-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
12 Февраль 2022, 14:14

Рәми көндәлектәре

...Сабатаны ныҡлап, матурлап кейеп алдым. Ашандыҡ. Томан күтәрелеп, ҡояш ҡыҙҙыра башланы. ..Машина ла әҙер. Ултырҙыҡ.— Хуш, инәй. Хуш!..

Рәми көндәлектәре
Рәми көндәлектәре

КӨНДӘЛЕКТӘР
16 август, 1946 й.

...Сабатаны ныҡлап, матурлап кейеп алдым. Ашандыҡ. Томан күтәрелеп, ҡояш ҡыҙҙыра башланы. ..Машина ла әҙер. Ултырҙыҡ.
— Хуш, инәй. Хуш!..
— Уҡырға тырыш,.. — тине инәй. Уға ауыр ине.
Машина алға елде. .. Тамакҡа әллә ниндәй ҡара бер төйөн килеп тығылды. Инәйем яулыҡ осона күҙҙәрен һөртөп, мин фуражканы болғағанға ҡулын болғап ҡалған булды. Юҡ, ҡалманы, әйтерһең дә ул минең арттан йүгереп килә һымаҡ ине. Их, инәй, инәй! Мин беренсе мәртәбә әсәнең иң яҡын кеше икәнлеген бына шунда белдем.
Өфө! Өфө! Өфө минең уйҙарымдан сыҡманы. ..Өфө мине бик, бик көтә төҫлө, Өфө күңелемә нисектер яҡын тойола.
..Кис булды. Сулейәгә лә килеп еттек. Машинанан төшөп, вокзалға киттек. Ҡараңғы. Халыҡ күп. ..Ни булһа ла булыр, тип, цистерналарға ултырҙыҡ та киттек, һалҡынса. Поезд күкрәк киреп алға саба.
... Бына поезд станцияға туҡтаны... Беҙ был цистерналарҙы ташлап, икенсе пассажир поезының вагон башына үрмәләнек. Поезд тағы ҡуҙғалды. ..Тау-Төмәндә рабочийға ултырҙыҡ. Бында бик рәхәт булды. Күп тә үтмәне, беҙҙе Өфө ҡаршы алды.

Рәми Ғарипов

Рәми көндәлектәре
Рәми көндәлектәре
Рәми көндәлектәре
Рәми көндәлектәре
Рәми көндәлектәре
Рәми көндәлектәре
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: