+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
6 Май 2022, 14:48

Айытта - ҙур байрам

Фәтих Кәрим исемендәге Айыт дөйөм белем биреү  мәктәбендә “Мин ҡайттым” тип исемләнгән әҙәби конкурстың йомғаҡлау этабы үтте. Сарала Ярлы Кәрим ижады буйынса тасуири уҡыуҙарҙа еңгән район уҡыусылары ҡатнашты.   

Айытта - ҙур байрам
Айытта - ҙур байрам

 

29 апрелдә Бижбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге Айыт дөйөм белем биреү  мәктәбендә “Мин ҡайттым” тип исемләнгән әҙәби конкурстың йомғаҡлау этабы үтте. Сарала Ярлы Кәрим ижады буйынса тасуири уҡыуҙарҙа еңгән район уҡыусылары ҡатнашты.   

Балалар Ярлы Кәримдең шиғырҙарын тасуири уҡып, үҙҙәренең сәхнә оҫталығын һәм ижади һәләтен күрһәтте. Еңеүселәргә “Мең ырыуы” исеменән Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Айыт мәктәбенең 8-се синыф уҡыусылары Азалия Ғабдуллина, Азалия Хәбибуллина, Дилара Мөхтәсимова,  7-се синыфтан Регина Сәлихова,  3-се синыфтан Хәкимуллин Эмиль ҡатнашты.

Фотоһүрәттә: 1.Бишбүләк районы Айыт мәктәбенең 3-сө синыф уҡыусыһы, конкурс еңеүсеһе, Эмиль Хәкимуллин,  “Аманат” журналы редакцияһының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова менән.

  1. Бер төркөм еңеүселәр «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Дипломдарына лайыҡ булды.
Айыта - ҙур байрам
Айыта - ҙур байрам
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: