“Мин ҡайттым”!
29 апрелдә Бижбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге Айыт дөйөм белем биреү мәктәбендә “Мин ҡайттым” тип исемләнгән әҙәби конкурстың йомғаҡлау этабы үтте. Сарала Ярлы Кәрим ижады буйынса тасуири уҡыуҙарҙа еңгән район уҡыусылары ҡатнашты.
Балалар Ярлы Кәримдең шиғырҙарын тасуири уҡып, үҙҙәренең сәхнә оҫталығын һәм ижади һәләтен күрһәтте. Еңеүселәргә “Мең ырыуы” исеменән Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Конкурстың йомғаҡлау сараһында «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймарҙанов, “Аманат” журналы редакцияһының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова, Бишбүләк район хакимиәтенең Мәғариф бүлеге һәм Айыт мәктәбе директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡов, шулай уҡ уҡытыусы—ветеран, элекке мәктәп директоры, хәҙерге көндә ауылдың хөрмәтле имам-хатибы Мөхәммәт Ғөбәй улы Нафиҡов һәм башҡалар ҡатнашты.
Күркәм байрам, башҡорт халҡының бөйөк улы, шағир Шәйехзада Бабич хөрмәтенә ағас ултыртыуҙан башланды. Ҙур ғына урынды биләп торған матур аллея мәктәп биләмәһендә урынлашҡан.
Ағалы-энеле бер туған шағирҙар Ғабдулла һәм Фәтих Кәримовтар сығышы менән Бишбүләк районының Айыт исемле башҡорт ауылында тыуған. Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримовтың исеме, ҡустыһы Фәтих Кәрим менән бер рәттән, ниһайәт, тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.
Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримов (16 июнь 1901 йыл—1937 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, 1917—1919 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919 йылда Ярлы Кәрим сәйәси комиссар вазифаһында башҡорт ғәскәрҙәре сафында Петроградты һаҡлай. 1920-26 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» гәзите редакцияларында эшләй. Фронтта алған ауыр яраларҙан йүнәлә алмай, 36 йәшендә генә вафат була.
Егерменсе йылдар башында әҙәбиәт майҙанына килгән Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримовтың (псевдонимы – Ярлы Кәрим) әҙәби мираҫы күләм яғынан бик күп түгел. Ҡыҫҡа ғына йәшәү дәүерендә Ярлы Кәрим сағыу ижады менән танылып өлгөрә. 1920 йылда «Интернационал» йырын башҡорт теленә тәүге тапҡыр тәржемә иткән шағир. Республика баҫамаларында донъя күргән «Мин ҡайттым», «Минең илһамым» һәм башҡа шиғырҙары тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҫәрҙәренең күп өлөшө Граждандар һуғышы осоронда юғалған.1937 йылғы репрессияға бәйле, уның исеме оҙаҡ йылдар телгә алынмай. Әлеге ваҡытта яҡташтары шағирҙың яҡты иҫтәлеген тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып бара.
Айыт ауылы халҡы данлыҡлы шәхестәрен бер ҡасан да онотмай, оло ихтирам менән хәтергә ала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, район, ауыл халҡы менән берлектә, күренекле башҡорт шағирының исемен тыуған иленә ҡайтарыу буйынса бик ҙур эштәр башҡара. 2020 йылда ауылдың күп функциялы үҙәге бинаһында, шағир Ярлы Кәримгә мемориаль таҡтаташ асыла. Ауылда ағалы-ҡустылы Кәримовтарҙың музейы эшләй. Икеһенә лә ҡыҫҡа ғына ғүмер кисерергә насип була. Шуға ҡарамаҫтан, әҙиптәр, туған халҡына быуаттарға етерлек ижади ҡомартҡылар ҡалдырған. Уларҙың ижады Ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Шуға ла тулҡынланмай уҡыу мөмкин түгел. Кәримовтарҙың бай ижады тупланған китапты ла, Ярлы Кәримдең шиғырҙар йыйынтығын да туплап, донъяға сығарыу эше яҡташтары тарафынан туҡтауһыҙ дауам итә.
“Мин ҡайттым” район әҙәби конкурсы менән рәттән, бер нисә йыл дауамында Ярлы Кәрим ижадына бағышланған “Кәрим уҡыуҙары” төбәк-ара конкурсы ла үҙен ыңғай башланғыс итеп танытты. Уҡыусыларҙа әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, телгә, тарихи шәхестәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, дәрт-дарман, сәм уятыусы, илһам таратыусы әҙәби конкурстар киләсәктә лә уңышлы дауам итһен.
Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримовтың да исеме, ҡустыһы Фәтих Кәрим менән бергә, ниһайәт, тыуған яғына ҡайтты. Уларҙың әҙәби мираҫы киләсәктә халҡыбыҙ күңелендә киң танылыу яулап, үҙ уҡыусыларын табыр тип, ышанабыҙ. Башҡорт әҙәбиәтенә үҙ өлөшөн индергән Фәтих һәм Ғабдулла Кәримовтар кеүек шәхестәребеҙҙе оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.