+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
3 Февраль 2022, 13:35

Әкиәттәр

Әбйәлил районы Теләш ауылында йәшәүсе әүҙем авторыбыҙ Зөһрә апай Бәшәрованан һеҙгә - күстәнәс-әкиәттәр!

Әкиәттәр
Әкиәттәр

                                                             Әкиәттәр.

                                                                              Бүләк.

  Ғәлмиязаға бөгөн ете йәш. Атаһы ҡыҙына ҡурсаҡ бүләк итте. Ҡурсаҡ ябай түгел, функциялы. Арҡаһында төймәләре бар. Аҡ төймәгә баҫҡайны, башына ҡурай тажы ҡаҙаған, ҡар мамыҡ күлдәк кейгән  ҡыҙыҡай пәйҙә булды ла телгә килде.  

-Һаумы, Ер ҡыҙы! Мин – Һомай!

-Беләм, беләм! Уррра, тыуған көнөмә Ҡояш апайҙың ҡыҙы килгән! – тип, сәпәкәй һуҡҡан ти, ҡыуанысынан һикереп, Ғилмияза.

- Тыуған көнөң менән ҡотлайым! Ысын башҡорт ҡыҙы булып үҫеүеңде теләйем!– тигән дә, Һомай ҡош  ҡанаттарын ҡаҡҡан ти. Ваҡ мамыҡтар  көмөш тәңкә булып зыңғырлап ҡойолған. Уларға ҡулын һуҙған икән, йылтырҙар сылтырлап тәңкәле сулпыға, камзулға әйләнгән.  

-Бәхетле бул, тәңкәле башҡорт ҡыҙы! Тәңкәләрем, бәлә килһә, сылтырар, – тигән изге күңелле Һомай.  Башҡортса күлдәкте өләсәһе тегеп кейҙергән булған. Ҡыҙый шунда уҡ кейә һалып, көҙгөгә ҡарап, үҙенә һоҡланған, ти.

   Ҡурай һүрәтле төймәгә төрткән, көй яңғыраған,  бер апай бейеп йөрөй, ти.

-Һаумы, Ғилмияза! Мин – Рәшиҙә Туйсина. Тыуған көнөң менән ҡотлайым! Апай, тал сыбығылай эйелә лә бөгөлә, нәфис бармаҡтары сирт-сирт, ҡулдарындағы биҙәүестәре күңелле йырлай, күҙҙәре менән Ғәлмиязаға һирпеп ҡарай ҙа йомшаҡ ҡына тыпырлай... Биҙәкле еләне, ҡашмауы, ике оҙон сәс толомо еҙ үксәһенә етеп тора. Иҫ киткес, һоҡланғыс!

-Мин дә бейеүсе булам! – тигән ҡыҙый.

-Әйҙә, икәүләп бейейек! – тигән бейеүсе апай.

 Ҡурай моңо яңғыраған.

 -Бишбармаҡ яратаһыңмы?

-Эйе.

 Бейей-бейей икәүләп “Бишбармаҡ” бешергәндәр.

     Ҡаҙ ҡауырһыны һүрәтле төймә лә телгә килгән, имеш. Китап, ҡәләм тотҡан  ҡарағусҡыл йөҙлө һылыу инәй күренгән.

-Тыуған көнөңә теләктәр теләйем.

-Атаң ырыуы – ҡыпсаҡ,

Батыры уның Бабсаҡ,

Түңгәүер ҡыҙы әсәң,

Бире заты өләсәң,

Зат-ырыуыңды барлап,

Аҡһаҡалдарың ҙурлап,

Милләтеңде арттырып,

Инәң телен яратып,

Ер-һыуҙарыңды данлап,

Йәшәһәң икән, ҡыҙым, - тигән ти, һамаҡлап.

-Ярар, ярар, Зәйнәп инәй! – тип артынан һамаҡлаған, ти.

   Уны ҡотларға аҡ яулыҡ ябынған, аҡ күлдәк кейгән өләсәй күренгән, ти. Үҙе урындыҡ ситендә иләгән йөнөн сирата икән.

-Йәй көн оҙон булһа ла эштән бушап булмай, ҡыҙым. Ҡыш бауыры оҙон. Тыуған көнөңә әкиәт һөйләйем, тыңла, - тигән. – Алдаҡсы Ҡылыйгүҙ.

  Борон-борон заманда, ҡуян малайының ҡолағы ҡыҫҡа, күҙҙәре салыш булмаған, ҡойроғо ла төлкөнөкәнән оҙон булғандыр, тик ҡыҫҡа булмаған, ти. Ҡышын ҡуян малайы аҡ тунын кейгәс, уны бер йән эйәһе лә күрмәй икән. Ул, шымтояҡ, көндөҙ урман-тауҙар ҡыҙырып йөрөй ҙә ҡарға сумып йоҡлап ала. Ул һәр береһенең серҙәрен ишетә, әҙәм күрмәгәнде лә күрә,  мөрйәнән сыҡҡан төтөнлө өйҙәргә лә барып урай, хатта  төлкө кеүек эҙен дә һеперә, икән.

  Ҡарҙар ирегәс, ҡуян малайы аҡ тунын һала һалып һороһон кейгән. Һайыҫҡан, алан-йолан ҡаранып:“Оҙон ҡыш буйы һин ҡайҙа булдың?” – тип иҫе киткән ти. Ҡуян, белмәмеш тә күрмәмеш булып, ҡулдарын йәйгән була ти.  “Эт бесәй менән талашты, аптыраҡ!” – тигән ти ҡыш буйы унда-бында осоп йөрөгән ҡош,, боҙ күҙҙәрен селт йомғолап. “Талаша инде”,- тигән ти, ҡуян малайы, туҡтауһыҙ ҡуян тубығын кимереп. -Үҙ күҙем менән күрҙем, улар хужаһының алтынын бүлештеләр.” “Әһә”, - тигән ти, һайыҫҡан, - “Ниңә саң-томан борҡолдатҡандарын белдем”. “Төлкө ауыл осонда йәшәгән Ғәйшә өләсәйҙең ҡаҙын урлап ашаны, үәт! Ерән бур!” – тип шыҡырлаған ти һайыҫҡан, баһырау ҡойроғона баҫып. “Үҙ ҡолағым менән ишеттем, Ғәйшә өләсәй Ерәнегә туныңды ҡаҙға алмашам тип торҙо”, - тигән, түңәрәк күҙҙәрен ҙур асып, иҫе лә китмәгән Ҡуян малайы. “Минең йомортҡама берәйһе бер тоҡ ем бирмәҫме, белеш сәле,” – тигән ти һайыҫҡан,  тирә-яғын ҡапшап ҡарап. “Беләһеңме, бүре Динислам ҡарттың һимеҙ тәкәһен алып ҡасты,үәт!“ тигән, әрһеҙ ҡош, суҡышы менән бысраҡ ҡанаттарын соҡоп. “Тапҡанһың аптырар нәмә. Бүреләр туй үткәрҙеләр. Шуға бирҙе лә һуң”, - тигән булған алдаҡсы, оҙон ҡойроғо менән күҙҙәрен йәшереп. “Хәҙер күрһәтәм мин һеҙгә кем икәнегеҙҙе...” – тигән дә  ала ҡошҡай  осрағанға ла, тап булмағанға ла, кәртәһенә булһа ла ҡунып,  алдаҡсының хәбәрен һөйләп, туҡтауһыҙ шыҡырлай ти.

  Эт, бесәй, Ғәйшә әбей, Динислам олатай, Бүре, Төлкө быны ишеткәс:”Кем бындай ялғанды тарата икән, ә?!? Булмағанды ишеткәндең ҡолағы оҙонайһын, күрмәгәнде күргән ҡылыйға әйләнһен, эҙ йәшереп йөрөгәндең ҡойроғо төшөп ҡалһын!” – тигәндәр ти. Шул көндән Ҡуян малайының ҡолаҡтары оҙонайған, күҙҙәре ҡылый, ҡойроғо йомро туп кеүек кенә булып ҡалған, ти. Ә бына туҡтауһыҙ һүҙ йөрөткән ҡошҡа“шыҡырлаҡ” тип исем ҡушҡандар.

-Шулай ҡыҙым, әкиәтемде һиңә тапшырҙым. Әкиәт булһа ла, унда ла була хикмәт, - тигән ти әбекәй, орсоғон өйрөлтөп.

-Аңланым, өләсәй, Ҡылыйгүҙ кеүек алдашырға ярамай, тағы һайыҫҡан кеүек кешене аңдырға, хәбәр йөрөтөргә, - тигән ти Ғилмияза.

  Ил инәләренең теләктәре ҡабул булған. Ғәлмияза оҙон толомло, аҡыллы, һылыу ҡыҙ булып үҫкән. “Урал батыр” эпосын өйрәнгән, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейегән, ете быуын ата-бабаларының шәжәрәһен төҙөгән, балаларына әкиәттәр сығарып һөйләгән. Урал батыр төйәгендә туризм эшен йәйелдергән. Туристарға Урал батыр иленең хозурлығын күрһәткән, солоҡ балын тәмләткән, ҡурай моңдарын яңғыратҡан.

                                                                    Тамсыгөл.

    Ҡыҙыл күлдәгенә ике аҡ борсаҡ һүрәте төшөрөлгән күлдәген кейеп, ҡупшы ҡамҡа Зәлифәләр йәшәгән өйгә зырылдап осоп килде. “Яҙ алып килдем, һөйөнсө, яҙ...”, - тигән кескенә ҡанаттарын ҡағып.  Зәлифә тиҙ генә кейенә һалып, болдорға сыҡҡан.

-Һаумы, Зәлифә! – тине, йылмайып, Ҡояш апай.- Хәйерле иртә!

-Таммм! Тиммм! Таммм! Таммм! Тиммм! Таммм! Һаумы, Зәлифә! Әсәйең байрамына  килдем, - тип тыпылдаған Тамсыҡай. –Бүләгең әҙерме?

-Әсәйҙәр байрамына? Ҡасан?– тип, һулҡылдаған Зәлифә, ҡулдары менән күҙҙәрен төйгөсләп.

-  Әйҙә, гөлөң Әсәйең байрамына сәскә атһын! – тип көлөп ебәргәндәр Ҡояш апай менән Тамсыҡай.

-Нисек?

-Минең тамсыларымды йый ҙа гөлөңә ҡой. Күрәһеңме, улар ҙа шат. Тамсыларым ябай түгел, тылсымлы. Уррра! Иртәгә 8 Март - әсәйҙәр көнө! Тим-тим-там, тим-тим-там... Тамсыҡайҙың балалары  туҡтауһыҙ бейегән, ти.

Тамсы тама тып-тып-тып,

Әсәйемде яратып,

Ҡояш апай йылмая,

Бөтәбеҙҙе ҡаратып,

Әсәйем ярата гөл,

Гөлө сәскә атһын гел!

Лә-лә-лә-лә-лә-лә...

Трә-лә-лә-лә-лә-лә...

Әсәйемде яратам,

Гөлдәремде яратам...

 Зәлифә тамсыларға ҡушылып йырлап – бейегән. Сирпәк тулды. Ҡыҙый көмөштәй йылтыр һыуын йырлай-йырлай гөлөнә эсерҙе. Ҡояш апай  гөлдө яратып ҡосағына алды. Иртәгәгә бүләк булырмы? Бөтәһе лә тәмле йоҡоға талды.

-Гөлөңдөң тупрағы таш кеүек ҡатҡан шул! Эх, һин... Әсәйең эштән бушамай, ялҡау! – тип Ҡояш апай ҡыҙҙы ҡытыҡлап уятҡан. -Нурымды һындырып ал да гөлдөң бәбәктәренә төрт. Зәлифә Ҡояш апайҙы тыңлаған. Ете төрлө нурҙы һуҙыуы булған, улары - ... Уррра! Йәшел бәбәктәр асылып, ете төрлө нәфис сәскәләр һәлмәк таждарына көсө етмәй баштарын аҫҡа эйгән!!!  Һәр таж эсенә Ҡояш апай эреле-ваҡлы нурҙарын һыҙған.

-Рәхмәт, ҡыҙым, тамсы гөлөм, - тип яратҡан ти әсәһе ҡыҙын. –Үҙең кеүек бүләгең дә матур шул!

-Ҡояш апай менән Тамсыҡайға ла ҙууур рәхмәт! Тамсыгөлөм сәскә атты!– тигән Зәлифә ҡыуанып.

Зөһрә Бәшәрова,

Әбйәлил районы, Теләш ауылы,

  (Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды. )

 

 .

Әкиәттәр
Әкиәттәр
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: