+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
2 Апрель 2022, 08:25

“Моряк” ҡушаматлы өйрәк балаһы

Азамат бабайҙың ҡулы оҫта булғас ни, тал сыбығынан матур итеп кәрзин үреп тә ултыртты. Ҡарап туйғыһыҙ ҡупшы килеп сыҡты, тот та күргәҙмәгә ҡуй! Күргәҙмәгә алып барып торманылар

“Моряк” ҡушаматлы өйрәк балаһы
“Моряк” ҡушаматлы өйрәк балаһы

Урал Мөлөков

“Моряк” ҡушаматлы өйрәк балаһы

Хикәйә

Яҙ яҡынлаша. Ҡышҡа табанын ялтыратырға күп ҡалманы. Бына-бына, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып төшөр, оя ҡорор, себеш сығарыр. Тирәкле ауылында йәшәүселәр өсөн дә мәшәҡәтле, ҡыҙыҡлы осор башланырға тора, ихаталағы ҡош-ҡорт та үрсейәсәк бит был миҙгелдә.

Азамат бабай менән Фәнизә инәйҙең тауыҡтары күп. Быйыл өйрәк себештәре баҫтырып сығарырға уйлаштылар. Ут күршеләрендә, ана, ер ябып, эркелеп  йөрөй улар. Нәҡ ошо изге йәнле күршеләре бирҙе лә инде өйрәк йомортҡаларын. Ҡайҙа ҡуйырға, нисек баҫтырып сығарырға тип оҙаҡ баш ватырға тура килмәне. Азамат бабайҙың ҡулы оҫта булғас ни, тал сыбығынан матур итеп кәрзин үреп тә ултыртты. Ҡарап туйғыһыҙ ҡупшы килеп сыҡты, тот та күргәҙмәгә ҡуй! Күргәҙмәгә алып барып торманылар, өйрәк йомортҡаларын һалырға өсөн йәтеш кенә оя итергә ярап ҡалды. Фәнизә инәй кәрзиндең төбөнә хуш еҫле бесән, тауыҡ йөнө түшәп, йомортҡаларҙы теҙеп һалды. Ҡытҡылдаҡ ҡушаматлы тауыҡты эләктереп, әлегә ояға ултырттылар. Ғәҙәттә донъя ярып ҡытҡылдауҙан бушамаған тынғыһыҙ тауыҡ, үтә лә ҡупшы ояны күрепме, бер аҙға өнһөҙ ҡалды. Башын ҡыйыш һалып, бер тәпәйен күтәрә биреберәк шымып торғандан һуң: “Ҡыт-ҡытаҡ, ҡыт-ҡытааааҡ, атаааҡ!..” – тип үҙенән-үҙе һөрәнләй башланы. Тауыҡты аҡылһыҙ тип әйтеп ҡара?! Эштең айышына тиҙ төшөнгәндәй, ҡупшы ла, йомшаҡ та ояға йәпләп тороп ҡунаҡланы. Бигерәк уңайлы икән дә! Үҙе йылы! Оя төбөндә ятҡан йомортҡалар тауыҡтыҡы түгел, ә өйрәктеке икәнлеген Ҡытҡылдаҡ аңғармай ҙа ҡалды. Ә бәлки, һиҙенгәндер ҙә, әҙәп һаҡлап, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күргәндер. Уның хужалары ифрат һәйбәт кешеләр бит.  Нисек инде уларға яҡшылыҡ эшләмәҫкә?!.

Тауыҡҡай, йомортҡаларҙы һаҡ ҡына ҡаплап, үҙенең йылыһын мул өләшеп, ултыра бирә. Ә хужалар, себештәрҙең моронлағанын көтөп, көндәрҙе һанай. Ҡытҡылдаҡ, шулай итеп, “баҫҡан тауыҡ” дәрәжәһендә, эре генә ҡурҡылдай бирә. Эйе, йомортҡа баҫыусы бөтөн тауыҡтар ҙа шулай ҡурҡылдай. Тауыҡ телендә: “Барыһы ла белһен әле, минең тиҙҙән себештәрем сығасаҡ,”- тип маһайған һындарымы икән? Хужалар ҙа килгән бер кешене иҫкәртеп кенә тора:  шауламаҫҡа, иҙәнгә ҡаты баҫмаҫҡа, йомортҡаларҙы, тауыҡты бимазаламаҫҡа.

Баҫҡан тауыҡ, ояһын ташламай, көнө-төнө ултырҙы ла ултырҙы. Ә бер көндө өйрәк себештәре моронлай башланы. Баҫҡан тауыҡтың зарланырға бер генә лә ваҡыты юҡ. Себештәргә, йомортҡаны ватып, тиҙерәк сығырға ярҙам итергә кәрәк: яҡты донъяны күрергә ашығып, эстән туҡылдата ла башланылар инде: туҡ-туҡ-туҡ! Сатнаған йомортҡа ҡабын өйрәк себешенең тупаҡ суҡышы бер туҡтауһыҙ эстән суҡый, тыштан тауыҡтың осло суҡышы – туҡ-туҡ-туҡ: “Сыҡ, әйҙә, бәләкәс, сыҡ!”

Ниһайәт, себештәр иректә! Һалҡын тейеп ҡуймаһын өсөн бөтөн себештәрҙе лә тиҙ генә таҙартып, киптермәйенсә, Тауыҡтың ашығыс эштәре тамамланмай әле. Артабан, шунса күп йән эйәләренең тамаҡтарын да ҡайғыртырға кәрәк. Себештәрҙе иркенгә сығарғас, Фәнизә инәй менән Азамат бабай уларға, тамаҡтары шешеп, сирләп китмәһендәр өсөн, иң башта алһыу ғына йылы һыу эсерҙе. Беленер-беленмәҫ кенә марганцовка иретмәһе шулай төҫ бирә икән дә. Йәнә әбей менән бабай, бешкән йомортҡаны турап, ваҡлап, тәрилкәләргә бүлеп сыҡты. Яңы тыуған себештәр сибек кенә булһалар ҙа үҙҙәре ашауға йәбешеп ята. Бәләкәй генә суҡыштарына аҙыҡты ырғытып ҡына торалар. Ә һыу эсеүҙәре һуң әле?!. Үҙе бер мәҙәк! Бер тамсыны тамаҡтарына һалыу менән, тиҙерәк ҡорһаҡтарына оҙатыр өсөн, баштарын ирмәк кенә юғары күтәреп ебәрәләр. Тарбайған тәпәйҙәрендә  ҡаты ғына баҫып торған була үҙҙәре!

Себештәрҙе ҙур ғына ҡатырға ҡумтаға урынлаштырҙылар. Иркенгә сыҡтыҡ тигәндәй, ҡыуанышып, төрлөһө төрлө яҡҡа һибелде. Бәпкәләренә баш була алмай, ҡумта тышында тороп ҡалған тауыҡ, “Был ни эш?!. Ҡыт-ҡытаҡ-ҡыт-ҡытаҡ, атааааҡ!”- тип хафаға ҡалды. “Пи-пи-пи-пи! Беҙ бында, беҙ бында!”- булды яуап.

Азамат бабайҙың аҡыллы башы ҡатырға ситенән ҙур булмаған тишектәр уйырға төшөнөп алды. Шундуҡ был ектән йоморо ғына йомғаҡтар тышҡа атылды. Иркәләнергә, йылынырға, Тауыҡ-әсәйҙәренә һырынып,  уратып та алды. Йылыыыы! Тауыҡ, ҡанаты аҫтына себештәрен йыйып, тынысланып ҡалды.

Әлбиттә, Тауыҡ-әсәй, бәпәйҙәренең суҡышы осло булмауын иғтибарлап, ғәжәп итте: “Ииий, йомшаҡҡайҙарым минең, һары ғына кескәй ҡояшҡайҙарым!” – тигәндәй, күҙҙәре иркәләп тә ала үҙҙәрен.

Ә себештәр сипылдауҙарын белә!Йорт ҡоштары үҙенең балаларын, ылыҡһа, сит-яттыҡын да, бер ваҡытта ла ташлап китмәй. Тауыҡ-әсәй ҙә, өйрәктеке тип, себештәрен ятһынманы. Йәненә яҡын бәпәйҙәре, ана бит, ҡыуанып ҡына йөрөгән була.

Бер нисә көн үтеүгә себештәр аҙ ғына үҫеп киткәндәй булды. Улар  үҙҙәренә турап һалған йомортҡаларҙы ғына түгел, үләнде лә йолҡҡолап ашай башланы. Ашҡаҙандарында йомортҡа, хуш еҫле туҡранбаш, кесерткән, башҡа төр үлән ҡатнашмаһынан турама барлыҡҡа килә. Тәмле лә, файҙалы ла!

Тора-бара Тауыҡ-әсәй ҙә балаларының нимә тураһында сипылдауын айыра башланы. Ә бәләкәстәр, һоҡланғыс әсәйҙәре булыуына ҡыуанды. Шулай булмай ни, ул бит себештәрен бер аҙға ла күҙ уңынан ысҡындырмай, янында ғына ҡарап йөрөтә бит!

Ә бер “сәйер” себеш, барыһынан да тиҙерәк үҫәсе?!. Хатта үҙе быжҡылдай ҙа башланы шикелле. Мәрәкәләп: “Быжҡ-быжҡ, мин – моряк!” – тип, ҡысҡырып та ебәргеләй үҙе.

Ә Тауыҡ-әсәйҙең йомшаҡ күңеле: “Эй, һин, минең бәләкәс кенә мәҙәксем!” – тип иреп китә.

Бер ваҡыт ҡапыл ғына көслө ямғыр башланды. Тауыҡ-әсәй себештәрен әүеҫлек аҫтына саҡырҙы. Өшөмәһендәр, һалҡын тейеп ҡуймаһын тип, бәпәйҙәрен йомшаҡ ҡуйынына ала һалды. Өйрәк себештәре йылыға ирәйеп,  ойоп китте. Ә теге, үҙен “моряк” тип нарыҡлаған мәҙәк себеш, ямғырға һоҡланып, ҡанат аҫтынан суҡышын сығарып маташа.

Ямғыр ныҡ ҡына ҡойҙо. Нисек килгән, шулай тиҙ генә үтеп тә китте. Бөтөн ер, барлыҡ үлән – лыс һыу булды. Азамат бабайҙың көрәге лә көслө елгә һоҫҡо яғы менән ергә тәгәрәгән. Ямғыр тамсылары йыйылып, унда бәләкәй генә “күл” барлыҡҡа килгән. Ошо күл теге “моряҡ”тың күҙен ҡыҙҙыра бит, әй! Их... Сумып-сумып, бер генә йөҙөп сығырға ине!

Ни булһа ла булыр, тип, диңгеҙҙәй күренһә лә, “моряк”, һоҫҡолағы һыуға шаптырҙап барып та төштө. Эйй, китте йөҙөп, өйрәк себеше, ҡупырайып-маҡтанып: “Быжҡ-быжҡ, мин – моряк!”

Бына бит, бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй. Һәр кемдең үҙ диңгеҙе булыуы ихтимал. Өйрәк себешенең бәхетле минут кисереүенә беҙ ҙә бик шат!

Зөбәржәт Яҡупова тәржемәһе.

 

“Моряк” ҡушаматлы өйрәк балаһы
“Моряк” ҡушаматлы өйрәк балаһы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: