-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
20 Февраль 2022, 11:00

Юнир Салауатов. Мине егет иткән эт

Әйберҙәр табылып бөт­кәс, Бары­й ағай: – Китегеҙ, бүтәнсә беҙҙең а­уылға киләһе бул­мағыҙ, – тине сиған­дарға. Улар тиҙ генә йы­йын­ды ла ҡайҙалыр юл тот­то. Шул көн­дө кис Вулкан­дың хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтергә бер нисә әбей кил­де беҙгә. Мин уларға сиған­дар тәҡдим ит­кән “шифалы” һыуҙы эш­ләп күрһәт­тем. Уксус менән соданы ҡушыуҙан химик реакция баш­ланы­уы хаҡын­да һөй­ләп аңлат­тым.

Юнир Салауатов. Мине егет иткән эт
Юнир Салауатов. Мине егет иткән эт

“Дау­алаусы”ларҙы фаш­лау

1960 йыл­да ауыл хужалығын­да эш­ләүсе бар­лыҡ ҡарт­тар пенсия ала баш­лағас, ауылыбыҙ осона, палат­калар ҡороп, сиған­дар килеп урын­лаш­ты. Улар кешеләрҙе сихырҙан “дау­алау” өсөн өйҙән-өйгә йөрөй. Һыуға уксус ҡоялар ҙа әбей-бабайҙарға тот­торалар. Шунан стаканға сода һалалар. Һыу шажлап күперә, ҡай­наған кеүек була. Газлы һыуҙы эсергәс, бер аҙҙан “ауырыу” кеше кикереп ебәрә.

– Сирегеҙ эсегеҙҙән сығып осто, – ти сиған­дар. Ҡарт­тар, а­уырыуҙан ҡотол­доҡ, тип шат­ланып, “табиптар”ға ай­лыҡ пенсияларын тот­тора. Улар “дау­аланған” арала сиған­дарҙың икенсе бер төркөмө өйҙәргә инеп, әбейҙәрҙең дебет шәл­дәрен, көмөш тәңкәләр менән биҙәл­гән түшел­деректәрен сәл­дерә. Ал­даныуҙан өләсәйем дә сит­тә ҡал­маны.

Милиционер Барый ағай зыян күргән­дәрҙең барыһын бергә йы­йып, сиған­дар урын­лашҡан ергә алып барҙы ла, ҡатын­дарының кеҫәләренән аҡсаларын, ҡиммәт­ле әйберҙәрҙе сығарт­тырып, ергә теҙеп һал­дырҙы. Әйберҙәр ҡаршыһына ауыл әбейҙәрен баҫтырҙы.

Вулкан­дан өләсәйем­дең ҡулын еҫкәт­тем дә, аҡсалар янына кил­гәс, “Эҙләргә!” тип фар­ман бирҙем. Ул һәр аҡсаны еҫкәп сыҡты ла, берәүһен теш­ләп алып, өләсәйемә кил­тереп бирҙе. Берәм-берәм ҡалған аҡсаларҙы, шәл­дәрҙе, түшел­деректәрҙе лә шулай хужаларына тот­торҙо.

Әйберҙәр табылып бөт­кәс, Бары­й ағай:

– Китегеҙ, бүтәнсә беҙҙең а­уылға киләһе бул­мағыҙ, – тине сиған­дарға. Улар тиҙ генә йы­йын­ды ла ҡайҙалыр юл тот­то.

Шул көн­дө кис Вулкан­дың хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтергә бер нисә әбей кил­де беҙгә. Мин уларға сиған­дар тәҡдим ит­кән “шифалы” һыуҙы эш­ләп күрһәт­тем. Уксус менән соданы ҡушыуҙан химик реакция баш­ланы­уы хаҡын­да һөй­ләп аңлат­тым.

Гит­лер диверсант­тары Уралға ла кил­гән

Мостафа ағай – бик оҫта егерь. Ур­ман­дағы һәр та­уыш­тың, эҙҙең нин­дәй йән эйәһенеке икәнен белә. Бер саҡ ур­ман­да оҙаҡ ҡына йөрөп, асыҡҡас, ул­тырып ашап алырға бул­дыҡ. Иң тәүҙә Вулкан­ды һы­й­ланыҡ. Ул оҙон теле менән ҡай­маҡлы икмәкте эләктерҙе лә бер ҡабыуҙа йот­то ла ҡуйҙы.

– Ныҡ асыҡҡан. Минең һы­й-хөр­мәт­кә лайыҡ ул, – тип, Мостафа ағай эт­кә яр­ты банка ҡай­мағын, бер түтәрәм икмәген һәм ҙур ғына ит киҫәген бирҙе ар­табан. Аҙыҡ еҫен тойоп, тирә-яҡта ҡарғалар ҡарҡыл­даша баш­ланы.

– Бик оҙаҡ ул­тыр­майыҡ, тиҙ генә ашайыҡ та, һыпыр­тайыҡ был урын­дан. Айыу ит еҫен ал­тмыш километ­рҙан тоя. Уның менән осрашыуҙан Хоҙай һаҡлаһын, – тине өлкән юл­дашым. Шулай ит­тек тә. Ләкин, бер аҙ барғас, Мостафа ағай үлән араһын­дағы йомшаҡ ерҙә аяҡ кейеме эҙен күреп ҡал­ды ла, шун­да уҡ һығымта яһаны:

– Тә-ә-әк, ҡырҡ икенсе размер. Табаны, биҙәгенә ҡараған­да, өр-яңы кирза итегенеке. Кешенең а­уыр­лығы етмеш кило булыр. Ҡар­т кеше. Бына, аҙымы ҡырҡ сантимет­р тирәһе генә. Бик арып ат­лаған. Был тирәлә болан­дарҙың төйәге юҡ, тимәк, был бән­дә броконьер ҙа түгел. Һуңғы ун көн­дә ямғыр яуманы, шулай булғас, яңыраҡ ҡына уҙған. Төнъяҡа табан юл тотҡан. Әйҙәгеҙ, ошо эҙҙән барайыҡ. Кем икән, ни эш­ләп йөрөй ул бын­да?..

– Вулкан, еҫкә, эҙлә, – тинем.

Эт ар­тынан оҙаҡ ҡына йүгерҙек һәм ҡараңғы таш ҡы­уыш­тары араһына килеп сыҡтыҡ.

– Әһә, аңланым: бын­да, ер аҫтын­да, броконьерҙарҙың йәшерен төйәге бар. Әйҙәгеҙ, эсенә инәйек, – тине егерь.

Бик тар ҡы­уыш буй­лап шы­уып, ун мет­р тирәһе уҙғас, тиҫтәләгән кеше һөл­дәһенә һәм автомат, пулемет, граната, динамит­тарға тап бул­дыҡ. Төп­көл ур­ман­дар, тауҙар араһын­да һуғыш ҡорал­дарының табылы­уы – бик ғәжәп хәл.

Һуңынан милиционерҙар ошо урын­да боҫҡон ҡороп, таш ҡы­уы­шына кил­гән бер кешене тот­то. Баҡһаң, 1943 йыл­да Гит­лер, Свердловск, Силәбе, Магнитогорск, Ом­ск, Түбән­ге Тагил, Злотоуст ҡалаларын­дағы оборона сәнәғәте заводтарын шар­т­латыу өсөн 50 кешенән торған дивирсия төркөмөн Уралға ебәргән. Уларҙың күптәрен тотҡан­дар. Ә бына ун биш диверсант беҙҙең яҡтың ур­ман­дарын­да йәшеренеп, ҡотолоп ҡалған. Тәфтиш орган­дары асыҡла­уынса, иҫән ҡалып, милицияға эләк­кән ир Магнитогорск ҡалаһын­да ты­уып үҫкән һәм, яуҙа әсир­лек­кә төшөп, фашистарға ҡушылған диверсант­тарҙың береһе икән. Һуғыш бөт­кән­гә егер­ме бер йыл үт­кәй­не бит ин­де...

Сер­ле гербарий

Бары­й ағай йыш ҡына, а­уыл осон­дағы оло юлға сығып, еңел машиналарҙы туҡтата ла, шоферҙарҙың документ­тарын, кабина эсен тикшерә торғай­ны. Был эш­кә ҡайһы саҡта мине лә ал­ды. Ә мин Вулканһыҙ бер ҡайҙа ла бар­майым. Юл­да туҡтатылған машиналарҙың хужалары этемә һәр саҡ һоҡланып ҡарай.

Бары­й ағай – бик оҫта милиционер. Кешенең йөҙөнә, сырайына ҡарап ҡына ла башын­да тыуған уйҙарын самалай.

– Ғәйебе бул­маған кеше генә эт­кә яратып баға, ә ғәйеп­леләр шик-шөбһәгә бирелә, йөҙҙәре боҙола, – тине ул.

Бер саҡ Өфө яғына китеп барған еңел машинаны туҡтат­тыҡ. Кабинанан ир менән ҡатын сыҡты. Уларҙың йөҙөнә ҡарағай­ным, йөҙҙәрен­дә нур һүн­гәнен абай­ланым. Вулканға ҡурҡып ҡарайҙар. Милиционер ағай юлаусыларҙың документ­тарын тикшерҙе, машинаның багаж бүлеген асығыҙ, тип һораны. Вулкан менән мин яҡыныраҡ кил­гәс, шофер ир:

– Беҙҙең бер ҡоралыбыҙ ҙа юҡ, – тип ал­дан уҡ әйтеп ҡуйҙы.

– Бул­ма­уы бик яҡшы, шулай ҙа беҙҙең эш – тикшереү. Багажнигығыҙҙы асығыҙ, – тине Бары­й ағай.

Водитель теләр-теләмәҫ кенә талапты үтәне. Бары­й ағайҙы багаж бүлеген­дәге әйберҙәр араһынан бер ни ҙә ҡыҙыҡһын­дыр­маны тиер­лек. Матур китап рәүешен­дәге альбом­ды ғына алып, асып ҡараны. Үлән­дәрҙән, ағас япраҡтарынан йы­йылған гербарий икән.

Юлаусыларҙан машина асҡысын тар­тып ал­ды ла, Бары­й ағай мине а­уыл советы йор­тонан район үҙәген­дәге милиция бүлексәһенә шыл­тыратырға ебәрҙе. Йомош­то үтәп, килһәм, тәр­тип һаҡсыһы ерҙә ята. Башы ҡанға батҡан. Саҡ-саҡ тын ала. Ә теге машина юҡ.

Бар та­уы­шым менән ярҙам һорап ҡысҡырҙым. Мине ишетеп, юлға яҡын йәшәгән Кәрим ағай йүгереп килеп ет­те. Икәүләп тиҙ генә Бары­й ағайҙың башын уратып аҡ сепрәк бәй­ләнек.

– Бын­дай хәл беренсе тапҡыр... Кем­дәр һөжүм ит­те икән һуң? – тип Кәрим ағай ҡат-ҡат һораны минән. Бары­й ағайҙы ул тиҙ генә мотоциклы менән дау­аханаға ил­теп ҡуйҙы.

Ул арала район үҙәгенән милиционерҙар килеп ет­те. Хәл­де һөй­ләп аңлат­тым. Мине, Вулкан­ды машинаға ул­тыр­т­тылар ҙа енәйәтселәрҙе ҡы­уып кит­тек.

– Милиционерға һөжүм ит­кән­дәр икән, тимәк, бик хәүефле кешеләр, – тине мы­йыҡлы ағай.

– Уларҙы ҡы­уып етә ал­маҫбыҙ ул, машина йүн­ләп тар­тмай, – тип борсол­до водитель.

– Белорет районының милиция бүлегенә хәбәр итәргә кәрәк. Эх, ар­миялағы кеүек рация булһа ине лә бит, юҡ шул, – тип үкен­де өр-яңы фуражкалы ағай.

Мәһәҙей а­уылына килеп, телефон элемтәһе үт­кәрел­гән һөтсөлөк фер­маһына туҡтаныҡ. Милиционерҙар үҙебеҙҙең район үҙәгенә бар мәғлүмәт­те энәһенән-ебенәсә ет­керҙе. Бер аҙҙан Белорет районына ил­теүсе оло юл буйына милиционерҙар ҡуйылы­уы хаҡын­да бил­дәле бул­ды.

Беҙ күрше район­дың Ҡағы а­уылына килеп ет­кән­дә өс юл сатын­да милиция машинаһы ҡаршы ал­ды. Кабинаға башын тығып:

– Енәйәтселәрҙең машинаһын кем таны­й, кем күрҙе? – тип һораны бер лейтенант.

– Мин, – тинем.

– Яр аҫтын­да тәгәрәп ятҡан шул түгел­ме?

Сығып ҡараным да, танып:

– Эйе, уларҙыҡы, – тинем.

Лейтенант шул саҡ миңә, Вулканға иғтибар менән ҡараны ла:

– Һин кем? Бала-сағаны ошон­дай оператив эш­тә кем бутал­дырып йөрөй­? – тип ҡәтғи һораны.

– Беҙҙең Бай­назар а­уылы егете. Эте өй­рәтел­гән. Беҙ уның менән бик күп енәйәтселәрҙе тот­тоҡ, – тине беҙҙең район­дың милиция сержанты.

– Милицияла өй­рәтел­гән эт юҡ, ә был малайҙа бар, – тип, лейтенант ағай ғәжәп­лән­де. Унан һүҙен дау­ам ит­те: – Енәйәтселәрҙең машинаһы бар, үҙҙәре күрен­мәй. Нимә эш­ләйбеҙ, эт менән эҙләйбеҙме?

– Шулай итергә ҡала ла ин­де, – тине сержант.

– Әйҙә, ҡустым, этеңде эш­кә ҡуш, – тинеләр шунан миңә.

– Вулкан, еҫкә! Эҙлә! Алға! – тип бик ышаныс­лы, көс­лө та­уыш менән бойора баш­ланым. Белорет милиционерҙары, мине бел­мәгәс:

– Ҡара әле, малай ғына булһа ла, офицерҙар кеүек фар­ман бирә, – тип, бер-береһенә ҡарашып ал­ды.

Вулкан иң тәүҙә машина янына барып, асыҡ багажникты еҫкәне лә өрөп ебәрҙе. Мин, уның эсен­дә нимәләр бар икәнен бер тапҡыр күргәс, теге альбом­дың юҡлығын әйт­тем.

– Альбом енәйәт ҡоралы түгел, уға иғтибар итмә, ҡустым. Этең менән беҙҙе енәйәтселәр эҙенән алып барһаң, бул­ды, – тине милиционерҙар.

Вулкан эҙ буй­лап Әбйәлил районының Хәмит а­уылы яғына юл тот­то. Иң ал­дан беҙ барһаҡ, милиционерҙар ар­т­тан йүгерә. Биш километ­р тирәһе юл үт­кәс, енәйәтселәрҙе шәй­ләнек.

Тәр­тип һаҡсылары ҡы­уып етеп, ҡул­дарын ҡайырып бәй­ләгән­дә енәйәтселәрҙең икеһе лә ир кеше булы­уы асыҡлан­ды. Береһе ҡатын­дарса кейен­гән икән. Биш­тәрҙәре эсен­дә теге альбом да бар ине.

Был операциянан ҡайтҡас, аңларға тыры­шып:

– Бары­й ағай, ә гербарий нимәгә кәрәк булған уларға? – тип һораным.

– Тәү ҡарашҡа бер нин­дәй ҙә шик тыуҙыр­маған был альбом беҙҙең оброна сәнәғәте хаҡын­да дош­ман­дарға күп нәмә һөй­ләй. Иң көс­лө ҡорал – атом бомбаһы. Ул беҙҙә бар. Тик ҡайҙа эш­ләнеүе, уран рудаһының нин­дәй урын­дан алыны­уы – дәүләт сере. Американың мах­сус лабораторияларын­да ошо гербарийҙарҙан анализ алалар. Атом сәнәғәте булған, уран сыҡҡан биләмәләрҙәге үҫемлектәрҙә радиация кимәле юғарыраҡ, шуға нигеҙләнеп, бомбаларҙың ҡайҙа эш­ләнеүен бил­дәләйҙәр. Һәм ар­табан шул тарафҡа ракеталарын төбәп ҡуялар йә шар­т­латырға диверсант­тарын ебәрәләр, – тип аңлатып бирҙе милиционер.

Һаҙлыҡтан сыҡҡан ал­тын

Бер кистә Бары­й ағай кабинетына килеүем­де һораны. Барҙым. Эстә унан башҡа таныш бул­маған милиционер ағай ҙа ул­тыра. Мине генерал­дай күреп, аяғөҫтө баҫып, ҡул биреп күрешеп ҡаршыланылар.

– Ҡустым, һинең кем булы­уың хаҡын­да бел­мәгән милиционер юҡтыр был тирәлә хәҙер. Ә бына был лейтенант ағайың – Ишембай районы эҙәр­мәне, – тине лә Бары­й ағай ят офицерға һүҙ бирҙе: – Ар­табанғы оператив хәл­де ҡустыға үҙегеҙ аңлатығыҙ.

– Октябрь революцияһынан һуң беҙҙең башҡор­т ерен­дә лә граждан­дар һуғы­шы баш­лана. 1918 йыл­да Стәр­летамаҡта урын­лашҡан Совет власын ҡы­уып, ҡалаға Аҡ чехтар килеп инә. Ҡыҙыл ар­мияның Стәр­летамаҡтағы ғәскәренә ул саҡта йәш офицер Блюхер етәкселек ит­кән була. Аҡ чехтарға, казактарға ҡаршы торор­лоҡ көсө самалыраҡ икәнен белеп, ул от­ряды менән Маҡар, Пет­ровский, Ҡолғана, Брәтәк а­уыл­дарына ҡарай сигенә. Әммә ҡасып китер ал­дынан Стәр­летамаҡтағы, Ишембайҙағы, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Шар­лыҡ районын­дағы байҙарҙың ал­тын-көмөш­тәрен, ҡиммәт­ле таш­тарын, бик күп аҙыҡ-түлеген, ат­тарын тар­тып ала. Маҡар тирәһенә барып ет­кәс, уның разведкаһы Әүжән, Ҡағы а­уыл­дарын­да казактарҙың боҫҡон ҡороуы хаҡын­да мәғлүмәт кил­терә. Блюхер ҡамауҙа ҡалыуҙан ҡурҡа ла, өс һал­дат менән үҙенә тоғро булған коман­дирға ал­тын-көмөш­тө ур­манға ин­дереп йәшерергә ҡуша. Өс көн­дән һуң тегеләр Брәтәк а­уылын­да от­рядты ҡы­уып етеп, бай­лыҡ йәшерел­гән урын­ды кар­тала табып күрһәтә. Блюхер 1938 йыл­да репрессияға эләгә, шул сәбәп­ле ал­тын-көмөш­төң ҡайҙа яты­уы сер булып ҡала. Оло юл буйын­дағы Ҡоҙаш а­уылынан Ҡолғанаға йөрөп уҡыған бер ҡыҙҙа бик ҡиммәт­ле йөҙөк ҡашы күргәй­нем. Уны ҡайҙан алы­уын һорағас, олатайым бүләк ит­те, тине. Ә ҡар­т йыл әй­ләнәһенә ур­ман­да йәшәй. Әлеге ҡиммәт­ле әйбер Блюхер ал­тын­дары менән бәй­ле түгел­ме икән, тигән шигем бар, – тип, лейтенант бик ма­уыҡтырғыс тарих һөй­ләне.

Шун­да уҡ “УАЗ” машинаһына ул­тырып, Ишембай районын­дағы Ҡоҙаш утарына юл тот­тоҡ. Тәғәйен урынға килеп ет­кәс, теге ҡыҙҙың олатаһы кейгән итектәрҙе Вулканға еҫкәт­тем. Эҙәр­ләү операцияһының уңыш­лы булырын­да там­сы ла шигем юҡ ине.

Ур­ман ныҡ ҡуйы, ере батҡыл, үлән­дәр ҙә бейек үҫкән. Ат­тар тиҙ арыны, шун­лыҡтан уларҙы яй ғына ат­латып барырға бул­дыҡ. Дүр­т сәғәт тирәһе ваҡыт үт­те, ил­лә мәгәр ур­ман-тауҙарҙың сиге күрен­мәй.

– Был ерҙә тәүтор­мош кешеләре лә йәшәмәгән­дер... – тип һөй­ләнеп ал­ды ағайҙар.

Бик арығас, палатҡа ҡороп йоҡлап алырға ҡарар ит­тек. Таң атҡанын һиҙмәнем дә. Тороп, ашап алғас, Вулкан эҙ буй­лап ар­табан алып кит­те. Бер аҙҙан ҡуйы ур­ман эсен­дә шымарып бөт­кән һуҡмаҡҡа килеп сыҡтыҡ. Вулкан һағайҙы. Ағайҙар кобураһынан пистолет­тарын сығарып, әҙер­ләп ҡуйҙы.

Ике йөҙ мет­р самаһы ат­лағас, бәләкәй генә аҡлан­да мунса ҙур­лыҡ өй күрен­де. Барыбыҙ ҙа ергә ят­тыҡ, Бары­й ағай иһә бинокль аша күҙәтә баш­ланы. Бер заман өй эсенән бабай килеп сыҡты. Кейем­дәре иҫке, а­уылса. Ҡар­т булһа ла, шыма итеп ҡырылған йөҙө асыҡ ҡына күренә.

Милиционерҙар, өй эсен­дә тағы берәйһе булы­уы мөмкин, тип, оҙаҡ ҡына күҙәт­те. Ахырҙа йор­тҡа яҡын үк килеп, бабайға: “Ҡулыңды күтәр!” – тип бойорҙолар.

– Ҡурҡмағыҙ, балалар, мин ҡорал­лы кеше түгел­мен. Ҡоҙаш утарынан Хызырйән булам, – тине ул. Беҙ яҡын уҡ кил­дек.

Бабай ошо тирәлә бесән әҙер­ләй икән. Умар­талары бар. Зыянһыҙ кеше булғас, уның менән ныҡлап таны­шып алып, төр­лө һорау бирә баш­ланы милиционерҙар.

– Ейәнсәреңә ҡиммәт­ле аҫыл­таш бүләк ит­кәнһең, уны ҡайҙан ал­дың?

– Ана, һаҙлыҡ эсен­дә ал­тын-көмөш ифрат күп... Граждан­дар һуғы­шы ваҡытын­да башҡалар ҡулына эләкмәһен өсөн Блюхер от­ряд бай­лығын миңә, Ғәйзул­лаға һәм Имәнғолға йәшерергә ҡуш­ты. “Донъялар тыныс­ланғас, килеп алырбыҙ”, – тигәй­не. Тик килеүсе, һораусы бул­маны. Аманат­ты ҡырҡ биш йыл буйы һаҡланым...

– Нисек түҙҙегеҙ?!

– Фар­ман­ды үтәмәй бул­май ин­де. Бар мөлкәт­кә документ­тар төҙөл­гән. Ҡағыҙҙарҙы таш ҡы­уы­шын­дағы тимер һан­дыҡта һыу тейҙер­мәй һаҡланым. Оло ейәнсәремә барыһын да һөй­ләп аңлатҡан­мын, мин үлеп китһәм, милицияға хәбәр итеп, бай­лыҡтарҙы дәүләт­кә бирерһегеҙ, тип әйт­кән­мен.

Тантаналы бүләкләү

Яңы уҡыу йылы баш­ланған көн айырыуса шат­лыҡлы бул­ды. Бар­лыҡ уҡыусылар, өлкән­дәр минең менән Вулкан тураһын­да район гәзитен­дә сыҡҡан мәҡәләне уҡыған икән. Беренсе дәрестәр уҙғас, ата-әсәләр, уҡытыусылар, бишенсенән юғарыраҡ синыфтарҙа уҡыусылар клубҡа йы­йыл­ды. Мәктәп директоры дөйөм уңыш­тар хаҡын­да тел­мәр тот­то. Йәйге каникул осорон­да а­уыл хужалығын­да эш­ләүселәрҙе бүләкләнеләр.

Мине ҡот­лау өсөн сәхнәгә милиционер Бары­й ағай күтәрел­де.

– Енәйәтселәрҙе, бан­дит­тарҙы тотоуҙа, бурҙарҙы фаш­лауҙа уяулыҡ, әүҙемлек  күрһәт­кәнең өсөн беҙҙең район бүлексәһе һине Почет грамотаһы һәм милиция фор­маһы менән бүләкләй, – тине ул.

Уғаса миңә милиция фор­маһын, фуражкаһын кейҙереп, сәхнәгә сығырға әҙер­ләп ҡуйған­дар ине. Вулкан­ды етәкләп сыҡтым сәхнәгә. Бар зал туҡтамай ҡул саба бит! Кешеләргә тура ҡарарға оялам. Ә барыһы ла: “Афарин!” – тип ҡысҡыра. Район гәзите хәбәрсеһе Сәлих ағай иһә фотоға төшөрә лә төшөрә.

Тантана бөт­кәс, клуб ал­дына сығы­уым бул­ды, бик күп балалар, тиңдәш­тәр, а­уыл­даш­тар мине үҙ араһына ҡуйып фотоға төшөргә ашыҡты.

Бер аҙна үт­кәс, Сәлих ағай бик матур, асыҡ сыҡҡан фотолар кил­тереп бирҙе мәктәп­кә. Иң ал­да Вулкан менән мин торам. Уң яғым­да – Зөбөржәт... Ҡара, бай­рам­са кейем уны шул тиклем ныҡ үҙгәрт­кән, таныр­лыҡ та түгел! Фотоларҙы олатайым менән өләсәйем дә иҫтәре китеп ҡараны.

Хеҙмәт­кә әҙербеҙ!

Күпмелер ваҡыт уҙып, а­уыл советы йор­то янын­да осрашҡан­да Бары­й ағай:

– Ҡустым, һиңә повест­ка бар. Военкомат­ка медос­мот­рға саҡыралар, – тип, ҡулыма бәләкәй генә ҡағыҙ тот­торҙо. Ун­дай ҡағыҙ миңә генә түгел, бар тиңдәш­тәремә лә тапшырылған икән.

Әлбит­тә, юлға сығырым­ды һиҙеп, Вулкан ныҡ тынысһыҙлан­ды. Үҙем менән бергә алырға булғас, шат­лыҡтан ҡойороғон болғай-болғай иркәлән­де.

Барабыҙ, барабыҙ, һис кенә лә арымайбыҙ. Ин­де үҙебеҙҙе ысын һал­дат­тар тип хис итәбеҙ. Оло тор­мош юлына аяҡ баҫы­уыбыҙ шат­лығы беҙҙе шулай арытмайынса Белорет ҡалаһына тиклем­ге 120 километ­рҙы ат­лат­ты ла ат­лат­ты. Төн төш­кәс, колхоз баҫыуҙарын­дағы һалам, бесән эҫкерт­тәре төбөн­дә ятып йоҡланыҡ. Ағиҙел­дең юлға яҡын ярҙарын­да туҡтап, өс көн­дә лә һыу ин­дек. Белоретҡа килеп ет­кән­дә тән­дәребеҙҙә бер нин­дәй ҙә туҙан-фәлән юҡ ине шуға. Врачтар ал­дын­да ғорур баҫып торҙоҡ.

Әйт­кән­дәй, военкомат бинаһына килеп ин­гәс тә ҡаршы алған майор миңә, Вулканға иғтибар менән ҡараны ла:

– Шпион тотҡан егет һин булаһыңмы, этең дә шул­мы? – тип һораны.

– Эйе.

– Улай булғас, һине сик буйы ғәскәрҙәренә тәғәйен­ләйем. Ар­мияға этең менән бергә бара алаһың. Хеҙмәт­тән ҡайтҡас, район етәкселеге милиция мәктәбен­дә уҡырға йүнәл­тмә бирер.

– Рәхмәт, ағай.

Медицина тикшереүе үтеп, ауыл­ға ҡайтҡан­да бәләкәй малайҙар, олатайҙар ҡаршы алып, һәр береһе:

– Врачтар нимә тине? Ар­мияға алалар­мы? – тип һорауҙар яуҙырҙы.

Егет­тәрсә танау күтәрә биреп, “допризывник” тигән танытмаларҙы күрһәт­тек.

Нәҡ миңә оҡшатып эт эйәрт­кән бәләкәй малайҙар:

– Ар­мияла кем булаһығыҙ: танкис­мы, летчикмы, пограничникмы­? – тип һаман төпсөнә бирҙе. Ә беҙ уның һайын ҡанат­ланабыҙ.

Был беҙҙең бала саҡ менән хуш­лаша баш­ла­уыбыҙҙың икенсеме, өсөнсөмө баҫҡысы ине…

 

* * *

Ысынлап та күпмелер ваҡыттан миңә үҙемде егет иткән этем менән әрме сафына бергә китеү мөмкинлеге бирелде. Тик кире әйләнеп ҡайта алманы Вулкан... Сик боҙоусылар менән боғаҙға боғаҙ килеп алышҡанда батырҙарса һәләк булды ул. Тотош застава һалдаттары һәм офицерҙар менән ҡәҙерләп ерләнек, бурысына тоғро һәм ҡурҡыу белмәҫ эт хөрмәтенә өс тапҡыр автоматтан залп бирҙек.

Кемегеҙгәлер берәй заман Ҡытай сигендә хеҙмәт итергә насип булһа, унда Вулкандың өҫтөнә уба өйөлгән ҡәберен күрһәгеҙ, башҡаларға: “Бында үҙ ғүмерендә бихисап ҡаһарманлыҡ ҡылған Башҡортостан эте ерләнгән”, – тип аңлатырға онотмағыҙ.

Автор:Юнир Салауатов
Читайте нас: