Математика
Минең яратҡан дәресем
Һандар менән эш итеү.
Мәсьәләне дөрөҫ сисеп,
Миҫалды теүәл белеү.
Математика фәне бит
Аныҡлыҡты ярата.
Уны белгән һәр бала
Яҡшы билдәләр ала.
Яҙ етте
Бына яҙ етте,
Көндәр йылытты.
Шаулап гөрләүек,
Юл буйлап аҡты.
Айназ РАФИҠОВ.
Шаулап, яҙ килә
Ергә шаулап яҙ килә,
Көләс ҡояшҡай көлә.
Гөрләүектәр йүгерә,
Шат балалар һикерә.
Айгиз МӘҮЛИТОВ.
Ҡоштар ҡайта
Ҡарҙар ирей, һыу таша
Гөрләүектәр шәп аға.
Ҡоштар йылы яҡтарҙан
Тыуған яҡҡа ҡайталар.
Әҡсән БАЙКОВ.
Күңелле яҙ килә!
Яҙ килә, яҙ килә!
Күңелгә шатлыҡ тула!
Гөрләшеп-һайрашып,
Йырсы ҡоштар ҙа килә.
Эй, күңелле лә тышта,
Ҡар ирей ҙә боҙ китә.
Йүгерешеп, уйнай-көлә,
Балалар уҡырға китә.
Таһир ЙӘҒӘФӘРОВ.
Тамсы тама
Ҡыйыҡтан тамсы тама,
– Тып та тып, тып та тып.
Тиҙерәк уйнарға сыҡ, ти,
–Сыҡ та сыҡ, сыҡ та сыҡ.
Йәһәт кенә кейенеп,
Йүгереп тышҡа сығам.
Моңло ҡоштар тауышына,
Һоҡланып хайран ҡалам.
Радим ИБӘТУЛЛИН.
Яҙ килә
Күптән көткән яҙ килә,
Тыуып-үҫкән яғыма.
Зәңгәр күктә ҡояш көлә,
Нурын һибеп еремә.
Ҡышҡы татлы йоҡонан,
Хозур тәбиғәт уяна.
Күңелдәр моңға тула,
Бар тереклек ҡыуана.
Әлиә ҒӘЛИЕВА.
Бал ҡорто.
Баҡсаға барып ингәйнем,
Һиҙелә сәскә һуты.
Ҡурай еләк сәскәләрен,
Һырып алған бал ҡорто.
Бал ҡорттарына теймәйем,
Балы бик тә файҙалы.
Шуға балды бик яратам,
Түгел һис тә зыянлы.
Ильяс МӨХӘМӘТЙӘРОВ.
Тыуған яғым минең – Стәрлебаш,
Атам-әсәм шунда тыуғандар.
Мәрхәмәтле халыҡ йәшәй унда
Шуға ғорурлана яҡташтар.
Шишмәләрҙең һыуы шундай тәмле,
Бер тәм дә юҡ уға тиңләрлек.
Ҡыҙарып та бешкән еләк аҡландары
Йүгереп тә түгел иңләрлек.
Тыуған төйәгемде һағынып торам,
Шунда тарта һәр саҡ йөрәгем.
Ҡайтмай ҡалһам әгәр берәй ваҡыт
Өҙөлөп тә китә, әрней үҙәгем.
Ильяс МӨХӘМӘТЙӘРОВ.
Тыуған ерем.
Тыуған ерем – Башҡортостан,
Үҙ телемдә һөйләшәм.
Хозур ерҙә тыуғанға
Сикһеҙ мин ғорурланам.
Тыуған ерем! Бейек тауҙар,
Йәшел ҡуйы урмандар.
Сылтырап та аҡҡан йылғалары,
Мәңге тере, тулы булһындар!
Ислам Ғәлиуллин.
Яратам тыуған яҡты
Яратам тыуған яғымды
Ожмахтай булғаны өсөн.
Урмандағы еләктәре,
Тәмлекәй емештәре өсөн.
Тыуып үҫкән ауылым,
Талбазы тип атала.
Онотмамын һине бер ҙә,
Төпләнермен ошонда!
Карина Ғизәтуллина, "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе.
Яҙ килә
Ергә яҙ килә
Көндәр йылыта.
Йәмлелек бирә
Йәшеллек гөлдәр.
Ҡоштар ҡайталар,
Йылы яҡтарҙан.
Йәнлектәр тора
Ҡышҡы йоҡонан.
Карина ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
"Аманат"тың йәш хәбәрсеһе.