Изгелектең яуызлыҡты еңгәне.
Борон-борон заманда, бәләкәй генә ауыл ситендә, тупаҡ өйҙә йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың берҙән-бер Зәйнәп исемле кәзәһе, Ҡотлогилде ҡушаматлы эте, Зәйнәр тигән бесәйе булған. Ҡотлогилде бурҙар килһә, лөк-лөк тип хәбәр иткән, Зәйнәр көнө-төнө ҡомаҡтарҙы аулаған.
Ҡышҡы селләлә, сатлама һыуыҡта дөм ҡараңғы төндә Ҡотлогилде өйҙөң ишеген сапсый, үҙе туҡтамай шыңшый икән. Бабай ишекте асһа, Ҡотлогилде ҡойроғон болғай-болғай хужаһын эйәртеп аҙбар ишегенә алып барған. Бабай ишекте асһа, кәзә ике бәрәсен ялай, ти. Хужа уларҙы көн дә хуш еҫле бесән менән һыйлаған.
Яҙ етеү менән кәзә тау биттәренә үрешкә сыҡҡан: үрелеп, хуш еҫле япраҡтар, сәскә баштарын ғына ашап, елененә тәмле һөт йыйған. Үлән утлап, башын күтәрһә... баҡтаһы өлтөрәгән, тиреһе туҙған, ямаулы тун кейгән, билдән бөкрәйгән, һары тештәрен ыржайтып, ҡырҡ ямаулы биштәрен аҫып, таяҡҡа таянып, ҡарт Бүре тора ти.
-Ҡыш буйына ашарыма булманы, хәҙер һине ашайым! – тигән ти ҡалтырап.
-Бүре ағай, зинһар, ҡайта һалып бәрәстәремә һөт эсерәйем дә мине ашарһың, - тигән Зәйнәп, оҙон һаҡалын һелкетеп.
Бәрәстәрен һыйлағас та был хәлде хужаһына һөйләгән. Хужаһы бер түгәрмәс икмәк, бер көршәк һөтөн тоттороп, Зәйнәпте юлға оҙатҡан. Барһа, Бүре шул уҡ урында уны көтөп тора икән. Ул шунда уҡ күстәнәсте ашап бөткән дә ҡыуанысынан күккә ҡарап олоп ебәргән дә үҙ юлы менән киткән.
Кәзә бәрәстәрен эйәртеп ҡырға йөрөй башлаған. Берҙән-бер көндө өр яңы тунында таяғына таянып, берәү үтеп бара имеш. “Һаумыһығыҙ!”- тип, ҡалпағын күтәреп, былар менән һаулашҡан да ти. Кәзә уны хатта танымаған. “Әсәй, кем ул?” – тип һорашҡан бәрәстәр. “Бүре”, - тигән әсә. Балалары уныға һырышҡан. “Ҡурҡмағыҙ, ул һеҙгә теймәҫ. Ҡаты һыуыҡта уға ярҙам иткәйнем”, - тигән аҡыллы хайуан, тегене танып.
ххх
Тылсымлы ҡурай.
Борон-борон заманда йәшәгән ти Мозафар исемле малай. Әсәһе ауырып үлеп киткән. Атаһы үгәй әсәй алып ҡайтҡан. Ул үҙенең улы Мотаһарҙы яратҡан, Мозафарҙы туҡтауһыҙ эшкә еккән.
Көндәрҙән-бер көндө күкте томалап, күҙ асҡыһыҙ буран сыҡҡан. Уҫал әсәй Мозафарҙы ҡоро утынға ебәргән. Ҡороға көрт йырып барып еткәнсе, көн төнгә ауышҡан. Күк көмбәҙендә ай һары шәмдәлен ҡабыҙған. Ул биленән көрткә сумып, ҡоро-һарыларҙы бер урынға өйгән. “Ай-һай-һай, буран бурай, ә мин – ҡороған ҡурай...” тип, кемдер туҡтауһыҙ һамаҡлай, ти. Кем ул? Ел-буран уйынсыҡ һыҙғыртҡыс табып алған?! Икәүләшеп һығҙыралар! Малай ҡурағанды ҡырҡып алған. Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ! Уйымдар киртеп һыҙғырған һайын, моңдар өҫтәлә генә икән. Көпшәне уйнаған һайын Мозафар көс-ғәйрәте ташып торған егеткә әйләнә бара, ти. Көйҙө тыңларға ҡоштар, йәнлектәр йыйылған, хатта күктәге ай ҙа ҡыҙыуыраҡ яҡтыртҡан, йондоҙҙар тәңкә булып һибелгән. Аҡыл эйәһе өкө:
-Йыр-моң донъяны урай,
Уйнай ҡураған ҡурай! – тип, кескенә ҡанаттарын ҡағып, туҡтауһыҙ ухылдай, ти.
-Эйе шул, аҡыллым, ҡурай ғына ошондай көй сығара ала, - тигән ти Мозафар. Ҡороһон йөкмәп, ҡурайын биленә ҡыҫтырып, ҡайтырға сыҡһа, алда нөктәләй генә ут быҙлаған. Тәҙрәһенә күҙ һалһа, берәү ҙә күренмәй. Мейестә дөрләп ут яна, сөгөндә һоло бутҡаһы бығырлай. Бешкән бутҡаны өҫтәлгә ҡуйған да урындыҡҡа ултырып ҡурай тарта башлаған. Ишек асылып киткән дә сатыр-соторон күтәреп, айыу апа инеп, көйгә бейей башлаған, ти. Мозафар ҡурайсы туҡтап:
-Бейе әле, бейе әле,
Бейегәнең юҡ әле,
Бейегәнең булмаһа ла,
Матур баҫаһың әле, - тип, таҡмаҡ та әйткән, ти.
-Өф, рәхмәт, бейеттең! – тигән айыу, уҫлаптай ҡулы менән егеттең арҡаһынан яратып. Мозафар күңеле тулып, үҙ тормошон һөйләп биргән. Айыу унан тағы ҡурай уйнауын үтенгән. Оҙаҡ тыңлағас, уны оҙата сыҡҡан. Сыҡһа, ни күҙе менән күрһен, бөҙрә ялдары болоттай ҡабарып, толоптай тояғы менән ерҙе сапсып, дөлдөл тора имеш. Әйтһәм, әҙәм ышанмаҫ, хатта санаһына утыны тейәлгән, семәрле һандыҡ тора. Һандыҡты асһа, ҡусҡар биҙәкле атлас елән, ҡама бүрек, семәрле күн ситек, ҡурайын һалырға һауытына тиклем бар, ти. Санаға ултырыуы булған, ат дуғаһында көмөш ҡыңғырауҙарын ҡыңғыратып, ялбыр ялын елберләтеп, күҙ менән ҡаш араһында, өйө янында булған, ти. Саптар күкте ярһытып, кешнәп ебәргән. Үгәй әсәй йүгереп сыҡһа, затлы кейемдә Мозафар ҡурай уйнай ти. Шул арала, серҙе систерә һалып, үҙенең улын утынға ебәрә һалған.
Мотаһар ҡарға бата-сума тау итәгенә барған да ҡурағанды йолҡоп алып, алыҫта ут быҙлаған өйгә киткән, ти. “Айыу олатайымды бейетәм, һәр хәлдә һине түгел инде!” тип, ҡурай тыңларға килгән ҡуянды ҡолағынан алып бырғатҡан. Көпшәһе ҡайын ботағына эләгеп, яртылаш һынған да ҡуйған. Быймаһының ҡарын да һепермәй, кәпәсен дә һалмай, өйгә ингән. Урман хужаһының мейесендә һәр саҡ утыны дөрләп яна, сөгөнөндә бутҡаһы бығыр-бығыр килә. Сөгөндәге бутҡаны ашап, һауытын ишек төбөнә ырғытҡан да мейес башына менеп, йоҡларға ятҡан.
-Кем йылыла йоҡо һимертә? Егет, һиңә ни кәрәк? – тигән ти, өй хужаһы ҡороһон көлдөксә алдына һалып. Мотаһар йоҡоло күҙҙәрен ыуалап:
-Айыу олатай, Мозафарҙыҡынан да елдерәк тайыңды, һандығыңды тейәй һал да ҡайтайым, - тигән, ти, ауыҙын ҙур асып иһәнәп.
-Әллә берәйҙе бейетәңме? – тигән, ти айыу. Ялҡау ҡурайын өрөп ҡараған да ул, ул уны тыңламаған шул.
-Инде ҡайтһаң да була, - тигән ти өй хужаһы.
Мотаһар, рәхмәтен дә әйтергә онотоп, тышҡа сыҡһа, башын эйеп, ат тора, ти. Санаға ултырыуы булған, аты сабып сығып киткән дә ҡайынға һуғылып, ташбаҡаға әйләнгән дә ҡуйған. Һандыҡты асһа, эсе тулы ҡара таш. Ҡурай һауытын тотҡан ғына икән, уныһы ҡый-һайға әйләнеп, күккә осҡан. Әсәһе әле булһа урман ҡыҙырып, малайын эҙләй, уныһы һаман да ҡайтып етә алмай ти.
Ҡурайҙың тылсымлы көсө тирә-яҡҡа таралған. Башҡорт халҡының бер байрамы ла ҡурайһыҙ үтмәгән. Сит ҡитғаларҙан килгән затлыларҙы Мозафар атлас елән, ҡама бүрек, семәрле ситек кейеп, ҡурай уйнап ҡаршылаған. Башҡорт илендә ҡурайсылар бәйгеһе үткәрәләр, телевидение асалар, Баймаҡ районы Туғажман тауында уға һәйкәл дә ҡуйғандар. Ҡурай – башҡорт халҡының милли уйын ҡоралына әйләнгән.
Банкир Төлкө.
Мышы Ҡырҡты тауы түбәһендә уҫаҡтан күп ҡатлы йорт төҙөргә уйлаған. Банкир итеп Төлкөнө алған. Ерән килем менән сығымды һанап, бизнес план төҙөгән, туризм эшен йәйелдергән. Тау түбәһендә кафе-ашхана астырған. Концерт, тамаша ла күрһәтһә, файҙаһы апаруҡ булыр ине лә. Йырсы, бейеүсе, кәмитсе... Ой-ой... Өсәү булһа еткән. Уларға эш хаҡы ла түләргә кәрәк бит. Интернеттә, “Эш эҙләйем” тигән битте асыуы булды?!? Атаҡайым, туристарҙы йырлатып-бейетергә, тамаша ҡорорға Ҡыр Кәзәһе, Айыу апа, Бурһығы, ҡыр Сысҡаны ла ҡалмаған. Экранда теҙелеп киткәндәрҙең һәр береһенең шөғөлөн, ҡиәфәтен, матурлығын самалап, энә күҙәүенән үткәрҙе...
Һаҙ буйҙарында эҙләнгән Ҡабан. Йомро баш, түңәрәк зәңгәр күҙҙәр, ҡылдан нәҙек аяҡтар. Гелән мырҡылдап, мөңгөрҙәп йөрөй. Бүре Ҡуянды ҡыуыуҙан бушамай... Шулай ҙа, бағаналай буй-һыны, кәкре аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫып, бейеһә, осло моронон күтәреп ҡупайыуы ла әкәмәт. Ә теге, һалбыр ҡолаҡты, ҡурҡаҡты һәммәһе лә яҡын күрә. Во, во... Ҡойроғо шулай ҙа, күҙҙәре былай тип, балаһылай күреп, яраталар. Ҡайһыһы уйын ҡорор? Мммм... Һе, Бүре – Шөрҙөк, Ҡуян – Шөршөр, Ҡабан – Йомор булып уйнар, тип, эшлекле ҡиәфәттә һүҙ йөрөттө Ерән Алтынсәс улы. Буласаҡ бай: “Төлкөнөң өйө боҙҙан, ҡуяндыҡы ҡабыҡтан” тигән булып, үтә бөлдөрәләр. Әҙ-мәҙ үҙемә өлөш сығарһам, ҡаҙ булһа ла үрсетер инем, сысҡансылап ялҡытты, өйөм дә булыр”- тип, йомолоп барған күҙҙәрен ҡыҫыңҡырап, туҡтауһыҙ калькулятор төймәләренә баҫҡыланы.
Уларҙы эшкә алыуы булды, Йомор тиҙ арала сәхнә әҫәрен алып килеп тә тотторҙо. Тамаша ҡыҙыҡ булмаҡсы. Хәйерлегә булһын. Билетты, әлбиттә, үҙе һатты. Зал тулы.
Йә, Хоҙай! Килештерәләр! А-һа-һа!.. Банкир күҙҙәренән йәше сыҡҡансы көлдө. Ҡолаҡтарына төҫлө дүңгәләктәр тағып, төрлө урындан тишелгән бриджи, ҡурғаш итектәрендә, ҡаҡ башына йылан һүрәттәрен төшөрөп, Йомор шар кеүек тәгәрәп килеп сығып, тәкмәс атты. Футболка, шорт, кроссовкилә Шөрҙөк күренде. Үҙенең йәнлектәр донъяһында абруйын күрһәтеп, түшен киреп, ҡулдарын йәйеп, башын эйҙе. Аренаға оҙон ҡолаҡтарын ҡайсылап, уң ҡулын күтәреп, һикерә-атлай, уның янына Шөршөр йүгерҙе. Икәүһе лә ҡалын эрзин бирсәткәләр кейгән. Томшоғон улай-былай өйрөлтөп, ялтыр тәрилкәләрҙе бер-береһенә һуғып, аҡырып рэппэр сусҡа морон һамаҡлай башланы. Икәү тамаша ҡыла.
Сибек кенә ҡуянҡай,
Груша төртә туп кеүек,
Мускул шеште шар кеүек,
Бокс төртөшә көн дә,
Бүре менән төнөн дә,
Һуғыш була бит хәҙер,
Ҡарарға тим, һин әҙер,
Ялтыр күн бирсәткәлә
Торалар көтөп фарман,
Ташып тора дәрт-дарман...
“Бокс!” ярсы ҡысҡырҙы,
Ҡуян тамағын ҡырҙы,
Ҡаршы сыҡты бүрегә,
Кәрәк уны еңергә,
Бах та бух төртөшәләр,
Һыймайҙар аренаға,
Ҡуян өҫкә һикерҙе,
Тондорҙо моронона,
Тәгәрәтте һонторҙо,
Үҙе шарҡылдап көлдө,
Уҫал Бүре еңелде,
“Бокс!” ҡысҡырҙы судъя,
Һоро ята тора алмай,
Ҡуян усына өрҙө:
“Һин – миңә һоро мамыҡ!”
Хәҙер төртөп йығам ти...
Кем алыҡ та кем алыҡ,
Оҙон тороп баҫҡайны,
Сайҡала, бағанамы,
Тондорҙо арт яғына,
Тәгәрәп китте Һоро...
Эсен тырнай Шешҡолаҡ:
“Эһе-һе, ҡурҡаҡ батша,
Һуғышып өйрән башта!”
“Бокс!” ҡысҡырҙы судъя,
Һонтор ҡалҡынды саҡҡа,
Алыш бөттө шул саҡта.
Ҡурҡаҡ батырға, көслө мөсһөҙгә әйләнде. Рэппэр Ҡабан уйлап тапҡан уйын!
Туристар: “Браво! Браво!...” тип ҡысҡыралар, һыҙғыралар, алҡышлайҙар, баш кейемдәрен күккә һелтәйҙәр, ти. Төлкө килемде теүәл тапшырмай, ай яҡтыһында йәш ҡарағайҙарға билдә һалып, тамырына ҡыҫтыра бара имеш.
Мышы тикшерһә, тулмай икән. “Ҡуян бүренән көслөмөн ти ҙә маҡтана бит. Бүре ағайҙы ошоғаса берәүҙең дә еңгәнен күргәнем юҡ әле, Айыу апа ғына йәлпәйтә һуҡмаһа. Ай-һай, Ҡуян касафатылыр, Хужам, оҙонғолаҡ шашты...”, - тип ярамһаҡлана икән.
Йомор быны ишеткәс тә, йәне көйөп, ҡарағайҙар төбөн аҡтармаһынмы?!? Кем хазинаны йәшергән? Уның артынса ике әртис тәңкәләрҙе йыя бара ти. Кем ҡараҡ? Һанаһалар, бер тәңкә тулмай икән. “Ҡайһығыҙ таба, шуға булыр”, - тигән ти бизнесмен Мышы. Ерән, билдә һалынға ҡарағасты күреп ҡалып: “Ошонда түгелме икән?” – тигән була ти. Ҡабандың мороно ялтырай! “Биш һумлыҡ тәңкә табыусыға булһын”, - тигәндәр. Ерән Алтынсәс улы “миңә тейеш” тип даулаша ти. Шөршөр: “Ҡараҡ үҙен һатты! Ошо ағас төбөндә булғанын ул ҡайҙан белгән?” – тигән, йоҙроҡтарын төйнәп. “Туҡта, туҡта, ҡарағайҙы кемдер кирткән түгелме?” Шөрҙөк күреп ҡалған. “Мин түгел...” – тигән хужаға ялағайланып ҡылый. Йәнлектәр Тәңкәне Ҡабанға бирергә тигән ҡарар сығарған. Шуның өсөн уны Тәңкәтомшоҡ тиҙәр.“Йомор, Шөрҙөк, Шөршөр тип көлә инең, Ялғансы Ерән булып йөрө!” – тип, күмәкләп уны ҡыуғандар, ти.
“Урман – тыуған йортобоҙ, бергәләп татыу йәшәйек”, - тигән, ти Мышы.
Зөһрә Бәшәрова, Әбйәлил районы Теләш ауылы. (Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды. )