Ап-аҡ ҡарҙар
Мин яһаған һуҡмаҡтарҙан,
Төндә буран йүгергән.
Иртә менән ҡар көрәргә,
Тағы эш яһап ҡуйған.
Өй алдында ҡарҙар көрәп,
Бейек тау өйөп ҡуям.
Ҡыш бабайым ап-аҡ ҡарҙы,
Бик мул итеп яуҙырған.
Ҡар көрәйем, уйнайым,
Ҡыш - яратҡан айҡайым.
Яңы яуған аҡ ҡарҙарға,
Һүрәт яһап туймайым.
Бит остарым алһыулана,
Оҙаҡ уйнаһам тышта.
Ҡышҡы, ҡарлы саф һауаның,
Файҙаһы бик күп була.
Лилиә ФӘХРӘЗОВА, Туймазы районының Серафимовка 3-сө мәктәбе уҡыусыһы.