+16 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Ижад ҡомары
13 Марта 2022, 07:00

Йомаҡтарға яуаптар

Нурулла ағай МИҺРАНОВ әҙерләгән йомаҡтарға яуаптар.

Йомаҡтарға яуаптарЙомаҡтарға яуаптар
Йомаҡтарға яуаптар
  1. Өйҙәрен ҡулһыҙ, балтаһыҙ төҙөй. Кемдәр һәм нимә?
  2. Ағасты туҡылдатам, унда ҡорт табырға ине. Ҡабыҡ аҫтына йәшенһә лә ул барыбер минеке буласаҡ.
  3. Ҡыҙыл тәпәйле, оҙон муйынлы, “тешләй” башлаһа, артыңа ла ҡарамай ҡас.
  4. Урамда, баҡсала – йырсы, ә һарайы ҡолғала элеүле.
  5. Көндөҙ йоҡлай, төнөн оса, үтеп барыусыларҙы ҡурҡыта.
  6. Йырламай ҙа, осмай ҙа, ә үҙен ҡош тип иҫәпләй.
  7. Үҙе ҡара, үҙенең тауышы яман, ҡорттарҙың (ҡарышлауыҡ, селәүсендәрҙең һ.б.) дошманы ул.
  8. Япраҡтар уҫаҡтарҙан ҡойолғанда, һауала осло шына алға уҡтала.
  9. “Көн тыуҙы, тороғоҙ!” – тип, ситән башына баҫып ҡысҡыра.
  10. Көндөҙ тауышы ла сыҡмай, төнөн ҡысҡыра.
  11. Оҙон муйынлы, төнөн һаҙҙа, тәлмәрйендәргә һунар итә.
  12. Өй торбаларынан да бейегерәк.
  13. Бөтөн нәмәне кейендерә, ә үҙе яланғас.
  14. Үҙе ҡар һәм боҙ булһа ла, киткәндә күҙ йәшен түгә.
  15. Ҡулы оҫта уның: тәҙрәләргә семәрләп, һоҡланғыс һүрәттәр эшләй.
  16. Бер белгәне саң йотоу, ә үҙе ауырыу белмәй.
  17. Осмай ҙа, бызылдамай ҙа, ә урам буйлап елдерә, ике күҙендә ут яна.
  18. Ҡанаты бар, ҡойроғон болғай, ләкин осмай. Үткер тешле булһа ла – өрмәй.
  19. Тымыҡ, ҡараңғы урында, мыйыҡлы бүрәнә һыу төбөндә ята.
  20. Килеүселәр, китеүселәр уны һәр саҡ етәкләп үтә.
  21. Аяҡһыҙ һәм ҡанатһыҙ булһа ла ул бик тиҙ оса, уны бер ваҡытта ла тотоп булмай.
  22. Ике көмөш атым бар, икеһен дә бер юлы егеп йөрөйөм.
  23. Ҡойроғоңдо тотоп торҙом. Һин остоң, ә мин артыңдан йүгерҙем.

 

Яуап:

  1. Ҡоштар оя ҡора; 2. Тумыртҡа; 3. Ҡаҙ; 4. Сыйырсыҡ; 5. Өкө; 6. Страус; 7. Ҡарға; 8. Торналар; 9. Әтәс; 10 Ябалаҡ; 11. Ҡауҙы (аист); 12 Антенна; 13. Энә; 14. Ҡыш; 15. Ҡыш бабай; 16. Саң һурҙырғыс; 17. Автомобиль; 18. Суртан; 19. Йәйен (сом); 20. Ишек тотҡаһы; 21. Ваҡыт; 22. Коньки; 23. Шар.

Нурулла МИҺРАНОВ әҙерләне.

Мәғариф ветераны.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас