-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
12 Апрель 2022, 09:00

Көтөлмәгән   «ҡунаҡ»  йәки  Бикйәндең  йыһан  «ҡунағын» ҡаршы  алғаны

Фәрит Әхмәровтың хикәйәһе космонавтика көнөнә бағышлана. Ысын булған хәл. Башҡортостанға йыһан ҡараптары лә төшкән икән.

Көтөлмәгән   «ҡунаҡ»  йәки  Бикйәндең  йыһан  «ҡунағын» ҡаршы  алғаны
Көтөлмәгән   «ҡунаҡ»  йәки  Бикйәндең  йыһан  «ҡунағын» ҡаршы  алғаны

Көтөлмәгән   «ҡунаҡ» 

йәки  Бикйәндең  йыһан  «ҡунағын» ҡаршы  алғаны 

 

Мөғжизә 

Был көн минең хәтеремә бөгөнгөләй булып мәңгелеккә һеңеп ҡалған. 

1963 йылдың октябрь урталары. Тыуған ауылым Аралбайҙа башланғыс мәктәпте тамамлап, Үрге Ғәле һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 6–сы синыфында уҡып йөрөйөм. Тап шул йылдарҙа беҙҙең Йылайыр районын бөтөрөп Хәйбуллаға ҡушып ҡуйҙылар.  

 Мәктәптең көньяҡ осонда урынлашҡан беҙҙең синыф ике тәҙрәһе менән тарих уҡытыусыһы Зәки ағай Вәхитовтың ат арбаһы үтерлек кенә тыҡрыҡ аша урынлашҡан иҫке генә йортона ҡарап тора. Һуңғы – тарих дәресе бара. Зәки Фәтих улы Вәхитов ҡултыҡ таяҡтарын эш өҫтәленә һөйәп ҡуйып, арый башлаған уҡыусыларының быш-быш һөйләшеүенә лә иғтибар итмәй, оҙон указкаһы менән артындағы таҡтала элеүле торған картаға әйләнеп ҡарамай ғына төртөп күрһәтеп тағы болғарҙарына төшөп китте. (Зәки Фәтих улы Иҙел буйы болғарҙарын үҙенең ата-бабаһы тип һанағандыр тип уйлап ҡуям: ниндәй генә тема үтһәк тә болғарҙарҙы телгә алмай ҡуймаҫ ине, мәрхүмең). Мин тәҙрә төбөндә тышты күҙәтеп ултырам. Тышта ап-аяҙ, ҡояш. Күршеләрҙең тауыҡтары ишек алдында нимәлер тибенеп йөрөй. Бына, биҙрәһен тотоп, фуфайка, уның өҫтөнән оҙон халат кейгән Мәҙинә апай килеп сыҡты. “Шулай һыуыҡмы икән ни? Ҡарап тороуға йәйге көн кеүек...”, – тип, ғәжәпләндем. Ҡыҙыл кикрекле, күкһел-йәшел төҫтәге ҙур әтәс тауыҡтарына ниҙер әйтеп ҡыуандырмаҡ булды шикелде. Ҡыйшая башлаған уҫаҡ бағаналарға арҡыс-торҡос бәйләп ҡуйылған һайғауҙарҙың береһенә осоп менде лә ҡысҡырырға булып, муйынын һуҙғайны...ҡапыл көслө шартлау тауышы яңғыраны. Быны көтмәгән әтәс, ҡото осоп, ҡытҡылдап ебәрҙе лә, һайғауҙан осоп төшөп, артына ла ҡарамай кәртә эсенә инеп юғалды. Нимә булды был? Ерҙәме, һауаламы? Вәхитов ағайҙарҙың ишек алдында барыһы ла имен-аман кеүек. Мәҙинә апай ғына тауыҡтарға емен һибергә онотоп һауаға ҡарап ҡатып ҡалған. Унда нимә һуң? Ҡарашымды һауаға төбәйем... бына мөғжизә!. Ҡаратау тәңгәлендә һауанан ҙур бер парашют төшөп килә. Эргәмдә ултырған Әмирҙең биленә төртәм. Хәҙер тәҙрәгә икәүләп  ябырылғанбыҙ. Был бит парашют түгел. Бигерәк ҙур ҙаһа. Һәленеп барған нәмәһе лә кешегә оҡшамаған. Түп-түңәрәк. Етмәһә, килеп тороп ҙур. Әллә стратостатмы икән? Үҙе ҡалай шәп оса. Беҙ иҫкә килгәнсе, был ғәләмәт,  Мәрәйле тауҙың өҫтөнән осоп үтеп, урманлы тау артына төшөп тә юғалды. Беҙ ҙә синыфтан осоп сығырға әҙер генә ултырабыҙ. Их, ҡасан бөтә инде был дәресе! 

Минамы әллә? 

Дәрес бөтөүен белдереп ҡыңғырау яңғырар-яңғырамаҫтан һикереп тороп, тиҫтерҙәремде этә-төртә синыфтан сығып һыҙҙым. Дәфтәр, дәреслектәр һалынған портфелемде ятаҡҡа индереп карауатыма бырғаным да тышҡа атылдым. Сығып барышлай шаулаша-шаулаша ятаҡҡа инеп килгән өлкәнерәк синыф малайҙарына: 

 – Малайҙар, Мәрәйле тау аръяғына парашютмы – бер нәмә килеп төштө, – тип әйтеп үттем. Аңламанылармы, әллә иғтибар итмәнеләрме, береһе лә минең арттан эйәрмәне. Сыҡтым да аптырап ҡалдым: ҡайҙа барырға? Физкультура уҡытыусыһы Булат ағай Бүләков дәрес һайын йүгерткән Мәрәйле тау яғынан башларғамы? Юҡ, парашют ул тауҙан күпкә юғарыраҡ, көнсығышҡараҡ осоп үтте. Бикйән ауылы йүнәлешендә эҙләһәм дөрөҫөрәк булыр... 

Урамға сығып, ауыл осона ҡарай йүгерҙем. Ауыл советы бинаһы, клуб, почта янынан ен кеүек елеп үткәнемде иҫләйем. Һыу эсенән саҡ ҡына күренеп ятҡан тайғаҡ  таштарға баҫып, Аҡсура йылғаһын ике-өс һикереүҙә аша сыҡҡас, иҫемә килеп, туҡтап ҡалдым: мин бит күп йыллыҡ ғәҙәтем буйынса тыуған ауылым Аралбайға ҡайтып барам! Парашютты эҙләр өсөн Аҡсура буйлап өҫкә күтәрелергә кәрәк... Артыма боролоп ҡараһам, яр башынан берәү ҡул болғап тора. Синыфташым, Бикйән ауылы малайы Нурислам икән: 

– Ҡайтырға булдыңмы ни? Мин, парашютты эҙләй бараһың икән тип, артыңдан эйәргәйнем. 

– Барам, барам, Нурислам. Ғәҙәт буйынса Аралбай яғына төшөп киткәнмен. Ҡаҙаҡ олатайҙың өйөнә килеп терәлмәһәм, уны ла күрмәҫ инем. Әйҙә, йүгерҙек! Бикйән бынан алыҫмы? Нисә саҡырым?  

         –Биш тирәһе барҙыр... 

... Икәүләп, һөйләшә-һөйләшә йүгереү еңел икән. Ун биш-егерме минут үттеме, юҡмы, япраҡтарын ҡойоп, яҡтырып ҡалған урман ҡапыл юҡҡа сыҡты ла беҙ тау һыртына килеп мендек. Донъя ҡапыл яҡтырып, иркенәйеп киткәндәй тойолдо.

– Бына ошо инде Бикйән, ана-а-а, ағастар ситенән өйҙәре лә күренде. Бынау беҙҙең юлды арҡыры киҫеп үткән оло юл –Ҡанифа, Байғужа, Ерәнағас ауылдары эргәһенән үтеп, бер һыу кисмәй, әллә ҡайҙа, Ҡаҙағстан яғына китеп юғала, – тине Нурислам.

Атлауға күсеп, матур ғына һөйләшеп, Бикйәнгә төшөп бара инек. Нурислам ҡапыл шып туҡтаны ла, йөҙө ҡасып: 

–Фәрит, ят ергә, ят! – тип шыбырҙаны һәм үҙе ҡылған араһына сумды. 

–Нимә булды? 

–Бомба, бомба... 

Ҡараһам, алдыбыҙҙа, беҙ барған юл менән Ҡанифа киҫешкән урындан саҡ ҡына һулдараҡ, ҡап-ҡара булып көйгән ҙур бер шар ултыра. 

– Ишетәһеңме, бер нәмәһе геүләй... сәғәт һуҡҡан һымаҡ, – ти, ята биргәс Нурислам. Мин тыуғандан ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, тиҙ генә ишетә һалып бармайым, шулай ҙа: “Эйе шул,”– тигән булдым. 

–Ҡара әле, бомба булғас, нишләп һаман шартламай һуң әле ул? – тим Нурисламға. – Корпусында “теш”тәре лә күренмәй. 

–Һе, “теш”тәр диңгеҙ минаһында ғына була, был бит һауанан төштө... Әгәр эсенә сәғәт механизмы ҡуйылған булһа... ваҡыты етмәгәндер уның... 

Ҡылған  кейеҙ кеүек ҡалын ғына булһа ла туң ер –туң ер инде: өшөтә лә башланы. Етмәһә тау башында ел көслө булып сыҡты. Шул  ваҡыт һарыҡ баҡырғаны, кәзә тауыштары ишетелеп ҡалды. Беҙҙән өс-дүрт йөҙ метр һулдараҡ һыбай менеп алған берәү, сыбыртҡыһын шартлатып, һарыҡ, кәзә, һыйыр көтөүөн ҡабалана-ҡабалана ауыл яғына ҡыуалай ине. Билдәһеҙлектән ғазапланған күңелгә еңел булып ҡалды: ер йөҙөндә беҙҙән башҡа ла йән эйәләре бар икән әле! Шөрләү ҙә кәмеп ҡалғандай тойолдо. 

– Әйҙә, эргәһенә яҡынлайыҡ, – тим ҡыйыуһыҙ ғына Нурисламға. 

– Әйҙә һуң... 

Йөрәкте ус эсендә тотоп... яҡынлайбыҙ. Ысындан да, нимәһелер тыҡылдай бит бының.Үәт, ҡолаҡ Нурисламда! Ҡайҙа ятып ишетеп ятҡан! Әкрен генә барып, тышы ҡара көйгән шарҙы һыйпап ҡарайбыҙ: йылы ғына. 

–О-һо,иллюминаторы ла бар бит бының! 

– Ысынмы? Ҡайҙа ҡарайыҡ, эсендә космонавты юҡмы икән? 

–Ҡараңғы. Шулай ҙа...космонавты ла, эте лә, бесәйе лә күренмәй. 

– Ҡайҙан асыла икән был нәмә? Асып ҡарарға ине... 

–Тейәһе генә булма! Бәләһенән баш-аяҡ! 

Шул ваҡыт ҡолаҡҡа яҡынлаған мотор тауышы салынып ҡалды һәм күп тә үтмәй Байғужа ауылы яғынан эргәбеҙгә арба таҡҡан «Беларусь» килеп туҡтаны. Бер нисә ир арбанан һикереп төштө лә ялпағыраҡ ҡаҙанға оҡшаған бер тимерҙе әлеге шар янына алып барып һалды: 

– Байғужа фермаһы янына килеп төштө. Алай ҙа мал өҫтөнә төшмәне. Ҡаза яһар ине... Кәрәк нәмә булыуы мөмкин тип әпкилдек, – тип һөйләнделәр аппараттан күҙҙәрен алмай. 

...Күп йылдар үтеп, космонавтика сер булырҙан туҡтап, әҙәбиәттә йыһан аппараттары тураһында мәҡәләләр асыҡтан-асыҡ баҫыла башлағас ҡына аңланым: парашют көмбәҙен ергә төшөүсе аппараттың корпусына беркетеп ҡуя торған ҡоролма булып сыҡты ул. Аппарат ҙур тиҙлектә атмосфера ҡатламына инеп, һауа  баҫымы билдәләнгән бер кимәлгә еткәс, автомат ошо ҡалайҙы атып бәрә лә, парашют асыла. Тап шул ваҡытта шартлауға оҡшаш тауыш сыға ла инде.  

Аппаратты  ентекләп “тикшереп” бөтә алманыҡ. Бер ваҡыт беҙҙең өҫтән геүелдәп самолеттар оса башланы. Тәүҙә берәүһе өҫтә-ә-н осоп үтте. Күп тә үтмәй икенсеһе килеп етте, Бикйән өҫтөндә өйөрөлдө-өйөрөлдө лә ергә парашютсыларын ташлай башланы. Беҙҙә аппарат ҡайғыһы китте, күҙҙе күктән алмайбыҙ. Бына тәүгеһе ҡайын урманы менән Ҡанифа юлы араһындағы аҡланға килеп тә төштө. Көслө ел парашютты кешеһе менән бергә елтерәтеп һөйрәп китеп тик бара. Парашютсы парашютының көмбәҙен һүндерә алмай ҙа ҡуя. Әллә иҫен юғалтҡан инде... Нурислам менән йүгереп барып көмбәҙгә һикерәбеҙ. Һүнде. Парашютсы тигәнебеҙ автоматлы ябай бер һалдат булып сыҡты. Ауыҙ-мороно – лыс ҡан. Сисергә ярҙам итешеп, тирә-яҡты байҡаһаҡ, икенсе һалдат парашюты менән ҡайында аҫылып тора, өсөнсөһөн ел Ҡанифа юлына һөйрәп төшөп бара... 

Бер отделение самаһы һалдат төштө. Парашюттарын йыйып алыу менән йыһан аппараты янына һаҡ ҡуйҙылар. Мин, һалдаттар менән бергә елгә ҡаршы “көрәшеп” йөрөп, тирләгән кеше, өшөй башланым. Ҡалтыранып, түҙер хәл ҡалмағас, юлһыҙ-ниһеҙ, тауҙар, үҙәндәр аша тура тартып, Аралбайға ҡайтып киттем. 

 

Бикйәндә  

Бала саҡта юлыҡҡан был ваҡиға тураһында яҙып сығырға ғүмерем буйы  хыялландым. Бер нисә тапҡыр тотоноп та ҡараным. Илһам килмәй ҙә ҡуя. Башлайым да ташлайым, башлайым да ташлайым. Йылдар үтә торҙо. Бикйән аппаратын күргән кешеләр ҙә һирәгәйгәндән һирәгәйә барҙы. Был ваҡиға үҙе лә тоноҡланды. Хәҙер уны күптә-ә-ән әллә булған, әллә булмаған хәл кеүек иҫкә ала башланылар. “Былай бармай. Бер ун-егерме йылдан Бикйән ваҡиғаһын күреү түгел, иҫләгән кеше лә ҡалмауы мөмкин. Яңылышмаһам, был бит Башҡортостанға төшкән берҙән-бер йыһан аппараты. Шундай иҫтәлекле ваҡиғаның эҙһеҙ юғалырға хаҡы юҡ. Был бит – тарих. Ә тарихты һаҡларға кәрәк. Яҙырға, яҙырға кәрәк,”– тигән фекергә килдем дә юлға сығырға булдым. Бикйәнгә. Хәтерҙе яңыртырға. 

Юлға сығыр алдынан Йылайырҙа “Ауыл уттары” район гәзитендә эшләп йөрөгән яҡташым Фәрит Мортаевҡа шылтыраттым. Хәлде аңлатҡас: 

–Аҙаш, Бикйәндә космос аппаратын күргән йәки шул турала ишеткән берәй кеше ҡалдымы икән? Барһам, һөйләшерлек кеше табылырмы? – тип һораным. Фәрит: 

– Бикйәндә хәҙер тап шундай кешеләр генә ҡалған, – тине лә рәхәтләнеп көлдө. 

– Һин үҙең дә хәҙер оло ғына кеше. Космос аппараты төшкәндә ҡайҙа булдың? 

– Мин беренсе синыфта уҡый ғына башлаған саҡ ине. Дәрес бөтөп, урамға сыҡһаҡ, бөтөн ауыл гөж килә. Ҡыҙыҡ күреп, беҙ ҙә халыҡ артынан йүгерҙек. Ләкин мин “космос ҡунағы”на барып етә алманым – аҡырып илап ҡайтып киттем.  

–Нишләп? 

–Бер парашют, мине ҡурҡытып, туп-тура өҫтөмә төшөп килә бит!.. 

2015 йылдың сентябрь урталары. Ҡайын япраҡтарына яңы тут ултыра башлаған. Күптән күңелде өйкәп торған хыялымды тормошҡа ашырыу ниәте менән Бикйән яғына юлға сыҡтым. Сиҙерҙә (Сидоровка ауылы, халыҡ Сиҙер тип кенә йөрөтә) Үрге Ғәле ауыл советына инеп сыҡтым. Белгес булып эшләгән элекке  ауылдашым, Фидан Фәнил улы: “1928-1930 йылдарҙа, урыҫтар күпләп күсеп ултыра башлағас, ерҙәрен бирмәҫ өсөн  күсеп сығып, Бикйәнгә Аҡсура ауылы (рәсми исеме – Үргә Ғәле) халҡы нигеҙ һалған. Ауыл ҡартая. Бөгөн 19 өйҙә 39 кеше иҫәптә тора. Уларҙың да күбеһе ауылда йәшәмәй.  Ауылда хәҙер бик һирәк өйҙөң генә мөрйәләренән төтөн күтәрелә лә кистәрен тәҙрәләрендә ут күренә,” – тип, оҙатып ҡалды. 

Бикйәнгә еткәс, ауылға инмәй, тәүҙә синыфташым Нурислам менән парашют “һүндереп” йөрөгән ерҙәрҙе барып күрергә булдым. Танырмынмы икән? Машинаны Үрге Ғәлегә бара торған юлға борҙом да яйлап ҡына барам. Бына хәҙер, хәҙер йыһан “ҡунағы” төшкән ергә килеп етергә тейешмен. Был ни ғәжәп! Машина һыртты үтеп, Ғәле яғына төшөп тә бара түгелме? Танымай үтеп киттемме икән ни? Тар ғына урман юлында ҡыйынлыҡ менән боролдом да кире Бикйән яғына ыңғайланым. Ҡайҙа Ҡанифа юлы? Бына ята бит! Үҙгәреүен – үҙгәрмәгән, тик, машиналар һирәк йөрөгәс, үлән баҫа башлаған: тар ғына булып ҡалған. Машинаны юлдан ситкәрәк сығарып һүндерҙем дә йәйәүләп киттем. Бына Бикйән юлы менән Ҡанифаның киҫешкән урыны. Бына ошонда,10-15 метр ғына ситкәрәк килеп төшкән ине йыһан аппараты. Ярты быуат эсендә кеше танымаҫлыҡ булып үҙгәргән икән был ерҙәр. Парашютсы эленеп торған урман ҡайҙа әле? Бына, артымда икән. Ҡайындар ҡартайған, йыуанайған, буйҙары ла иҫ китерлек. Бындай ҡайынға һарҡҡан парашютты беҙ ғүмерҙә лә ысҡындырып ала алмаҫ инек... 

Ауылға ингәс, урам уртаһында туҡтаным. Машинанан сыҡмай ғына берәй кеше күренмәҫме тип көтәм. Урамда бер кем юҡ. Аптырағас, машинанан төшөп, иң ситке өйҙөң тышҡы ҡапҡаһын асып ишек алдына индем. Келәтме, гаражмы алдына ҡуйылған оҙон эскәмйәлә кәпәс, фуфайка кейгән бер ағай ултыра. Һаулыҡ һорашып эргәһенә сүгәләнем. Һөйләйем-һөйләйем, бер һүҙ өндәшмәй: миңә текләгән дә ҡатҡан. Ишетмәйме икән әллә тип, ҡысҡырып та ҡарайым, барыбер өнө юҡ. Әҙерәк ултыра бирҙем дә урамға сыҡтым. Ҡаршы йорттоң ишек алдында бер ҡатын күренеп ҡалды. Югерә-атлай шунда йүнәлдем. Мин күрмәһәм дә ул миңә күҙ элеп йөрөгәндер, күрәһең: 

–Әхмәтйән ағай ауырый,ҡатыны кәртә аҫтында картуф ҡаҙалыр, моғайын, – тине. 

– 60-сы йылдарҙа һеҙҙең Бикйәнгә космос аппараты төшкән, тинеләр. Мин шуның менән ҡыҙыҡһынып йөрөйөм. Шул турала һеҙ берәй нәмә әйтә алмаҫһығыҙмы икән? – тип, өндәштем белмәгән кеше булып. 

–Ә-ә, юҡ!.. Мин – килен кеше. Был ауылдыҡы түгел.  

Күрше йортҡа йүнәлдем. Унан сыҡҡан ҡатын ихлас ҡына итеп көлөп ебәрҙе лә: 

–Ағай, ул ваҡытта мин тыумаған булғанмын әле, – тине. Шунан: – Был ауылда уны иҫләгән кешеләр ҙә бөтөп баралыр инде. Мортаев Шәрифулла ағай ғына иҫләмәһә... – тип, өйөн өйрәтеп ебәрҙе. 

Һап-һары итеп йыуылған тупһаға баҫырға ҡурҡа-ҡурҡа ғына аяҡ кейемемде систем дә соланға үттем. Өй ишегенә туҡылдатам – берәү ҙә асмай. Ишекте ипләп кенә асып эскә күҙ һалам. Ыҡсым ғына кәүҙәле бер ағай оҙон өҫтәл артында сынаяғына өрә-өрә сәй эсеп ултыра. 

– Әбей Матрайға баҙарға киткәйне. Көтә бирҙем дә... ҡайтманы. Һыуһап китеп, бер үҙем генә эсеп ултырам. Ултыр яныма, сәй эсәйек. Түлке әбейҙең һөтөн тапманым, әллә ҡайҙа ҡуйған, – тип ағай, ихласлап мине сәйгә саҡырҙы.

Йомошомдо әйтеп тә өлгөрмәнем, ағайым һикереп тә торҙо: 

–Ул аппараттың парашют бауы әле лә минең ҡоҙоғомда элеүле тора. Илле йылдан ашыу хеҙмәт итә! Һап-һары ғына ине, хәҙер ҡарайған инде. Күрһәтәйемме? – Шулай тине лә, ҡатаһын эләктерә һалып, ҡоҙоғо яғына йүнәлде. – Бына! 

– Шәрифулла ағай, һин аппараттың төшкән урынын күрһәтә алмаҫһыңмы икән? 

– Күрһәтәм, нишләп күрһәтмәй, ти? Тик... берәй транспортың юҡмы? Йәйәү арырмын ул. 

Ауылдан сығып ике-өс йөҙ метр ҙа үтмәнек, ярға оҡшап һуҙылып киткән ҡалҡыуыраҡ ергә еткәс, туҡтарға ҡушты: “Ары йәйәү барырбыҙ”. 

“Элек беҙҙә клуб булды. Төштән һуң ир–ат, шунда йыйылып, кәртме, доминомы уйнап ала торғайныҡ. Ул көндө лә клубта домино һуғып ултыра инек. Кемдер инеп, Бешәле түңгә һауанан нимәлер килеп төшөүөн әйтте. Сыҡтыҡ та, ҡыҙыҡ күреп, Ҡанифа яғына китеп барабыҙ. Ошо ергә еткәйнек, Сәмиғулла ағай Мортаев ҡулын күтәреп туҡтатты ла: 

– Егеттәр, хәҙер ошо яр буйлап теҙелеп ятабыҙ. Берегеҙ ҙә тормай. Ипләп кенә күҙәтәбеҙ. Бер ниндәй ҙә ер юлдашы түгел, америкалар ебәргән шпион ул! – ти. 

Бигерәк мәрәкә кеше булды Сәмиғулла ағай мәрхүм. Теләһә нимә уйлап сығарыуға шәп ине. Шулай ҙа беҙ уны хөрмәт иттек. Тыңлай торғайныҡ. – Ете-һигеҙ йыл ғына элек Свердловск күгендә атып төшөрөлгән америка самолетын онотманығыҙмы әле? Паулсты...Ул бит самолетында тап ошо  ерҙән – беҙҙең өҫтән осоп үткән... фотоға төшөрөп. Ул пландары килеп сыҡмағас, американдар икенсе шпион ебәргән... космос аша. Һин, һин, һин –уң яҡты күҙәт, ә һин –анау урман буйын. Ҡарағыҙ уны, Ҡанифа буйлап ҡасып китмәһен! 

Шәрифулла ағай менән ары атлайбыҙ. Ҡанифа юлына сығырға 5-10 метр ҡалғас, Шәрифулла ағай, туктап, уңға, һулға ҡарап алды ла,  бер урынға төртөп, ышаныслы итеп: 

– Бына ошо ерҙә ултыра ине ул аппарат. Ул төшкән ерҙәге түңәрәк кенә соҡор унар йыллап беленеп ятты. Көслө ямғыр яуһа, һыу йыйыла торғайны. Бер йылы ошо ерҙәрҙе һөрөп, һоломо – бер нәмә сәстеләр.Шунан ғына юҡ булды. 

–Шәрифулла ағай, һалдаттар Бикйәндә нисә көн ятты? 

– Үҙең дә әйттең бит, һалдаттар парашюттан һикергән мәлдә ел шул хәтлем көслө булды. Йәрәхәтләнеп бөттөләр бахырҙар. Шул ел кискә тымды ла ҡуйҙы. Иртәнсәк уянһаҡ, ер йөҙөн ап-аҡ томан ҡаплаған да ҡуйған. Бер нәмә күренмәй. Ике төн йоҡланылар Бикйәндә. Хужалары Сәмиғулла ағай Мортаевтың өйөнә төштө, һалдаттарҙы ауыл халҡы бүлешеп алды.Һо-о-о, һабантуйҙағы кеүек гөрләп торҙо ул ике көндә Бикйән! Аҡъярҙан, Йылайырҙан, Матрайҙан, Сиҙерҙән, Ғәленән халыҡ килеп тулды: береһе килә, икенсеһе ҡайта...Төндә ракеталарҙан аталар... Өсөнсө көндә, томан таралғас, ҙур бер вертолет килеп төштө. “Ҡунаҡ”ты тимер сеткаға аҫып алып ҡайҙалыр осоп китте. Мәскәүгә тинеләр. Беҙҙең ауыл ҡатындары Бүребай аша осоп үткәнен күргән, ҡайтып һөйләнеләр.  

         – Шәрифулла ағай, һин бына парашют бауын ҡоҙоғоңа элеп ҡуйғанһың, икенселәр – быйма табанлаған, тиҙәр... – тип, һүҙ башланым кире юлға сыҡҡанда. 

– Әйтмә лә! Кинәндек кенә инде! Уны сәңгелдәккә лә ҡуйҙылар, күнәк бауы ла, быҙау бауы ла иттеләр. Ат дилбегәһе шикелле оҙондары ла булды. Трос, дилбегә, атҡа ышлыя ла иттеләр. Төндә ҡайһы берәүҙәргә парашюттың тауарын да биргәндәр. Беҙгә теймәне, арҡаны ғына эләкте. 

– Ә ул тауарҙы  нимә эшләткәндәр икән? 

–Күлдәк тегеп кейгәндәр булды, тиҙәр. Ғәбиҙә еңгәй Венераһына тектергән шикелле. Венера Үрге Ғәлелә генә йәшәй бит, инеп сыҡ.  

“Парашют”тан күлдәк 

Шәрифулла ағай менән хушлашып, Үрге Ғәлегә юл тотам. Венера Сәмиғулла ҡыҙы Солтанова өйҙә булып сыҡты. 

–Ул ваҡытта мин Сибай педагогия училищеһының беренсе курсында уҡып йөрөй инем, – тип башланы һүҙен Венера Сәмиғулла ҡыҙы. Бер көндө әсәйемдәрҙән хат килеп төштө. Бикйән ауылына спутник килеп төштө, – тип яҙғандар.  

Әсәйем уҡытыусы булғас, ауылға килгән бөтөн кеше беҙгә төшә торғайны. Был юлы ла төшкән аппаратты юллап килгән офицерҙар һәм отделение командирҙары беҙҙең өйҙә ҡунған. Ағайым Салауат мәрхүм беҙҙең өйҙә йәшәгән Григорий Зазымко исемле егет менән ныҡлап дуҫлашып китеп хат алышып та ятҡайны. Фотоһы ла һаҡланырға тейеш. Туҡта, ҡарайым әле, – тип, Салауат ағай мәрхүмдең “Дембель альбомы”н аҡтарырға кереште. –Бына, әйттем бит булырға тейеш тип, – тине лә йөҙөнә һары йүгерә башлаған кескәй фотоны миңә һуҙҙы. Фотонан асыҡ йөҙлө йәш егет беҙгә йылмайып ҡарап тора. Артына: “Сержант Гриша Зазымко. Кемеров өлкәһе, Ленинск – Кузнецк ҡалаһы, 27834-се хәрби часть” тип яҙылған ине. Фотоны  ҡараған арала: “Сәләм, сержант! Тормош еле һине ҡайҙарға алып барып ташланы икән? Белһәң ине. Һин миңә 7-8 йылға ағай булырға тейешһең. Иҫән булһаң, һиңә хәҙер 75 тирәһе булырға тейеш. Ошо көндәр, Башҡортостан бер тапҡыр булһа ла иҫеңә төшкәне булдымы икән?.. Ә Салауат дуҫың донъяла юҡ инде...»- тип уйлап өлгөрҙөм. 

-Парашют тауарынан һеҙгә лә күлдәк тегеп кейҙергәндәр,тинеләр Бикйәндә,- тим. 

-Эйе. Тауарын беҙгә лә ҡалдырып киткәндәр.Аҡ ҡына һәм әфлисүн төҫөндә ине.Һәйбәт, ныҡ материаль булды.Аҡ капронынан күлдәк,ҡыҙғылт-һарыһынан кофта тегеп кейгәйнек.Елгә елпелдәп кенә тора торғайны.Шул күлдәкте кейеп Ғәлегә уйынға килгәнмендер күп булһа.Клубта Ҡарһылыу булып та йөрөгәйнем.Шунан ҡыҙҙарым уны һүтеп, теләһә-нәмә тегеп алып китеп бөттөләр – ҡайҙа иткәндәрҙер, белмәйем. 

Һуңғы  осрашыу 

1970 йыл Мәскәүҙең Серго Орджоникидзе исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы геология – разведкалау институтына уҡырға индем.Рязань өлкәһендә бер ай «картуф сүпләп» ҡайтҡандан һуң, ятаҡҡа урынлашып, уҡыуҙар башланғас, баш ҡала  менән ныҡлап танышыу теләге мине Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштарының Бөтә Союз күргәҙмәһенә (ВДНХ) алып килде.Күргәҙмә алдындағы бөтә СССР-ға билдәле алтын скульптуралар менән биҙәлгән фонтан янында фотоға төшкәс, төпкә, «Космос» павильонына табан атланым.Павильон алдындағы майҙанға ҡуйылған ТУ-134 самолетына сират теҙелгән: алдан, летчиктар кабинаһы янынан, инәләр, «ҡойроғонан» сығалар.Мин,үҙем Өфөнән Мәскәүгә ошо самолетта осоп килгәс, туҡтап торманым, тура павильонға үттем.Ҙур павильон (ВДНХ-ла иң ҙур павильон шул булғандыр әле) халыҡ менән шығырым тулы.Иң тәүге йыһан караптарына арналған стендтарҙы,Белка менән Стрелка осҡан аппаратты, Ер йөҙөндәге беренсе космонавт Юрий Гагаринға арналған әйберҙәрҙе ҡарап төпкә атлайым.Бер урында малайҙар шау-гөр килә: нәмәнеңдер өҫтөнә аяҡтарын һәлендереп тороп ултырып алғандар ҙа гәп һаталар, икенселәре эсенә үк инеп, люкҡа оҡшаған нәмәнән ауыҙ йыра. 

Нимәһелер таныш кеүек тойолдо миңә ул әйберҙең.Яҡыныраҡ килеп ҡараным да...иҫем китә яҙҙы:шул,Бикйәнгә төшкән йыһан аппараты бит! Бала хәтере ныҡ була,яңылышырға тейеш түгелмен! Шул,шул!Малайҙарҙы ҡыуып төшөрөп,ҡосаҡлап уҡ алдым.Һыйпайым, һөйәм.Ҡулыма тыуған ер йылыһы, танауыма ҡылған еҫе килеп бәрелгәндәй булды.Башҡортостандан ситкә сығып өйрәнмәгән кеше ни...һағынып та өлгөргәнмендер инде...үҙ туғанымды осратҡан кешеләй ҡыуандым.     

Мәскәүҙә биш йыл уҡыуым осоронда мин уны бер нисә тапҡыр барып күрҙем.Йылдар үтә бара – онотолдо.Хөҙер «Бикйән» аппараты ул күргәҙмәлә ултырамылыр, юҡмылыр – белмәйем.Яңыраҡ бер төш күреп уяндым: ВДНХ- ға «яҡташым»ды  күрергә барғанмын да, ҡара көйгән «тәнен» һыйпап, үҙемдең «ҡултамғамды» эҙләйем икән, тием. 

...Бикйәндә «тәүге осрашҡанда» берәй таш алып «А.Ф.З»тип яҙып ҡуйырға ла баш етмәгән!-тип әрләнем шунан үҙемде. 

Фәрит Әхмәров. 

Йылайыр районы, Аралбай ауылы.  

 

 

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас