-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
11 Апрель 2022, 09:39

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыларының шиғырҙары

Яҙ Ергә яҙ килә, Яҙ менән наҙ килә. Бөтә ер уяна, Тирә-яҡ нурлана. Сыйырсыҡ һайрай, Тамсы тып-тып йырлай. Әйҙә сыйырсыҡ- Ояңдан осоп сыҡ. Йөҙҙөрәм карап, Ултырам ҡарап. Карап түгел, Был нимә? Кәмә икән, кәмә Кәмәм йөҙә, Диңгеҙ гиҙә. Һыуҙар аға, Йылға таша. Һатлыҡов Самат

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыларының шиғырҙары
Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыларының шиғырҙары
Яҙ.
Йылы яҡтарҙан ҡоштар ҙа ҡайтты,
Ҡарҙар ирене, йылғалар ташты.
Ҡояш нурҙарын нығыраҡ һибә,
Тыуған яғыма йәмле яҙ килә.
Мөхәмәҙйәров Ильяс
 
Яҙ.
Март айы етеү менән
Көтәбеҙ беҙ йылы май айын.
Гимназияның ихатаһына инеү менән,
Ағастарҙың йәшел күлдәк кейеп,
Уҡыусыларҙы матур ҡаршы алғанын!
Таминдарова Риана
 
Яҙ етте.
Ҡарҙар ирей, һыуҙар аға,
Бар тирә-яҡ уяна.
Ҡарҙар ирей, йылғалар таша,
Ағастар бөрөләнә.
Ҡоштар йыраҡ илдәрҙән
Тыуған яҡтарға ҡайта.
Заһитов Алик
 
Яҙ
Яҙҙар етте, ҡарҙар ирей,
Тирә-яҡта һыу ята.
Сыйырсыҡтар ҙа ҡайтты,
Көндәр инде йылытты.
Шәфиев Алмаз
 
Яҙ
Ергә килде яҙ,
Күңелдәрҙә тулы наҙ.
Тирә -яҡ уяна,
Донъяларҙа нурлана.
Ҡоштар һайрай,
Балалар йырлай.
Йәғәфәров Рәүил
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас