-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
23 Март 2022, 11:10

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3 -сө синыф уҡыусылары ижады

Еңеү көнө Ветерандар атлап килә, Еңеү яулап ҡайтҡандар. Орден- миҙал таҡҡандар. Ҡәҙер-хөрмәт итәйек Еңеү көнө менән ҡотлап, Сәскә бүләк итәйек! Алимбекова Ралина, Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3 -сө синыф уҡыусыһы

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3 -сө синыф уҡыусылары ижады
Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3 -сө синыф уҡыусылары ижады
Туғыҙынсы май
Яҙҙың матур көнө етте
Туғыҙынсы май бөгөн.
Еңеү көнө бөгөн,-тип
Ҡоштар ҙа осоп үтте.
Абдрахманова Ильзира ,Ауырғазы районы Талбазы башҡорт
гимназияһының 3 -сө класс уҡыусыһы
 
Ветерандар
Беҙҙең бөйөк ветерандар,
Еңеү яулап ҡайтҡандар.
Баш эйәйек уларға,
Һуғышта ҡалғандарға.
Рәхмәт әйттеп,
Иҫкә алайыҡ һәр ваҡыт.
Башҡа һуғыш булмаһын,
Донъябыҙ тыныс булһын.
Сисин Данил, Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3 - сө класс уҡыусыһы
 
Еңеү көнө
Еңеү көнө килде илгә,
Бөтә донъя ҡыуана.
Һуғыш еле ҡағылмаһын,
Беҙҙең һуҡмаҡ юлына.
Козорез Милена ,Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының
3 -сө класс уҡыусыһы
Еңеү көнө
Бөйөк Еңеү көнө менән
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бәхет, шатлыҡ, оҙон ғүмер
Һәр ваҡытта теләйбеҙ.
Ибатуллина Ралина ,Ауырғазы районы Талбазы башҡорт
гимназияһының 3 -сө класс уҡыусыһы
 
Еңеү көнө яҡынлаша,
Иң ҙур байлыҡ илемдә.
Иҫкә алайыҡ ғорурланып,
Яуҙа ятып ҡалған һәр кемде.
Ғәлиуллин Ислам ,Ауырғазы районы Талбазы башҡорт
гимназияһының 3 -сө класс уҡыусыһы
 
Олатайым
9 май-Еңеү көнөн
Көтөп алам яҙ һайын!
Был еңеүҙе бүләк итте,
Данлыҡлы олатайым.
Мөхәмәҙйәров Ильяс ,Ауырғазы районы Талбазы башҡорт
гимназияһының 3 -сө класс уҡыусыһы
 
9 май
9 май-Еңеү көнө
Еңеү байрамы көнө!
Яңы һулыш, яңы шатлыҡ,
Яңы көс-ҡеүәт көнө!
Илгә именлек яулаған
Батырҙар көнө!
Тик еңеүселәр һаны ғына
Йылдан йыл кәмей генә.
Әлимбеков Данил,Ауырғазы районы Талбазы башҡорт
гимназияһының 3 -сө класс уҡыусыһы
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас