+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
2 Май 2022, 15:05

Ҡомһоҙ Март (әкиәт)

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡыусыһы Алина Рәхимҡолованың ижад емеше.

Ҡомһоҙ Март (әкиәт)
Ҡомһоҙ Март (әкиәт)

Борон-борон заманда йыл айҙары бер-береһе менән дуҫ йәшәй алмаған, ти. Сәбәбе шунда икән: айҙарҙың көн һандары тигеҙ түгел, береһенең көндәре күп, ә икенсеһенең аҙ, ти.

Февраль айы Март айына үҙенең ике көнөн бүләк итә, ә ҡомһоҙ Март айына был да аҙ тойола. Апрель айы ла бер-ике көн бирмәҫ микән, тип Март айы Апрель айын һынап ҡарамаҡсы булып ҡунаҡҡа саҡыра. Әммә Март айы  бик алыҫта йәшәгән һәм юлдары ла насар булған. Март айына кем генә барһа ла, юлда төрлө ауырлыҡтарға дусар булғандар. Йә улар көслө бурандарға тап булғандар, йә бөтөнләй барып етә алмай, кире әйләнгәндәр, ти.  Шуға ла уның дуҫтары ла булмаған.

Апрель айы юлға сығыр алдынан, аҡыллы Май айы – Һабанайға мөрәжәғәт итә.

Һабанай  уға шундай кәңәш бирә:                                                                  

- Һин Март айына ҡунаҡҡа барғанда  үҙең менән сана, кәмә һәм арба алып бар. Әгәр Март ҡарға әйләнһә, санаға ултырырһың, ямғырға әйләнһә – кәмәгә, ә юлда бысыраҡ бөтһә, сана менән кәмәңде арбаға тейәрһең.                       

Апрель Һабанайҙың кәңәшен тота һәм Март айының мәкерлеген еңеп сыға. Әммә Март айы был кемдең ҡулының эше икәнен һиҙеп ҡала һәм Майға янай башлай.                                 

- Эй, Май, һинең баҫыуҙа ултыртҡан картуфыңды туңдырам. Бөтә япраҡтарыңды ҡырауҙан һуҡтырам, барлыҡ эшеңде юҡҡа сығарам, быны белеп ҡуй, тигән.                      

- Бигерәк уҫалһың да инде һин, Март, ти икән уға Май – ҡулдарың ҡыҫҡа бит һинең, һаҡлан, мин йылы төндәр ебәрһәм, һинең көндәрең бик тиҙ ҡыҫҡарыр.

Әле лә был бәхәс бөтмәгән, һаман да дауам итә, ти. Март үҙенең һыуыҡ елдәрен ебәреп, Майҙың бөтә йәшел тереклеген юҡҡа сығара ла ҡуя, ти.

 

Январь — һыуығай (хыуыгай)

Февраль — шаҡай (шакай)
Март — буранай
Апрель — алағарай (алагарай)
Май — һабанай (хабанай)
Июнь — һөтай (хётай, хотай)
Июль — майай
Август — урағай (урагай)
Сентябрь — һарысай (харысай)
Октябрь — ҡарасай (карасай)
Ноябрь — ҡырпағай (кырпагай)
Декабрь — аҡъюлай (акъюлай, акьюлай)

 

Инсаф Бикмөхәмәтов фотоһы. Бөрйән районы Байназар ауылы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: