+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Февраль 2022, 11:08

Шиғырҙар

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусылары ижады

Шиғырҙар
Шиғырҙар

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусылары ижады

   Көттөк һағынып

Тылсымлы ҡышты,

Көттөк һағынып.

Ҡар бабайҙарҙы,

Өйҙөк ярышып.

Сана саңғыла

Елдек  кинәнеп.

Ап-аҡ донъяла

Ҡарға күмелеп.

                                Шөгөров Инсаф

   Ап-аҡ ҡыш

Ап-аҡ ҡыш килгәс,

Һыуыҡтар еткәс,

Ялан һәм ҡырҙар,

Юрған ябынғас,

Шәрә ағастар

Аҡ шәл ябынҡас,

Һайрар ҡошсоҡтар

Тынышып  ҡалғас,

Ҡошсоҡтарға мин

Тағараҡ элдем.

“Ашағыҙ!” –тинем

“Ҡошсоҡтарым минең!”

                    Ғәлиева Әлиә

  

    Ниндәй аҡлыҡ

Ниндәй аҡлыҡ, ниндәй сафлыҡ

Матур итеп ҡар яуа.

Әйтерһең дә бар донъяны,

Аҡ мпмыҡ ҡаплап ала.

                                         Ибәтуллин Радим

Ҡышҡы көндө мин яратам

Ҡышҡы көндө мин яратам.

Тау битенән шыуып төшәм.

Ҡар бабайҙы эшләп ҡуям.

Саңғыла һәм сана шыуам.

Ҡар бәрешәм, ҡарға батам,

Шуға ҡышты мин яратам!

                                             Әхмәтов Раян

Тамғалар ҡалған

Ялан-ҡырҙарға

Ап-аҡ ҡар яуған.

Ҡуян, ҡоштарҙан

Тамғалар ҡалған.

                                      Рафиҡов Айназ

 

Шиғырҙар
Шиғырҙар
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: