+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
28 Апрель 2022, 17:02

Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 27 апрель көнө «Аманат» журналының һәләтле йәш хәбәрселәре ҡатнашыуында Әҙәби кисә үтте.

Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте

Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 27 апрель көнө «Аманат» журналының һәләтле йәш хәбәрселәре ҡатнашыуында Әҙәби кисә үтте.

“Йәш ижадсылар ҡоро”н Башҡортостан Милли музейының генераль директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов үҙенең телмәре менән тантаналы асып ебәрҙе. "Аманат" журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова баҫманың тарихы, күп төрлө конкурстары, журналдың ижади эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. “Йәш хәбәрсе”ләр менән яҡындан таныштырып, уларҙың һәр береһенең ижадына байҡау яһаны. “Аманат” журналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән уҡыусыларға, уҡытыусыларға Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре тапшырҙы.

Байрамда төрлө райондарҙан килгән “Аманат”тың ижад һөйөүсе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. “Йәш хәбәрсе”ләр кисәлә үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы, шиғырҙарын, хикәйәләрен, әкиәттәрен уҡып ишеттерҙе. Йылайыр районы Йылайыр Башҡорт гимназия-интернатының  8-се синыф уҡыусыһы, маһир бейеүсе, ҡул эше оҫтаһы, мәҡәләләр, әкиәттәр, шиғырҙар авторы,  “Аманат” журналының төрлө конкурстар лауреаты Зарема Таһирова; Ауырғазы районы Талбазы Башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр авторы Карина Ғизәтуллина; Бөрйән районынан килгән уҡыусылар: оҫта оратор, шиғырҙар, юмористик хикәйәләр, әкиәттәр авторы, журналдың төрлө конкурстар лауреаты, вайндар эшләүсе, “Һеңлекәш” фильмында ҡатнашыусы шәп егет  Азамат Ҡарағолов; 6-сы синыф уҡыусыһы шиғырҙар, хикәйәләр авторы, йыллыҡ конкурстар еңеүсеһе,  Рәсилә Ғарифуллина ҡатнашты. Ижад һөйөүсе балалар уҡыуҙа ла һынатмай: барыһы ла уҡыу алдынғылары.

Журналдың әүҙем авторҙары, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итеүсе, “Аманат”тың төрлө конкурстары еңеүселәре, Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбенән Гөлдәриә Ишимова, Ауырғазы районы Талбазы ауылының Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Лиана Йәлилова менән Әлиә Ғәлиева  ла кисәгә саҡырылды. Улар ҙа үҙҙәренең ижады менән яҡындан таныштырып үтте. “Аманат”ты яратып уҡыусы, журналдың үҙендә, интернет төркөмдәрендә әүҙем яҙышҡан Гөлдәриә, Лиана, Әлиә “Йәш хәбәрсе” исеменә лайыҡлы икәндәрен иҫбатланы.

93 йыллыҡ тарихы булған баҫмабыҙҙы донъяға танытыусы, әүҙем таратыусы, ижади балаларҙың янында кәңәштәрен биреп, уларҙы дәртләндереп, әйҙәп йөрөүсе, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ: Йылайыр Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф алдынғыһы  Әнисә Әкрәм ҡыҙы Тәкәева, Бөрйән районы Мәһәҙей мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың Мәғариф алдынғыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова, Ауырғазы районы Талбазы ауылының Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, Башҡортостандың Мәғариф алдынғыһы  Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың Мәғариф отличнигы  Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова үҙҙәренең ялҡынлы сығышы менән байрамды биҙәне. Музыка ҡоралында уйнау оҫталыҡтарын күрһәттеләр.

Уҡытыусы һөнәре ғәләмәт күп көс талап иткән хеҙмәт икәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. “Аманат”ҡа йәш ижадсылар әҙерләүсе, телебеҙ, милләтебеҙ, киләсәк быуын өсөн янып эшләгән рухлы, намыҫлы кешеләр улар. Һәр ижадсы баланың артында ныҡлы терәк булып, уҡытыусыһы тора. Уларҙың хеҙмәт емеше беҙҙең һәр һаныбыҙҙа, уҡыусыларының ижадында сағылыш таба.
Беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ, кәңәшселәребеҙ булған хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға  рәхмәтебеҙ сикһеҙ!

Өфө ҡалаһының Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусылары ла байрамға буш ҡул менән килмәгән. Улар бай концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ҡурай, ҡыл ҡумыҙ, ҡумыҙ, гармун моңдары, күңелдәрҙе күтәреп, ағылып торҙо. Музыкаль номерҙар: ҡыл ҡумыҙҙа Тамсы Үтәбаева “Башҡорт халыҡ көйҙәренән йыйылма” (уҡытыусыһы Эльмира Әхмәҙиева, концертмейстер Илгиз Юлдашбаев),  “Бур байыҡмаҫ” ҡобайырын Самира Вәлиуллина (уҡытыусыһы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфиә Дилмөхәмәтова, концертмейстер Руслан Мөлөкөв),  Рәил Кирәев “Мейәс буйы” (уҡытыусыһы Руслан Мөлөкөв) ихлас башҡарҙы.

Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназия уҡыусылары, "Йәш хәбәрсе”ләргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яуҙырып ҡына торҙо.

Сараны Милли музейҙың ғилми хеҙмәткәре Илдар Тәлғәт улы Шәрипов бик йәнле, ҡыҙыҡлы алып барҙы. Илдар Тәлғәт улы өҙҙөрөп, ҡурайҙа ла уйнап күрһәтте.

Йылайыр районы Йылайыр Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, “Аманат” журналының “Оҫтахана” конкурсының ике йыл рәттән еңеүсеһе, был конкурстың Махсус призына эйә булған ҡул эштәренә маһир уҡыусыбыҙ Зарема Таһирова Милли музейға үҙенең эшен – йөндән эшләнгән милли кейемдәге башҡорт ҡыҙын – бүләк итте!

“Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт һүҙҙәре, ихлас теләктәр еткерелде. Кисәлә “улар журналды үҫтереүгә, эстәлеген байытыуға, биҙәлешен матурлауға көс түкмәһә, йәш хәбәрселәребеҙҙе дәртләндереүсе иҫәпһеҙ-хисапһыҙ эштәр алып бармаһа, Милли музейыбыҙҙа бөгөн бындай матур осрашыу булмаҫ та ине,” – тигән һүҙҙәр әйтелде.

Осрашыуҙан һуң Әҙәби кисәлә ҡатнашыусылар өсөн Ҡаҙағстан Республикаһының Милли музейы йыйылмаһынан «АЛТЫН КЕШЕНЕҢ донъя музейҙары буйлап сәйәхәте» халыҡ-ара күргәҙмә проекты сиктәрендә ойошторолған «Бөйөк дала: арауыҡ, ваҡыт, мәҙәниәт» тип аталған күргәҙмә буйынса экскурсия үткәрелде.

Ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ байрам сараһы күстәнәсле матур сәй табыны менән тамамланды.

 

Илдар Шәрипов,

Милли музейҙың ғилми хеҙмәткәре.

Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Өфөлә “Аманат”лы “Йәш ижадсылар ҡоро” үтте
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: