҡоролһа ла, уның ҡара­уы физкультура, хеҙмәт, рәсем дәрестәрен­дә миңә етеүсе һирәк. Ниңә шуны әсәйем­дәр күр­мәй икән­? Бөгөн физкультуранан “биш­ле” ал­дым, тиһәм, “ә-ә”, тиҙәр ҙә ҡуялар. “Ай, афарин, улым, ҡалай шәп ит­кәнһең”, – тип әйтеүсе булһасы. Нисек өл­гәш­тең был баһаға, тип һораһын­дар ине, мин, бер кем дә минең кеүек турникта егер­ме биш тапҡыр күтәрелә ал­май, йә ал­тмыш мет­рҙы ел­дәй ел­дереп үтмәй, тип һөй­ләп бирер инем...

Декабрь айын­да математиканан дүр­т “дүр­т­ле” ал­дым. Шуға һөйөнөүсе бул­дымы­? Юҡ. Эт тә алып биреүсе юҡ. Хат­та, фатирҙан асҡысым да юҡ.

Ярай ҙа, әле ҡыңғырауға баҫыр-баҫмаҫтан, ишекте астылар. Апайым, сер­ле йыл­майып, миңә ғүмерҙә бул­мағанса юл бирҙе. Уға ышаныс лимиты бөт­кән, шуға шикле ҡарай-ҡарай, сисенеп, ҡорған менән бүлен­гән үҙ мөйөшөмә үт­тем. Ҡорған­ды алып, зал ур­таһына өҫтәл­де ҙурайтып ҡуйып, табын әҙер­ләгән­дәр икән. Әйҙә, бай­рам итһен­дәр. Минһеҙ...

Карау­атым аҫтынан сумкам­ды алырға тип тубыҡланғай­ным, ҙур ҡапты күреп, сәйерһенеп, уны һөй­рәп сығарҙым. Эсенән шыңшыған та­уыш ишетел­гәс, ҡолағым ҡарпайып, йөрәгем дөрһөл­дәп тибеп, ҡапты асып ебәрҙем. Ун­да бөршәйеп кенә көсөк ята ине, башын күтәреп ҡараны – күҙҙәре йоп-йомро ғына, ял­тырап тора! Уйынсыҡ түгел, ып-ысын көсөк! Теп-тере! Уны күтәреп алып, күкрәгемә ҡыҫып, күҙҙән бәреп сыҡҡан шат­лыҡ йәш­тәрен йәшер­мәй ар­тыма боролғай­ным, зал ишеге янын­да йы­йылып, шым ғына баҫып торған ата-әсәйем, өләсәйем, Рита апайым – иң ҡәҙер­ле кешеләрем – бер та­уыш­тан:

– Сюрприз! – тип ҡысҡырып ебәрҙеләр. – Яңы йыл менән тәбрикләйбеҙ һине!

Атайым да вахтанан ҡайтҡан икән, әсәйем дә эшенән кил­гән, бер мин әл­лә ҡайҙа йөрөп ятам. Улар мине дүр­тәүләп ҡосаҡлап ал­ды. Ә мин көсөгөм­дө ҡулым­дан ысҡын­дырғым кил­мәй, бәхет­ле йыл­майып тик торҙом. Һи-и, Йәмил, Ҡыш бабай ҙа, мөғжизә лә юҡ, тип әйт­кән була. Бар ул! Ышанырға ғына кәрәк! Мин ышанам, сөнки бына ул, ҡулым­да – йөнтәҫ кенә, кәт­тә генә торған ҡолаҡлы овчарка тигән мөғжизә!

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Читайте нас